Ҡытай Халыҡ Республикаһы
Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) (ҡытайса ғәҙәти 中國/中国,ябай 中华人民共和国) — Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк[4]) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса Рәсәй менән Канаданан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайванда һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник ҡытайҙар, үҙатама — хань.
| |||||
![]() | |||||
Гимн: Ҡытай гимны | |||||
Нигеҙ һалынған | 1949 | ||||
Рәсми телдәр | Ҡытай теле | ||||
Баш ҡала | Пекин | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Чунцин, Шанхай, Пекин, Тяньцзинь, Гуанчжоу | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Дәүләт башлығы Премьер-министр | Си Дзиньпин[1] Ли Кецән[2] | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 3 урын 9 596 960 км² 8,62 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007) • Тығыҙлыҡ | 1 урын 1 317 000 000 140 кеше/км²
| ||||
Валюта | юань (женьминьби) (CNY, код 156)[3] | ||||
Интернет-домен | .cn, .中国, .中國, .公司, .网络 | ||||
Телефон коды | +86 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +8 |
Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы. Ер шарында космосты яулау буйынса алдынғы илдәрҙең береһе, хәрби хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса донъялағы иң ҙур армияға һәм йәҙрә ҡоралына эйә. 2014 йылдың декабренән Эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Ҡытай төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО, АТЭС, G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, ШОС һәм БРИКС-тың ағзаһы булып тора.
1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан алып илде Комунистар партияһы етәкләй.
Ҡытай 14 ил менән сиктәш.
Remove ads
Ил атамаһының сығышы
Дөйөм таралған фараз буйынса, «Ҡытай» «Ҡатай» һүҙенән алынған тип иҫәпләнә. Уның сығышы үҙ сиратында кидань (китай) исемле манжур күсмә ҡәбиләләренә барып тоташа. 907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙҙәренең Ляо дәүләтен ойоштора. XII—XIII быуаттарҙа уларҙың урынына башҡа күскенселәр — джурджендәр һәм монголдар килеп ултырһа ла, тәүге этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сәүҙәгәрҙәре, атап әйткәндә, Марко Поло, был исемдең «Катай» («Cathay») формаһын урта быуат Көнбайыш Европаһына алып ҡайта, һәм ул унда быға тиклем ҡулланылған латин теленән алынған «China» һүҙен ҡыҫырыҡлап сығара. Артабан был яңы исем славян телдәргә күсә һәм уларҙа «Китай» булып нығына. Көнбайышта «Катай» Ҡытайҙың шиғри исеме булараҡ ара-тирә хәҙер ҙә ҡулланыла.
Remove ads
Тарихы

Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә Конфуций тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.
Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.
Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б. э. т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.

Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм Цин империялары). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер «ҡытайлашып», ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.



япон-ҡытай һуғышы
- Ҡытай тарих фәнендә ҡабул ителгән ҡыҫҡаса хронологик таблица
Remove ads
Дәүләт ҡоролошо
Ҡытай Халыҡ Республикаһы — унитар республика, демократик халыҡ диктатураһының социалистик дәүләте. Илдең төп ҡануны — 1982 йылда ҡабул ителгән конституция. Дәүләт власының юғары органы — 2979 депутаттан торған бер палаталы Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы (урыҫса Всекитайское собрание народных представителей — ВСНП). Ул халыҡ вәкилдәренең төбәк йыйылыштары тарафынан биш йыллыҡ срокка һайлана. Йыйылыш сессиялары йыл һайын саҡрыла. Сессиялар араһында Йыйылыш вәкәләтлектәрен уның Даими комитеты атҡара.
Һайлауҙарға бары тик Ҡытай коммунистар партияһы һәм Ҡытайҙың халыҡ сәйәси консультатив советына (урыҫса Народный политический консультативный совет Китая — НПКСК) ингән һәм «демократик» тип аталған һигеҙ сәйәси фирҡә депутаттары ғына үткәрелә. Гонкондағы КҠР-ҙың махсус администртив райондары биләмәләрендә һәм Макаола үҙҙәренең айырым закон сығарыу органдары бар.
Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы депутаттарның барыһы ла — коммунистар партияһы һәм демократтар блогы вәкидәре.
Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе (Си Дзиньпин (ҡыт. 习近平). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.
Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.
Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.
Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.
Физик-географик характеристика

Географик урыны
Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны Тымыҡ океандың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Рәсәй менән, төньяҡта — Монголия, төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, көнбайышта — Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Афғанстан менән, көньяҡ-көнбайышта — Пакистан, Һиндостан, Непал һәм Бутан менән, көньяҡта — Мьянма, Лаос һәм Вьетнам менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км²[5]. Был йәһәттән Ҡытай Азияла иң ҙур дәүләт булһа, Ер шарында, Рәсәй менән Канаданан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.
Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. Тайвань утрауы материктан Тайвань боғаҙы менән айырылған.
Рельефы

Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:
- Тибет ҡалҡыулығы диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан;
- 200—2000 метрлы тауҙар һәм юғарғы тигеҙлектәр бүлкәте илдең төньяғында ята;
- төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡтағы 200 метрҙан артмаған түбәнге тигеҙлектәр һәм тәпәш тауҙарҙа Ҡытай халҡының күп өлөшө йәшәй.
Төньяҡта Пекиндан башлап көньяҡтағы Шанхайға тиклем йәйелеп ятҡан Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге, Хуанхэ йылғаһы һәм Янцзы дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. Ынйы йылғаһы (һәм уның төп ҡушылдығы Сидзяндең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан Нанлинг тауҙары һәм Уйишан тау һырттары менән айырылған (һуңғылар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).
Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бында үҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.
Климаты
Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.
Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.
Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы Хэйлунцзян Рәсәйҙең Владивосток һәм Хабаровск ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы Хайнань утрауы — Тропик климат зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. Гуандун провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.
Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: Циньлин тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан Такла-Макан, Гоби һәм Ордос) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.
Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, цунами һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.
Remove ads
Административ-территориаль бүленеше
Ҡытай 22 провинцияға бүленгән, Тайвань 23-сө итеп иҫәптә йөрөтөлә. Шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр йәшәгән биш автономиялы район һәм үҙәк бойһоноуындағы һәм үҙ биләмәләренә эйә дүрт ҡала бар.
Remove ads
Халҡы

Ҡытайҙа үҙ мәҙәниәте, йолаһы, кейемдәре, күп осраҡта айырым теле булған бер нисә тиҫтә милләт халҡы йәшәй, шуларҙың 56-һы рәсми танылыу алған. Шулай ҙа уларҙың барыһы бергә илдә йәшәүселәрҙең ни бары 7 процентҡа яҡынын ғына тәшкил итә. Төп халыҡ — үҙҙәрен хань тип атаусы ҡытайҙар. 2000 йылдың ноябрендә үткәрелгән иҫәп алыу буйынса улар абсолют күпселек йәғни 1 137 386 112 кеше. 2010 йылғы VI иҫәп алыу буйынса, континентта йәшәүселәрҙең һаны 1 млрд 339 млн 724 мең 852 кеше. Был шарттарҙа Ҡытай Коммунистар партияһы ғаиләне планлаштырыу буйынса ҡатғи сәйәсәт алып бара. Был бигерәк тә эшсе ҡулдар талап ителгән ауыл ерендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар менән нисбәте — 106,74:100 (сағыштырыу өсөн донъя буйынса 101,44:100). Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә ҡарағанда күберәк, бөтә илдә ул 71 йәшкә тиң.
Ҡалала йәшәүселәр тәүге тапҡыр 2011 йылда бар халыҡтың 51,27 процентын тәшкил итте.
Remove ads
Сит илдәр менән мөнәсәбәте
Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәр
Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек
Һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды алып тора. Мәҫәлән, 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.
2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһы һәм Хэйлунцзян провинцияһының ҙурлығы һәм бар яҡтан әһәмиәт-мөһимлеге менән икенсе ҡалаһы булған Цицикар араһында туғанлыҡ бәйләнештәре урынлаштырылды.[11]
- 2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө һәм Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡалаһы араһында туғанлашыу хаҡында Меморандумға ҡул ҡуйылды.[11]
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 30 ноябрендә Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы[12]. Унда ҡатнашҡан эшлекле даирә вәкилдәренә һәм рәсми кешеләргә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре хаҡында киң мәғлүмәт бирелде. Сарала билдәләнеүенсә, алдағы осорҙа 10-дан ашыу проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Башҡортостанда металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, төҙөлөш материалдары предприятиеларын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға тәҡдим итә. Ошо проекттарҙың күбеһе 2016 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
- 2015 йылдың 10-11 ноябрендә Башҡортостанда Ҡытайҙың Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы эш сәфәре менән булды[13].
- 2015 йылдың 5-6 ноябрендә Өфөлә Башҡортостанда Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелде[14]. Уның барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә[15] һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Цзянси провинцияһының Туристик үҫеш комиссияһы араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды[16]. Провинция губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды[17], ә ике яҡтың эшҡыуарҙары үҙ-ара файҙалы булған төрлө һөйләшеүҙәр үткәрҙе[18]. Цзянси иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре барышында шулай уҡ баш ҡалала төҙөләсәк «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эш үҙәгенең нигеҙ ташы һалынды[19].
- 2015 йылдың 21 сентябрендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ляонин провинцияһында республика менән таныштырыу үткәрҙе. Был сарала машиналар эшләү, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында мәшғүл булған эре компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан һәм Ляонин хөкүмәттәре ике яҡтың эшлекле даирәләрен үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинселектәрен өйрәненеүҙә һәм тәғәйен сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа киләсәктә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Был эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү йөҙөнән ике төбәк хөкүмәттәре ҡарауы аҫтында урыҫ һәм ҡытай телдәрендә инвестиция мәсәләләренә ҡағылған уртаҡ сайт булдырыу планлаштырыла. Ул тауар әйләнеше һәм капитал һалымдар күләмен арттырыу буйынса көнүҙәк тәҡдимдәрҙе туплаясаҡ үҙ-ара файҙалы мәғлүмәттәр майҙансығы буласаҡ тип күҙаллана[20].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads