Коллонтай Александра Михайловна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Коллонтай Александра Михайловна
Remove ads

Александра Михайловна Коллонтай ( тыуғандағы фамилияһы – Домонтович. 19 (31) март 1872, Санкт-Петербург9 март 1952, Мәскәү). - Революционер-марксист. 1917-1918 йылдарҙа ул большевиктар Хөкүмәтенең социаль сәйәсәт буйынса халыҡ комиссарыбула. 1922 йылда Коллонтай Норвегиялағы совет вәкиллегенә дипломатик консультант итеп билдәләнә, ә бер аҙҙан вәкиллек башлығы итеп, беренсе ҡатын-ҡыҙ дипломат итеп тәғәйенләнә.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Thumb
1888 йылда

Санкт-Петербургта бай дворян ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе уны император адъютантына кейәүгә сығырға теләген кире ҡаға. 1893 йылда офицер Владимир Коллонтай кейәүгә сыға, ул бай ҡатламдан булмаған.

1898 йылда Цюрих университетына (Швейцария) уҡырға инә. Профессор Гернер кәңәше буйынса 1899 йылда Англияға Инглиз эшлекле хәрәкәтен өйрәнергә китә. Англияла Сидней Веб һәм Беатриса Веб менән таныша. 1901 йылда Женевала Георгий Плеханов менән таныша.

1905 йылдың 9 ғинуарында (ҡанлы йәкшәмбе) Петербург урамдарында була. 1905 йылда Петербургта Владимир Ленин менән таныша. Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһының II съезында большевиктарға һәм меньшевиктарға тарҡалғандан һуң, Коллонтай фракцияларҙың береһендә лә ҡатнашмай. [11] 1906 йылдан алып 1915 йылға тиклем меньшевиктарға яҡын була.[12]

1905 йылда «Ҡатын-хеҙмәтселәрҙең бер-беренә ярҙам итеү йәмғиәте» ойоштора. 1908 йылда «Финляндия һәм социализм» брошюраһын сығара, унда фин халҡын Рәсәй империяһының золомона ҡаршы торорға өндәй. Шунан һуң иммиграцияға китергә мәжбүр була.

Иммиграцияла ул Карл Каутский, Клара Цеткин, Роза Люксембург, Карл Либкнехт һәм башҡа танылған социалистар менән таныша.

Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң һуғышҡа ҡаршы иң ныҡ сығыш яһаған большевиктарға ҡушыла.

Remove ads

Дипломатик эшмәкәрлеге

1922 йылдан дипломат булып эшләй. Башта Норвегияла, артабан Мексикала һәм Швецияла була. Коллонтай бик күп телдәр белә[13], уның Европа Социалистик хәрәкәтендә яҡшы элемтәләре булған. Иң оҙайлы (1930-1945 йылда) ул Швецияла эшләгән, Совет-фин һуғышы ваҡытында Швецияның позицияһын йомшартыуға өлгәшә, 1944 йылдың 20 сентябрендә Зоя Воскресенская менән бергә Финляндияның фашистик Германия менән союзын өҙөп, Советтар Союзы менән килешеү төҙөүенә булышлыҡ итә.

Remove ads

Иҫтәлеге

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads