Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһы

төбәк халыҡ-ара ойошмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһыmap
Remove ads

Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы  договор ойошмаһы  (рус. Организация Договора о коллективной безопасностиОДКБ), һирәгерәк — «Ташкент пакты»[4][5][6], «Ташкент договоры» — төбәк халыҡ-ара ойошмаһы[7], эшмәкәрлегенең иғлан ителгән маҡсаттары — «тыныслыҡты, халыҡ-ара һәм төбәктәге хәүефһеҙлекте һәм тотороҡлолоҡто нығытыу, коллектив нигеҙҙә ағза дәүләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғон, территориаль бөтөнлөгөн һәм  суверенитетын яҡлау, быларға өлгәшеүҙә ағза дәүләттәр сәйәси сараларға өҫтөнлөк бирә»[8]. ОДКБ  1992 йылдың 15 майында  Ташкентта  (Үзбәкстан) Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договорға ҡул ҡуйғандан һуң эшләй башлай. Коллектив  хәүефһеҙлек советы юғарғы органы була, ул ойошманың  Генераль  секретарын тәғәйенләй[9].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Исем ...

Remove ads

Тарихы

1992 йылдың  15 майында Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, РәсәйТажикстан һәм Үзбәкстан Ташкентта коллектив хәүефһеҙлек тураһында договор төҙөшә. Әзербайжан договорға — 1993 йылдың  24 сентябрендә, Грузия — 1993 йылдың 9 сентябрендә, Белоруссия  1993 йылдың 31 декабрендә ҡул ҡуя.

Договор  1994 йылдың  20 апрелендә көсөнә инә. Договор 5  йылға төҙөлә, һәм уны оҙайтыу мөмкинлеге лә ҡарала.  1999 йылдың 2 апрелендә  Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй һәм Тажикстан президенттары договорҙың эш итеүен тағы биш йылға оҙайтыу тураһында  протоколға ҡул ҡуя,  әммә Әзербайжан, Грузия һәм Үзбәкстан  договорҙы оҙайтыуҙан баш тарта; шул уҡ йылды Үзбәкстан ГУАМ-ға ҡушыла.

2002 йылдың 14 майында Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договорҙың Мәскәүҙәге сессияһында договорҙы тулы хоҡуҡлы халыҡ-ара ойошмаға  әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителә, ул Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһы  (ОДКБ) тигән атама ала. 2002 йылдың 7 октябрендә  Кишинёвта  ойошманың Уставы һәм Хоҡуҡи статусы тураһында килешеү ҡабул ителә, был документтар ойошма ағзаһы булған дәүләттәр тарафынан  ратификациялана һәм 2003 йылдың   18 сентябрендә көсөнә инә.

2004 йылдың 2 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ОДКБ-ға БМО Генераль Ассамблеяһында күҙәтеүсе статусы биреү тураһында резолюция ҡабул итә.

2006 йылдың 16 авгусында Сочиҙа Үзбәкстандың ОДКБ-ла ағзалығы тергеҙелә.  

2009 йылдың 4 февралендә Мәскәүҙә ОДКБ илдәре башлыҡтары   Оператив яуап биреү өсөн коллектив көстәр (КСОР) ойоштороу ниәтен хуплай. Ҡабул ителгән документҡа ярашлы, КСОР хәрби агрессияны кире ҡағыу, халыҡ-ара терроризм һәм экстремизм, трансмилли ойошҡан енәйәтселек, наркотрафик менән көрәштә махсус операциялар үткәреү, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡулланылырға тейеш була. 

2009 йылдың 3 апрелендә ОДКБ секретариаты  вәкиле  киләсәктә Ирандың ОДКБ-ла күҙәтеүсе ил статусы алыуы ихтималлығы тураһында белдерә[10].

2009 йылдың 14 июнендә Мәскәүҙә Дәүләттәрҙең коллектив хәүефһеҙлеге советы сессияһы үтә, уның ҡарарына ярашлы, КСОР ойошторолорға тейеш була. Әммә Белоруссия  Рәсәй менән башланған «һөт һуғышы» арҡаһында сессияла ҡатнашыуҙан баш тарта. Шуға ҡарамаҫтан,  КСОР ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә, ләкин ул легитимһыҙ булып сыға: ОДКБ органдары  процедуралары ҡағиҙәләренең 14-се ҡағиҙәһе 1-се пунктына ярашлы, ағза илдең Коллектив хәүефһеҙлек советы ултырышында ҡатнашмауы был орган ҡабул иткән ҡарарҙарға  ризалығы булмауын, йәғни консенсус булмауын аңлата. Шулай итеп, 14 июндә Мәскәүҙәге саммитта ҡаралған   документтар ҡабул ителгән тип иҫәпләнә алмай.  Белоруссиянан тыш, КСОР буйынса  документҡа Үзбәкстан да ҡул ҡуймай. Мәскәү  саммитында  документты ойошма ағзаһы булған ете илдең бишеһе хуплай: Рәсәй, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Тажикстан.   

2009 йылдың 2 октябрендә  мәғлүмәт агентлыҡтары   Беларусь Республикаһының Беларусь Президенты мөрәжәғәте нигеҙендә КСОР тураһындағы килешеүгә ҡушылыуы тураһында хәбәр итә[11]. Әммә  6 октябрҙә Белоруссияның барыбер КСОР тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуймағанлығы асыҡлана[12]. Бынан тыш, Александр Лукашенко ОДКБ-ның оператив яуап биреү көстәре күнекмәләренең  2009 йылдың 16 октябрендә Ҡаҙағстандағы Матыболаҡ полигонында үткән йомғаҡлау өлөшөн күҙәтеүҙән баш тарта.[13]

2009 йылдың 20 октябрендә ОДКБ секретариатына[14] Белоруссия тарафынан ҡул ҡуйылған документтар килеп төшә.

2010 йылдың июнендә Ҡырғыҙстанда, ҡырғыҙ һәм үзбәк диаспораларының бер-береһенә ҡаршы тороуы арҡаһында ил граждандар һуғышы сигенә килеп еткәс, Именлек советтары секретарҙары комитеты (КССБ) йыйыла.  КССБ  илгә хәрби ярҙам күрһәтеү маҡсатында Ҡырғыҙстанға КСОР частарын индереү мәсьәләһен хәл итергә тейеш була. Ҡырғыҙстан Президенты Роза Отунбаева ла Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевҡа ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итә.   ОДКБ иһә ОДКБ ағзаһы булған дәүләттәге хәлде көйләүҙә булышлыҡ күрһәтеүҙән баш тарта. Ул сағында  Белоруссия Президенты  Александр Лукашенко ойошманы ҡаты тәнҡитләп сыға. Шулай ҙа  ОДКБ Ҡырғыҙстанға ярҙамлаша: тәртипһеҙлектәрҙе ойоштороусыларҙы эҙләүҙе,  террористик төркөмдәр эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса хеҙмәттәшлекте, илдең көньяғында наркомафия менән көрәште, ундағы бөтә мәғлүмәт сығанаҡтарын контролгә алыуҙы ойоштора. Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә,  Ҡырғыҙстанға КСОР көстәрен индермәйенсә ОДКБ дөрөҫ эшләгән, юғиһә илдәге милләт-ара хәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшер ине[15].

2012 йылдың 28 июнендә Ташкент ОДКБ-ға Үзбәкстандың ағзалығын туҡтатып тороу тураһында нота ебәрә (шул уҡ йылдың 19 декабрендә ағзалыҡ рәсми туҡтатыла).

Remove ads

Маҡсаты һәм бурысы

ОДКБ-ның бурыстары даирәһенә договорҙа ҡатнашҡан илдәрҙең   территориаль-иҡтисади киңлеген армиялар һәм ярҙамсы подразделениелар көсө менән тышҡы хәрби-сәйәси  агрессорҙарҙан, халыҡ-ара террорсыларҙан, шулай уҡ ҙур күләмле тәбиғәт һәләкәттәренән һаҡлау инә.  Берҙәм хәрби-сәйәси берләшмә булараҡ ОДКБ  бер тапҡыр ҙа хәрби операцияларҙа ҡатнашмаған.

2005 йылдан Рәсәй үҙенең хәрби уҡыу йорттарында түләүһеҙ нигеҙҙә ОДКБ өсөн кадрҙар әҙерләй башлай[16].  2010 йылда   Рәсәй Федерацияһында Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Әрмәнстандан, Тажикстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Үзбәкстандан бөтәһе 2,5 мең хәрби уҡый.

Remove ads

ОДКБ структураһы

Thumb
ОДКБ-ның Коллектив хәүефһеҙлек советы ултырышында ҡатнашыусылар.
Мәскәү, 23 декабрь 2014 йыл

Ойошманың юғарғы органы —  Коллектив хәүефһеҙлек советы (СКБ). Совет составына  ағза дәүләттәрҙең башлыҡтары инә.  Совет Ойошма эшмәкәрлегенең  принципиаль мәсьәләләрен ҡарай һәм уның маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар сығара, шулай уҡ был ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ағза дәүләттәрҙең эшмәкәрлеген координациялай.  

Сит ил эштәре министрҙары советы  (СМИД) — Ойошманың тышҡы сәйәсәт өлкәһендә ағза дәүләттәрҙең үҙ-ара эш итешеүен координациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе консультатив һәм башҡарма органы.   

Оборона министрҙары советы (СМО) — Ойошманың хәрби сәйәсәт, хәрби төҙөлөш һәм хәрби-техник хеҙмәттәшлек  өлкәһендә ағза дәүләттәрҙең үҙ-ара эш итешеүен координациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе консультатив һәм башҡарма органы. 

Именлек советтары  секретарҙары комитеты (КССБ) — Ойошманың  ағза дәүләттәрҙең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә  үҙ-ара эш итешеүен координациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе консультатив һәм башҡарма органы.  

ОДКБ-ның Даими Советы — Ойошманың  Совет сессиялары араһында Ойошма органдары ҡабул иткән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ағза дәүләттәрҙең үҙ-ара эш итешеүен координациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе  органы.  Даими Совет   ағза илдәр үҙҙәренең эске дәүләт  процедураларына ярашлы тәғәйенләгән Даими һәм Тулы хоҡуҡлы вәкилдәрҙән тора һәм Совет раҫлаған  Положениеға ярашлы эш итә.

Ойошманың Генераль секретары  Ойошманың юғарғы  административ  вазифалы кешеһе була һәм Ойошманың Секретариатына етәкселек итә.   СКБ ҡарары менән ағза дәүләттәр граждандары араһынан тәғәйенләнә һәм Советҡа отчётлы булып тора.

Ойошма Секретариаты — Ойошманың Ойошма органдары эшмәкәрлегендә ойоштороу, мәғлүмәти, аналитик һәм консультатив тәьминәтте тормошҡа ашырыусы даими эшләгән эшсе органы. 

ОДКБ-ның Берләшкән штабы — Ойошманың һәм ОДКБ СМО-һының даими эшләгән эшсе органы,  ОДКБ-ның хәрби йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләү һәм ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы.  

Remove ads

ОДКБ ағза дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуҙары — Коллектив хәүефһеҙлек советы ултырыштары

Ентеклерәк мәғлүмәт Дата, Үткәрелеү урыны ...
Remove ads

Ағза дәүләттәр

Thumb
ОДКБ ағзаһы булған дәүләттәрҙең башлыҡтары РФ Оборонаға идара итеү милли үҙәгендә, 23 декабрь 2014 йыл

1992 йылдың 15 майында Ташкентта (Үзбәкстан)  Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Тажикстан һәм Үзбәкстан башлыҡтарының Коллектив хәүефһеҙлек тураһында договорға ҡул ҡуйыуы ОДКБ-ға башланғысты һала[17]. 1993 йылда ОДКБ-ға  Әзербайжан, Белоруссия һәм Грузия ҡушыла. Һуңынан Әзербайжан, Грузия һәм Үзбәкстан ойошманан сыға.  ОДКБ ағзаһы булған  һәр дәүләт теләһә ҡайһы ваҡытта үҙ теләге менән   ОДКБ-нан сығырға хоҡуҡлы[18].  1994 йылда договор көсөнә ингән ваҡытта  ОДКБ-ла 9 ағза булһа, әле — 6.

Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договорҙың ғәмәлдәге Уставына ярашлы, Уставты ҡабул итеү мәленә 1992 йылдың 15 майындағы Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договорҙы төҙөү тураһындағы килешеүгә һәм Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договорҙы оҙайтыу тураһындағы 1999 йыл 21 апрель Протоколына ҡул ҡуйған һәм уларҙы ратификациялаған дәүләттәр ойоштороусы дәүләттәр булып тора. Дәүләт  башлыҡтары советы Уставты ҡабул иткәндән һуң  бер йыл эсендә Уставта ҡаралған йөкләмәләрҙе үҙҙәренең өҫтөнә алған ойоштороусы дәүләттәр  ОДКБ-ның ағза дәүләттәре булып тора[19].

Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүләт, ДКБ төҙөү хаҡында килешеүҙе (1992 йылдың 15 майы]]) ратификациялау датаһы ...

Ағымдағы составы:

Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүләттәр, Инеү датаһы ...

Парламент ассамблеяһы эргәһендәге күҙәтеүсе дәүләттәр:

Элекке ағзалары:

  •  Әзербайжан (1993 йылдың  24 сентябренән 1999 йылдың 2 апреленә тиклем)
  •  Грузия (1993 йылдың 9 сентябренән  1999 йылдың  2 апреленә тиклем)
  •  Үзбәкстан (1992 йылдың 15 майынан 1999 йылдың 2 апреленә тиклем, 2006 йылдың 16 авгусынан 2012 йылдың  28 июненә тиклем)[23]
Thumb
ОДКБ һәм ЕВРАЗЭС академияһы, Ереван, Әрмәнстан
Remove ads

Эмблемаһы

Ойошма флагында — бастиондары менән донъяның дүрт яҡтарына ҡараған  цитадель  (сағышт.  НАТО-ның 4 нурлы елдәр розаһы).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads