Памир
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Памир (ҡыт. Упр. 帕米尔, пиньинь Pàmǐ'ěr; фарсы. پامیر; пушту телендә پامیر, Pamir; тажик телендә Помир; һинди सुमेरु; урду телендә پامیر, Pamir; дунган телендә Цунлин) — Үҙәк Азияның көньяғында һәм Гималай тау теҙмәһенең төньяғында тау системаһы, башлыса Тажикстан (Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе), Ҡытай, Афғанстан һәм Пакистан биләмәһендә[к. 1][1]. Памир Үҙәк Азияның башҡа ҡеүәтле тау системалары армыттары — Һиндукуш, Ҡараҡором (тау системаһы), Куньлунь һәм Тянь-Шань тоташҡан урында урынлашҡан[к. 2].



XVIII—XX быуаттарҙа Памир һәм уның тирә-яғындағы өлкәләр Британия һәм Рәсәй империялары араһындағы геосәйәси дәғүә урынына әүерелә, был күренеш британ геосәйәсәте тарихында «Ҙур уйын» тип атала[к. 3].
Әлеге ваҡытта Памир бер нисә дәүләт араһында хәл ителмәгән ҡаршылыҡтарҙың үҙәге булып тора, был төбәктә геосәйәси көсөргәнеш тыуҙыра[2].
Remove ads
Атаманың килеп сығышы
Б. э. т. 140—135 йылдарҙа Памир буйлап ҡытай кешеһе Чжан Цянь сәйәхәт итә, Ул беренселәрҙән булып Памирҙы «һуған тауҙары» (цун-лин, традицион ҡытай телендә 蔥嶺) тип атай. Бында электән ҡырағай тау һуғандары (анзурҙар[к. 4]) күпләп үҫкән. Ул Памирҙы Тянь-Шандың дауамы тип уйлай[3].
Әҙәбиәттә «Памир» һүҙе тәүге тапҡыр VII быуатта Ҡытай сәйәхәтсеһе һәм Тан династияһы тәржемәсеһе Сюаньзан яҙмаларында телгә алына. Ул ваҡытта дипломатик маҡсаттарҙа Амударья йылғаһының сығанағы булған илдәрҙә була. Сюаньцзян, урындағы халыҡ һүҙҙәренә таянып, былай тип билдәләй: «Ике ҡар һырты араһында „По-ми-ло“, башҡа сығанаҡтар буйынса „Па-ми-яй“ иле һуҙыла[4], унда һыуыҡ һәм елдәр хакимлыҡ итә, ҡышын һәм йәй ҡар яуа, тупраҡ тоҙло һәм таш менән ҡапланған». «По-ми-ло» атамаһын, ул башҡа сығанаҡтарға ярашлы «Па-ми-яй»[5], тип ҡытай телендә яҙа — уны ижектәргә бүлә. Был, һис шикһеҙ, Памирға тап килә, сөнки ҡытай телендә «р» хәрефе әйтелмәй[6][7].
Памир атамаһын төрлөсә яҙғандар. IX—X быуат әҫәрҙәрендә исеме «Фамир» йәки «Бамир» булараҡ осрай. Ғәрәптәр был исемде һиндтарҙан алған, һинд мифологияһында Меру тауы бар. Ул, әйтерһең дә, донъя үҙәгендә урынлашҡан тигән фекер бар. Будда географияһында иһә Гималай һәм Көньяҡ Тибет донъя үҙәге тип һанала. Ошонан «Упа-Меру», йәғни "аҫҡа ятҡан ил тигән фараз барлыҡҡа килә[6].
Марко Поло — Италия сауҙагәре һәм сәйәхәтсеһе. Ул XIII быуатта Азия буйлап, атап әйткәндә, Памир буйлап сәйәхәт итеү тарихын билдәле "Донъя мөғжизәләре китабы"нда таныштыра. Был тауҙың атамаһын «Памер» йәки «Памиер» тип яҙа. Һинд һәм Амударъя йылғаларының үрге ағымында күп кенә географик атамалар оҡшаш: Памир, Кашмир, Тиричмир, Аймир һәм башҡалар. Был атамаларҙың нигеҙен санскрит телендәге «донъя» һүҙе тәшкил итә, ул «күл» тигәнде аңлата[8]. Памирҙа, ысынлап та, күлдәр бик күп. «Памир» һүҙенең килеп сығышын раҫлау мөмкин булмай, беренсе ижек асыҡланмаған булып ҡала[6][9].
Мирза-Гайдарҙың XVI быуаттағы фарсы телендәге әҫәрендә «Памир» йәки «Бамир» исеме телгә алына; Иран тел белгестәре фаразлауынса, «Памир» — фарсы һүҙе «Бам-иар», йәғни «ер түбәһе» тигәнде аңлата. Моғайын, «Донъя ҡыйығы» тигән билдәле билдәләмә шунан килгәндер. Уның тажик теленән транслитерацияһы — «Боми дунье», ул «донъяның ҡыйығы» тигәнде аңлата. Фарсы теленән башҡа аңлатмалар ҙа була, мәҫәлән, «По-и-мор», йәғни «үлем итәге», йәки «По-и-мург» — «ҡош аяғы». Әммә был атамалар географик мәғәнәнән алыҫ тора[6][10].
50-се йылдар аҙағында башта үзбәк географы К. Хәсәнов, һуңынан профессор Н. Г. Малицкий тарафынан Афғанстанда әлегә тиклем «Памир» түгел, ә «Па-и-михр» тип яҙыуҙары хаҡында фараз әйтелә. «Михр» йәки «Митр»[6] — боронғо ирандарҙың ҡояш аллаһы, һәм «Пай-михр» һүҙе «ҡояш итәгендә йәки ҡояш илаһы», йәғни көнсығышта ҡояш сыҡҡан тау тигәнде аңлатырға тейеш. Боронғо иран халыҡтары йәшәгән ерҙәргә ҡарата[11] Памир ысынлап та шундай урынды биләй, һәм был атама тап килә. Бәлки, унан «Памир» һүҙе килеп сыҡҡандыр[6].
Remove ads
Орографияһы
Памирҙың һырттары
- Фәндәр Академияһы һырты
- Ванч һырты
- Вахан һырты
- Вахш һырты
- Дарваз һырты
- Заалай һырты
- Зулумарт һырты
- Ишкашим һырты
- Калат (тау)
- Каратегин һырты
- Музкол
- Петр I һырты
- Пшарт һырты
- Рушан һырты
- Сарыколь һырты
- Төньяҡ Танымас һырты
- Төньяҡ Аличур һырты
- Хазратишох
- Шахдарин һырты
- Шугнан һырты
- Южно-Аличур һырты
- Язгулем һырты
Сығанаҡ[12].
Памирҙың тау түбәләре — ете меңлектәр
- Конгур түбәһе (бейеклеге 7649 м) — Ҡытай биләмәһендә урынлашҡан Памирҙың иң бейек нөктәһе.
- Исмоил Сомони түбәһе (элекке Коммунизм түбәһе) (бейеклеге 7495 м) — элекке СССР-ҙың иң юғары нөктәһе, 1880-се йылдарҙа Памирҙы өйрәнеүсе урыҫ тикшеренеүселәре аса[13]. Хата буйынса Гармо пигына тиңләштерелә; һуңыраҡ хата төҙәтелә. 1932 йылда Сталин түбәһе тип атала; 1962 йылда Коммунизм түбәһе тип үҙгәртелә; 1998 йылда Исмоил Сомони түбәһенә үҙгәртелә.
- Ленин түбәһе (Әбүғәлисина түбәһе) — бейеклеге 7134 м, 1871 йылда асыла, Кауфман түбәһе тип атала; 1928 йылда Ленин түбәһе тип үҙгәртелә; 2006 йылда Әбүғәлисина тип (Әбүғәлисина хөрмәтенә) тип атала[14], шулай уҡ Ибн Сина түбәһе атамаһы менән йөрөтөлә.
- Корженевская түбәһе — бейеклеге 7105 м, 1910 йылда урыҫ географы Н. Л. Корженевский аса, ҡатыны Евгения Корженевская хөрмәтенә атала.
Памирҙың башҡа тау түбәләре
- Гармо түбәһе;
- Карл Маркс түбәһе:
- Маяковский түбәһе;
- Музтагата;
- Бойондороҡһоҙлоҡ түбәһе;
- Фрунзе түбәһе;
- Эйлер түбәһе;
- Энгельс түбәһе.
Remove ads
Климаты
Памир өсөн оҙайлы һәм ҡырыҫ ҡыш һәм ҡыҫҡа йәй хас. Түбәләре йыл әйләнәһенә ҡар менән ҡаплаулы.
Памир климаты — бейек таулы, ҡырыҫ, киҫкен континенталь. 2500 м бейек таулы райондарға Үҙәк һәм Көнсығыш Памир[к. 5] инә, был райондарҙың климаты континенталь. Ҡыштан йәйгә тиклем һәм төндә температураның тирбәлеүе ярайһы уҡ ҙур һәм көнсығышҡа табан күтәрелә. Йыш ҡына ҡышҡы иртәлә −20 °C тирәһе температура була, ә төштән һуң нулдән бер нисә градусҡа юғары күтәрелә. Памир субтропик бүлкәттә урынлашҡан, ҡышын бында уртаса киңлектәге һауа массалары өҫтөнлөк итә, йәйен — тропик. Ғинуар айында уртаса температура яҡынса 3600 м бейеклектә −17,8 °C. Ҡыш октябрҙән апрелгә тиклем дауам итә. Абсолют температура минимумы −50 °C. Йәй ҡыҫҡа һәм һыуыҡ. Йәйге температура 20 °C-тан юғары күтәрелмәй. Июлдә уртаса температура (ғинуарҙағы кеүек үк бейеклектәр өсөн) — 13,9 °C. Айырыуса уңайһыҙ климат шарттары Көнсығыш Памирҙа. Бында ҡыш оҙон һәм ҡырыҫ. Октябрҙән апрелгә тиклем кире айлыҡ температура күҙәтелә. Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура −14 °C-тан −26 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Абсолют минимум бик түбән: −63 °C (Булункуль гидрометеорологик станцияһы мәғлүмәттәре буйынса). Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡын. Июль айындағы уртаса һауа температураһы 15 °C-тан артмай (Сарез күле буйында Ирхт гидрометеорологик станцияһы урынлашҡан). Абсолют максимум 20 °C (академик Н. П. Горбунов исемендәге гидрометеорологик станция[к. 6], Федченко боҙлоғо[к. 7]) 34 °C тиклем (Ирхт гидрометеорология станцияһы)[к. 8].

Һыуыҡ осорҙоң оҙайлылығы 111 көн тәшкил итә (Ирхт метеостанцияһы), ә ҡайһы бер һалҡын райондарҙа (Шаймаҡ, Күл, Болонкүл) һыуыҡ булмаған осор бөтөнләй юҡ. Таулы участкалар төрлө температуралы осорҙар башланыу һәм тамамланыу ваҡыты буйынса ла, ошо осорҙар оҙайлығы буйынса ла айырылып тора. Шулай итеп, тауҙарҙа температура 5 °C-тан юғары булған осор — 90 — 160 көн, 10 °C — 26 — 44 көн, Ҡаракүлдә һәм Федченко боҙлоғонда температура 0 °C-тан юғары булған осор юҡ[15]. Мургаба, Оксу үҙәндәрендә, тымыҡ уйпатлыҡтарҙа (Каракүл һ. б.) күп йыллыҡ туң тау тоҡомдары таралған. йыллыҡ яуым-төшөмгә башлыса массаларҙың көньяҡ-көнбайышҡа күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән циклондар йоғонто яһай. Рельефтың ҡатмарлылығы һәм бейеклектең төрлөлөгө айырым участкаларҙа яуым-төшөм һиҙелерлек тигеҙһеҙ. Дымлы көнбайыш һауа массаларына дусар булған таулы урындарҙа яуым-төшөмдөң күп өлөшө яуа. Был һауа массаларынан бейек тауҙар менән кәртәләнгән көнсығыш райондар дымды аҙ ала[15]. Көнбайыш Памир ярайһы уҡ юғары температуралар менән айырылып тора. Әйтәйек, Дарвазе метеостанцияһында ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура ыңғай һәм 0,2 градус тәшкил итә. Һауа температураһының абсолют минимумы −34 градусҡа етә (Тавильдар метеостанцияһы)[15].
Көнбайыш Памир үҙәндәрендә йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 92 — 260 мм, Көнсығыш Памирҙа — 60 — 119 мм. Таулы тауҙарҙа һәм тау битләүҙәрендә яуым-төшөм күләме арта (Федченко боҙлоғонда — 1100 мм). Йәй Көнсығыш Памирҙа Һиндостандың муссон әйләнешендә ҡатнашҡан дымлы тропик һауа массаларының йоғонтоһо булыуы ихтимал.
Памирҙың өлкә үҙәктәре буйынса ҡайһы бер климатик мәғлүмәттәр:
- Калай-Хумбала уртаса йыллыҡ температура — 12,3 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 507 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күп өлөшө март айында яуа, уртаса 101 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 25,1 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −1,8 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 100 мм. Уртаса температура йыл дауамында 26,9 °C-ҡа үҙгәреп тора.
- Ванчела уртаса йыллыҡ температура — 9,9 °C. Яуым-төшөм йыл һайын яҡынса 341 мм яуа. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе март айында яуа, уртаса 64 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 23,0 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4,9 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 63 мм. Йыл дауамында уртаса температура 27,9 °C-ҡа үҙгәреп тора.
- Рушанда уртаса йыллыҡ температура — 9,2 °C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 292 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөмдөң күп өлөшө март айында яуа, уртаса 54 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температура 22,4 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,1 °C. Был йыл эсендә иң түбән температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 54 мм. Йыл дауамында уртаса температура 28,5 °C-ҡа үҙгәреп тора.
- Хорог ҡалаһында уртаса йыллыҡ температура — 9,3 °C. уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 276 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 0 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе март айында яуа, уртаса 52 мм. Йылдың иң йылы айы — август, уртаса температураһы 22,6 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,2 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 52 мм. Уртаса температура йыл дауамында 28,8 °C-ҡа үҙгәреп тора.
- Ишкашимдә уртаса йыллыҡ температура — 7,5 °C. уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 416 мм. Иң ҡоро ай — август, яуым-төшөм 4 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе апрель айында яуа, уртаса 82 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 19,5 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −6,0 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһында яуым-төшөм айырмаһы — 78 мм. Уртаса температура йыл дауамында 25,5 °C-ҡа үҙгәреп тора.
- Мургабта уртаса йыллыҡ температура 0,3 °C. Яуым-төшөм йыл һайын яҡынса 72 мм яуа. Иң ҡоро ай — ноябрь, яуым-төшөм 1 мм. Яуым-төшөмдөң күбеһе май айында яуа, уртаса 11 мм. Йылдың иң йылы айы — июль, уртаса температураһы 13,8 °C. Ғинуарҙың уртаса температураһы −15,5 °C. Был йыл эсендә иң түбән уртаса температура. Яуым-төшөмдөң иң ҡоро ай менән иң дымлы ай араһындағы айырмаһы — 10 мм. Уртаса температура йыл дауамында 29,3 °C-ҡа тиклем үҙгәрә[16].
Remove ads
Гляциология
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ледник Географического Общества, Ледник Грумм-Гржимайло, Октябрьский (ледник), Саукдара, Язгулемский ледник, Ледник Бивачный, Гармо (ледник), Ледник Корженевского (Киргизия) һәм Ледник Ленина

- Федченко боҙлоғо — Памирҙа иң ҙур боҙлоҡ. Үҙәк Тажикстан (таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе) территорияһында урынлашҡан. Боҙлоҡтарҙың тау-үҙән тибына ҡарай. Донъяла поляр өлкәләрҙән ситтә урынлашҡан иң оҙон боҙлоҡ булып тора. Боҙлоҡтоң майҙаны яҡынса 700 км². Евразия боҙлоҡтары араһында Федченко боҙлоғо майҙаны буйынса Сиачендың Ҡаракорам (оҙонлоғо 76 км, майҙаны 750 км²) һәм Балторо (оҙонлоғо 62 км, майҙаны 750 км²) боҙлоҡтарынан ғына ҡалыша.
- Медвежий боҙлоғо Бадахшанда, Фән академияһы һыртының көнбайыш битләүендә урынлашҡан, ул Памирҙың төп субкиңлек геологик структуралары йүнәлешенә арҡыры һуҙылған. Уның хәҙерге үҙәне бер-береһенән айырылып торған ике өлөштән: үҙәндән һәм боҙлоҡтоң фирнлы өлкәһенән тора. Үҙәне (Хирсдар йылғаһы үҙәне, Абдукагор йылғаһы бассейны, Ванч йылғаһының һул сығанағы) — тәрән уйылған тарлауыҡлы[17].
Медвежий боҙлоғоноң хәрәкәт тиҙлеге күп тапҡырға арта: 1916 йыл алдынан, 1937 йылда һәм 1951 йылда. Әммә был боҙлоҡ белгестәрҙең иғтибарын 1963 йылда ғына йәлеп итә, ул саҡта боҙлоҡ үҙенең үҙәне (Хирсдар йылғаһы) буйлап 1,75 саҡрымға тиерлек аҫҡа шыуа һәм, Абдукагор үҙәнен кәртәләп, Ванча үренә сыға. Боҙлоҡ тиҙлеге 1963 йылдың яҙында көнөнә 100 метрға тиклем етә, ә июль башында сёрдж туҡтай. Боҙлоҡ осонда Абдукагор күле барлыҡҡа килә. Боҙлоҡтоң сираттағы хәрәкәте 10 йылдан һуң була һәм 1973 йылдың авгусына тиклем дауам итә. Ул был юлы алғараҡ шыуа. Артабан хәрәкәт даими ҡабатлана, ә инде яңы мең йыллыҡта төрлө ҙурлыҡта. 1989 йылдың март — июль айҙарында Тажик гидрометеорология хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән үлсәүҙәр һөҙөмтәһендә боҙлоҡ теленең хәрәкәте тиҙлеге үҙгәреүе тураһында өҙлөкһөҙ яҙма алына, шулай уҡ уларҙың максимумдары билдәләнә (13 — 17 июндә тәүлегенә 50 метрҙан ашыу).
Медвежий боҙлоғоноң һәм Памир боҙлоҡтарының торошон 1990-сы йылдар аҙағында алып «Мир» орбиталь станцияһы экипаждары күҙәтеү алып бара, әлеге ваҡытта — Халыҡ-ара йыһан станцияһы
Remove ads
Күлдәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Сасыккуль, Турумтайкуль, Шадау, Шоркуль, Яшилькуль һәм Каракёль
Гидрографияһы
Йылғалары
- Баляндкиик
- Бартанг
- Белеули
- Ванч
- Гунт
- Каинды (йылға)
- Маркансу
- Обихингоу
- Памир (йылға)
- Пяндж
- Сауксой
- Сельдара
- Шахдара
- Язгулем
Геологик төҙөлөшө
Памир тауҙары геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлы һәм төрлө булыуы менән айырылып тора. Уларҙың составына ултырма тоҡомдар — эзбизташтар, ҡомташтар һәм кристаллы тоҡомдар, атап әйткәндә, граниттар инә. Унда тау гәлсәре, аҫыл таш бөрсөктәре бар[18].
Памирҙың физик-географик районлашыуы
Памирҙы районлаштырыуҙың бер нисә схемаһы бар. Һәр бер өлкәһенең шәхси үҙенсәлектәре һәм йөҙө бар. Районлаштырыу орография, геология, геоморфология, гидрология, гляциология, климат айырмалыҡтары, геоботаника мәғлүмәттәре һәм башҡа тәбиғәт билдәләре нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
XX быуаттың икенсе яртыһында Памирҙы тикшеренеүсе, географ һәм геоботаник Окмир Агаханянц киң ялан тикшеренеүҙәре һәм фәнни анализ нигеҙендә Памирҙы физик-географик өлкәләргә бүлеү схемаһын тәҡдим итә, ул «Памир Агаханянецтың районлаштырыу схемаһы» тип атала[19].
Remove ads
Памирҙа йәшәгән халыҡтар
Памир халыҡтары телдәре
Бәйләнеш юлдары
Юлдар, һуҡмаҡтар һәм оврингтар
Иҫке Памир тракты
Хайуандар донъяһы
Чечекта Памир биология станцияһы
Памирҙы өйрәнеүсе күренекле шәхестәр
XIX быуат
XX быуат
XXI быуат
Галерея
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads