Рәсәй Олимпия комитеты ҡышҡы Олимпия уйындарында 2022

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рәсәй Олимпия комитеты ҡышҡы Олимпия уйындарында 2022
Remove ads

2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты бөтә 7 спорт төрөндә лә ҡатнаша (бөтәһе 212 спортсы (103 ҡатын-ҡыҙ һәм 109 ир-егет)[4]. 2022 йылдың 20 ғинуарында Рәсәй Олимпия комитеты уйындарҙың киңәйтелгән исемлеген баҫтырып сығара, уның составына 217 спортсы индерелә[5].

Ҡыҫҡа факттар Эшмәкәрлек йылдары, Спорт төрө ...

Пхёнчханда Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланғандан һуң, Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) Рәсәй Олимпия комитетының ағзалығын тергеҙә[6] һәм 2021 йылдың февралендә Пекинда 2022 йылғы Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн рәсми саҡырыу ебәрә[7], әммә допинг-скандал арҡаһында[8] спорт арбитраж суды (CAS) ҡарарына ярашлы[5], Рәсәй спортсылары 2022 йылдың 16 декабренә тиклем Рәсәй флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһай алмай[9]. Шуға ярашлы Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсылары, Токиолағы йәйге уйындарҙағы кеүек үк, «Рәсәй Олимпия комитеты командаһы» составында сығыш яһай, тигән ҡарар ҡабул итә[10].

Рәсәй Олимпия комитеты делегацияһы башлығы — Андрей Конокотин[11].

Рәсәй командаһы 6 алтын миҙал яулай һәм был күрһәткес буйынса 9-сы урынды биләй. Наградаларҙың дөйөм һаны — 32, Норвегия командаһынан (37) һуң икенсе урында тора. Фигуралы шыуыуҙа 2 һәм саңғы ярыштарында 4 алтын миҙал яулай. РОК командаһында иң уңышлы спортсыһы — 25 йәшлек саңғысы Александр Большунов, уның иҫәбендә өс алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал.


Remove ads

Миҙалдар

Ентеклерәк мәғлүмәт Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар, Бөтәһе ...
Remove ads

Йыйылма оставы

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads