СССР Олимпия уйындарында
СССР-ҙың Олимпия уйындарында ҡатнашыуы һәм совет спорстыларының һөҙөмтәләре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
СССР спортсылары 1952 йылдан 1988 йылға тиклемге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Спортсылар яулаған миҙалдар һаны буйынса СССР иң алдынғы илдәрҙең береһе була.
Тарих
Донъяның сәйәси картаһында 1922 йылда барлыҡҡа килгән СССР, совет спортсыларының төрлө ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт донъя олимпия хәрәкәтендә ҡатнашмай. 1920 йылда Всеобуч тәүге делегацияны Антверпендағы Олимпия уйынларына ебәрергә ынтылып ҡарай, әммә ниәт ғәмәлгә ашмай. Халыҡ-ара олимпия комитеты 1933 йылға тиклем революциянан һуң Рәсәйҙән эмиграциялаған кенәз Лев Урусовты Рәсәй вәкиле итеп һанай.
1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышынан һуң СССР донъя спорт хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла. Совет спортсылары донъя һәм Европа чемпионаттарында уңышлы сығыш яһай. Хәҙер инде Халыҡ-ара олимпия комитеты алдынғы спорт державаһын күрмәмешкә һалыша алмай. 1951 йылдың 23 апрелендә СССР-ҙың Олимпия комитеты ойошторола. 1951 йылдың 7 майында Венала МОК-тың 46-сы сессияһында Советтар Союзы Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалығына алына. СССР Олимпия комитеты рәйесе Константин Андрианов МОК ағзаһы итеп һайлана[1].
СССР-ҙа бер Олимпия уйындары үтә — 1980 йылда Мәскәүҙә XXII Йәйге Олимпиада була. Уға тиклем 1976 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә бирелгән ғариза ҡәнәғәтләндерелмәй ҡала. Олимпиада-1980 ярыштарының ҡайһы берҙәре Ленинградта, Киевта, Минскиҙа, Таллинда, Мытищиҙа үткәрелә.
Remove ads
СССР-ҙан МОК ағзалары
Уйындарҙа ҡатнашыу
1952 йылда СССР беренсе тапҡыр Хельсинкиҙа үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша. 295 спортсынан торған СССР командаһы программаның бөтә төрҙәрендә лә сығыш яһай (үләндәге хоккейҙан башҡа) һәм шунда уҡ Уйындарҙың дөйөм иҫәбендә 2-се урынды ала (МОК ҡабул иткән система һәм НКЗ системаһы буйынса). Диск ташлаусы Нина Пономарёва-Ромашкова 1952 йылдың 20 июлендә йәйге Олимпия уйындарының беренсе чемпионкаһы була (51.42 метр күрһәткес менән Олимпия рекорды ҡуя).
1956 йылда СССР беренсе тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Кортина-д’Ампеццола булған был Олимпиадала СССР Уйындарҙың дөйөм иҫәбендә 1-се урынды яулай. 1956 йылдың 28 ғинуарында 10 километрға саңғыла уҙышта Любовь Козырева-Баранова ҡышҡы Олимпия уйындарының беренсе чемпионкаһы була.
1988 йылда совет делегацияһы тәүге тапҡыр Сеулдағы Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Паралимпиада дебютанттары дөйөм иҫәптә ун икенсе урынды ала[2].
Милли олимпия комитеты эшләгән 41 йыл эсендә СССР 18 ҡышҡы һәм йәйге Олимпиадала ҡатнаша һәм, бөтәһендә лә дөйөм иҫәптә алдынғы урындарҙа булып, бер ҡасан да икенсе урындан түбән төшмәй. СССР спортсылары түбәндәге спорт төрҙәрендә төп уйынсы була:
- йәйге уйындарҙа: еңел атлетика, ауыр атлетика, ирекле көрәш, классик көрәш, спорт гимнастикаһы, фехтование, байдарка һәм каноэла ишеү, пуля менән атыу, гандбол, волейбол.
- ҡышҡы уйындарҙа: саңғы уҙыштары, конькиҙа тиҙлекле йүгереү, фигуралы шыуыу, биатлон, шайбалы хоккей.
Бойкот
1980 йылда СССР Мәскәүҙә йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итә. Ләкин был уйындарға ҡарата алдынғы көнбайыш илдәренең байтағы, шул иҫәптән АҠШ, ГФР һәм Япония бойкот иғлан итә. Шулай итеп, был илдәрҙең спортсылары Мәскәүҙәге Олимпиадала ҡатнаша алмай. СССР командаһы, үҙенең тарихында иң күп һанлы алтын миҙалдар яулап (80 алтын миҙал), дөйөм миҙалдар иҫәбендә беренсе урынды яулай.
1984 йылда совет спортсылары Лос-Анджелестағы Уйындарҙа ҡатнаша алмай, сөнки социалистик лагерь илдәре үҙ сиратында был Уйындарғы бойкот иғлан итә. Социалистик блок илдәренең спортсылары өсөн «Дуҫлыҡ-84» ярыштары ойошторола.
Remove ads
СССР-ҙың тарҡалыуы
1991 йылдың декабрендә СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылдың 12 мартында СССР-ҙың Олимпия комитеты бөтөрөлә. 1992 йылда элекке СССР спортсылары Барселонала 1992 йылғы йәйге Олимпиадала һәм Альбервилдә 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала ҡатнаша. БДБ илдәренең берләшкән командаһы олимпия флагы аҫтында сығыш яһай.
СССР-ҙың спорт тарихында 3 һәм унан күберәк олимпия алтын наградаһын яулаған спортсыларҙың тулы исемлеге
Был исемлеккә СССР ваҡытында кәм тигәндә 3 алтын миҙал яулаусылар ғына индерелгән. Олимпия сығыштарын 1991 йылға тиклем СССР ваҡытында башлаған һәм һуңынан башҡа ил флагтары аҫтында алтын яулаған спортсылар ҙа бар. 44 спортсының 31-е — йәйге, 13-ө ҡышҡы спорт төрҙәрендә сығыш яһаған. Бөтәһенә ҡарағанда ла гимнастар күп — 13 кеше.
Remove ads
Иҫәпләү системаһы
СССР-ҙа команда алған урынды иҫәпләү өсөн Рәсми булмаған Команда Зачёты (Неофициальный Командный Зачет, НКЗ) тигән урын иҫәпләү систмаһы ҡабул ителгән була. Уға ярашлы, спортсы яулаған 1-сенән 6-сыға тиклем урындар өсөн билдәле һанда мәрәй яҙыла. 1-се урынға — 7 мәрәй, 2-се — 5, 3-сө — 4, 4-се — 3, 5-се — 2, 6-сы урынға — 1 мәрәй. Был система башҡа ҡайһы бер илдәрҙә лә ҡабул ителә[3]. Команданың урынын билдәләү буйынса дөйөм ҡабул ителгән система иһә тик миҙалдарҙы ғына иҫәпләй[4].
Remove ads
Һөҙөмтәләр
СССР спортсылары Олимпия уйындарының бөтә тарихында миҙалдар һаны буйынса, АҠШ-тан ҡына ҡалышып, икенсе урынды биләй (ҡатнашҡан уйындар һаны АҠШ-тыҡынан күпкә кәм булһа ла) — бөтәһе 1204, шул иҫәптән 473 алтын. Шул уҡ ваҡытта СССР алтын, көмөш һәм бронза наградалар һаны буйынса бөтә йәйге һәм ҡышҡы Уйындар йомғаҡтары буйынса ла, айырым-айырым йәйге Уйындар һәм ҡышҡы Уйындар йомғаҡтары буйынса ла икенсе урында була (СССР тарҡалғандан һуң Норвегия ҡышҡы күрһәткес буйынса СССР-ҙы үтә).
Йәйге уйындарҙағы сығыштар
|
Ҡышҡы уйындарҙағы сығыштар
|}
Remove ads
Байраҡ йөрөтөүселәр[5]
Йәйге Олимпия уйындары
Ҡышҡы Олимпия уйындары
Һылтанмалар
- Из истории. 2009 йыл 21 март архивланған. Олимпийский комитет России (ОКР) 2009 йыл 21 март архивланған.
- Б. Н. Хавин. Всё об олимпийских играх. — 2-е изд. — М.: «Физкультура и спорт», 1979.Ҡалып:Книга:Хавин Б.Н.: Всё об олимпийских играх
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads