Троицк районы (Силәбе өлкәһе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Троицк районы (рус. Тро́ицкий райо́н) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең административ-территориаль берәмеге (районы) һәм шул уҡ исемдәге муниципаль берәмеге (муниципаль район).
Административ үҙәге — Троицк ҡалаһы (район составына инмәй).
Remove ads
Географияһы
Территория майҙаны 4 959 км².
Троицк районы сиктәштәре:
Тарихы
Көньяҡ Урал ерҙәрен үҙләштереү XVIII быуаттың тәүге яртыһында башлана. 1743 йылда Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш сиктәрен күсмә халыҡтарҙың һөжүменән яҡлау өсөн (ҡырғыҙ-ҡайсаҡ ҡәбиләләре) Уй сик линияһы ойошторола.
Төҙөлөшкә Неплюев Иван Иванович етәкселек итә. Шул уҡ йылда И. И. Неплюев Троицк ҡәлғәһенә нигеҙ һалған. П. И. Рычков һүҙҙәренсә, «она по Оренбурге из всех новопостроенных крепостей может почесться за лучшую и люднейшую». Шулай уҡ терәк форпостар, редуттар, кордондар, пикеттар булдырылған.
XIX быуат буйы казактар тарихи башҡорт ерҙәрен әүҙем үҙләштереүен дауам итә, яңы сик һыҙаттары төҙөлә. Бында тораҡ пункттарға атамаларҙы Ырымбур казак ғәскәре өсөнсө бүлексәһе еңгән урындарҙың атамаларынан сығып бирәләр: Клястицк, Берлин.
1784 йылдың 2 майында Өфө наместниклығында Троицк ҡәлғәһенә яҡын Верхнеурал, Силәбе һәм башҡа өйәҙҙәрҙең ауылдарынан Троицк өйәҙе барлыҡҡа килтерелә, 1796 йылда Ырымбур губернаһы ойошторолоу менән Троицк ҡалаһы һәм Троицк өйәҙе уның составына инә.
1919 йылдың 3 сентябрендә Үҙәк һайлау комиссияһы Президиумы ҡарары менән Силәбе губернаһы төҙөлә, уға Троицк өйәҙе инә. 1922 йылда Троицк өйәҙе 12 станицанан, 196 ауыл Советынан торған. 1923 йылдың 3 ноябрендә Урал өлкәһе ойошторола, уның составына 12 район, 15 округ (Троицк өйәҙе, Верхнеурал өйәҙенең күп өлөшө Силәбе өйәҙенең өлөштәре һәм Ҡостанай өйәҙе) ингән.
Урал өлкә башҡарма комитеты Президиумының 1924 йылдың 20 февралендәге 15-се ҡарары менән районлаштырыу проекты раҫланған, уға ярашлы 16 ауыл Советы һәм 151 тораҡ пунктынан Троицк районы барлыҡҡа килгән. 1924 йылдың 20 февраленән бирле яңы административ-территориаль берәмек — Троицк районы ойошторолоу көнө тип иҫәпләнә.
Remove ads
Халҡы
Территориаль ҡоролошо
Троицк районы өлкәнең административ-территориаль берәмеге булараҡ 14 ауыл Советына бүленә. Троицк муниципаль районы, урындағы үҙидараны ойоштороу сиктәрендә, ауыл биләмәһе статусына эйә 14 муниципаль берәмектән тора[28][29]

Тораҡ пункттар
Троицк районында 74 тораҡ пункт бар.
- Юҡҡа сыҡҡан тораҡ пункттар
- Шевченко — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһенең Троицк районында юҡҡа сыҡҡан ҡасаба. Түбәнге Санар ауыл Советы составына ингән. 1979 йылда бөтөрөлгән.
- Белозерский ауыл Советының Лучи ҡасабаһы — Силәбе халыҡ депутаттарының өлкә Советы 1986 йылдың 21 апрелендә сығарған ҡарарына ярашлы бөтөрөлгән.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Троицк районы флагы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads