Финикия теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Финики́я теле (финик. 𐤃𐤁𐤓𐤉𐤌 𐤊𐤍𐤏𐤍𐤉𐤌) — б. э. т. II—I мең йыллыҡта ҡулланылған. һәм б. э. I мең йыллығы башында йәшәгән финикиялылар теле. Семит телдәренең ханаан төркөмсәһенә ҡарай.
Remove ads
Таралыуы һәм диалекттары
Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Сүриәлә, Испанияла, Төньяҡ Африкала, Кипрҙа лингва франка итеп ҡулланылған. Күрәһең, төньяҡ финикия, тиро-сидон, кипр, пуник диалекттарына бүленгән.
Филистимляндар һөйләшкән финикия теленең экрон диалекты орфография һәм лексика үҙенсәлектәренә эйә була һәм ҡайһы берҙә «филистим семит теле» тип билдәләнә[1].
Характеристикаһы
Морфологияһы һәм лексикаһы буйынса боронғо йәһүд теленә яҡын.
Боронғо йәһүд теленең тәүрат варианты менән сағыштырғанда финикия теленең үҙенсәлекле һыҙаттары булып:
- «оканье» (аморей, угарит һәм йәһүд теленең ā өнөнә финикия телендәге ō > ū тура килә)
- флексияны йәки ялғауҙы юғалтҡандан һуң (сағыштыр: 'abd ҡол, әммә йәһүдсә: 'äbäd), ике тартынҡылы һөҙөмтәне һаҡлау
- м. һәм ж. родтағы 3 зат берлектә -' тамамланған энклитик алмаштың булғпнлығы
- префикстар yi-, 'i- ярҙамында каузативтоҡомдарының барлыҡҡа килеүе
Б. э. т. XI быуат аҙағында финикия телендә фарингаль һәм ларингаль тартынҡылар юҡҡа сыҡҡан.
Remove ads
Яҙмаһы
Финикия текстарын яҙыу өсөн башта изге яҙма, һуңынан хәреф яҙыу системаларына башланғыс һалған махсус финикия яҙмаһы ҡулланылған. Рим тарафынан финикия биләмәләре ассимиляцияланғандан һуң юҡҡа сыҡҡан финикия телендәге текстарҙы финикия яҙмаһы урынына унан килеп сыҡҡан грек теле һәм латин телендәге яҙма менән теркәргә тырышалар. Яҙыуҙа һуҙынҡылар сифатында тартынҡы хәрефтәр (әлиф, эй, вав, йод) ҡулланған йәһүд яҙмаһынан айырмалы рәүештә, финикия яҙмалары матрес лекционисҡулланмайҙар.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads