Ҡорбанғәли Юлдашбаев

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡорбанғәли Юлдашбаев (Ҡорбанғәле бин Юлдашбай бин Байҡыбай; 1799 йыл15 май 1865 йыл) — мосолман дин әһеле. Орск йәмиғ мәсете имамы (1861—1865).

Ҡыҫҡа факттар Титул:, Тыуыу выҡыты: ...
Remove ads

Биографияһы

Ҡорбанғәле бин Юлдашбай бин Байҡыбай 1799 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Аҡъяр ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә мөғәллим Ниғмәтулла Биктимер әл-Эстәрленән, Тимербулат әл-Ҡунаҡбайҙан белем алған. Аҡъяр мәҙрәсәһендә уҡытҡан.

1861—1865 йылдарҙа Орск йәмиғ мәсете имамы була. Бер үк ваҡытта мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була.

1865 йылдың 15 майында Орск ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Remove ads

Ғаиләһе

Улдары — Хөснөтдин, Абдулғәлим, Абдулғәлләм. Хөснөтдин Бохара мәҙрәсәләренең береһендә белем алғанда вафат булған.

Әҙәбиәт

  • Денисов Д. Н. Орская соборная мечеть. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. М.: «Медина», 2009. — С. 285—286. — 404 с. ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Р. Фахретдин. Асар. Книга о биографиях, датах рождения и смерти, о других событиях из жизни мусульманских ученых нашего государства. Том второй. — Оренбург: Типография М.-Ф. Г. Каримова, 1904-1909 гг.
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads