Ҡырым Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡырым Республикаһы
Remove ads

Ҡырым Автономиялы Республикаһы менән бутамаҫҡа.

Ҡыҫҡа факттар

Ҡырым Республикаһы (укр. Республіка Крим, ҡырымтат. Къырым Джумхуриети, Qırım Cumhuriyeti) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, уның составындағы республика [3][4]. Көньяҡ федераль округ һәм Төньяҡ Кавказ иҡтисади районы составына инә. 2014 йылдың 18 мартында Ҡырым ярымутрауының Рәсәй Федерацияһы өлөшөнә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ойошторола, быға тиклем Украина контролендә була.

Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы халыҡ-ара таныу алманы; ООН документтарында[5][6][7][8][9][10][11][12] һәм Украина закондарында Рәсәй күрһәткән республика территорияһы Рәсәй хәрби көстәре тарафынан ваҡытлыса оккупацияланған Автономиялы Ҡырым Республикаһы булараҡ ҡарала.

Remove ads

Тарихы

Ҡалып:Об

Күсеү осоро

Ҡырым Республикаһы Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ 2014 йылдың 18 мартында ойошторола, шул көндә үк ҡул ҡуйылған Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыу тураһындағы килешеү нигеҙендә, РФ закондары сиктәрендә Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы 2014 йылдың февраль-мартында ғәмәлгә ашырыла. Килешеүҙә 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем күсеү осоро билдәләнә, уның барышында Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһының иҡтисади, финанс, кредит һәм хоҡуҡ системаһына, Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары системаһына интеграцияланыу мәсьәләләре юлға һалынырға тейеш.

2014 йылдың 21 мартында, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына формаль рәүештә ҡушылыуын тамамлау менән бергә (РФ президенты тарафынан килешеүҙе ратификациялау тураһындағы законға һәм уға ҡушылған федераль конституцион законға ҡул ҡуйыуы менән[13]), республика яңы ойошторолған Ҡырым федерального округы составына инә[14]. 2 апрелдә Ҡырым Республикаһы Көньяҡ Хәрби округы составына индерелә[15], ә 11 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының Рәсәй Федерацияһы субъекттары исемлегенә инә[16][17][18].

Республика Рәсәйгә ҡушылғандан һуң уның территорияһында Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Радаһы 21 октября 1998 йылдың 21 октябрендә ҡабул иткән һәм 1999 йылдың 11 ғинуарында үҙ көсөнә ингән Ҡырым Автономиялы Республикаһы Конституцияһы ғәмәлдә ҡала[19].

2014 йылдың 11 апрелендә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының сираттан тыш ултырышында Ҡырым Республикаһы Конституцияһы раҫлана. Конституция 10 главанан һәм 95 статьянан тора, уның төп положениелары Рәсәй Федерацияһының Төп Законының статьялары менән оҡшаш. Яңы Конституцияға ярашлы, Ҡырым Республикаһы (ҠР) Рәсәй Федерацияһы составындағы демократик, хоҡуҡи дәүләт һәм Рәсәй Федерацияһының тиң хоҡуҡлы субъекты булып тора. Ҡырым Республикаһында власть сығанағы — уның халҡы — Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡының бер өлөшө. Ҡырым Республикаһында өс дәүләт теле — урыҫ, украин һәм ҡырым-татар телдәре. Республика башлығы — Юғары вазифалы кеше, ул Ҡырым дәүләт советы депутаттары тарафынан биш йылға һайлана һәм был вазифаны бер юлы ике сроктан артыҡ үтәй алмай[20]. 2014 йылдың 9 октябрендә Ҡырым Дәүләт Советы Ҡырым Республикаһы башлығы итеп Сергей Аксёновты бер тауыштан һайлай.

2014 йылдың 8 декабрендә Рәсәй хөкүмәте башлығында кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһының вице-премьеры Дмитрий Козак «Ҡырым күпселек мәсьәләләр буйынса Рәсәй Федерацияһының дәүләт идараһы системаһына инергә әҙер» тип белдерә[21]. 2016 йылдың 28 июлендә Ҡырым Республикаһы Көньяҡ федераль округ составына[22], 2018 йылдың 1 апрелендә Төньяҡ Кавказ иҡтисади районы составына индерелә[23].

Remove ads

Дәүләт һәм сәйәсәт

Дәүләт символдары

Ҡырым Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт гербы, дәүләт флагы һәм дәүләт гимны уның дәүләт символдары булып тора. Ҡырым Республикаһының хәҙерге дәүләт символдары Ҡырымдың Юғары Советы тарафынан беренсе тапҡыр 1992 йылдың 24 сентябрендә ҡабул ителә, Дәүләт советы тарафынан ошо статуста 2014 йылдың 4 июнендә раҫлана[24].

Ҡырым Республикаһының Дәүләт гербында ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге варяг ҡалҡанына уңға ҡарап торған көмөш грифон төшөрөлгән, һәм уның уң тәпәйендә — зәңгәр ынйылы асыҡ көмөш ҡабырсыҡ. Ҡалҡан «Берлектә — сәскә атыу» девизы яҙылған күк-аҡ-ҡыҙыл таҫма менән берләштерелгән һәм сығып килгән ҡояш нурҙарына мансылған ике колонна менән уратып алынған[24].

Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы — горизонталь рәүештә урынлашҡан төҫлө өс һыҙаттан торған туҡыма: юғарыла — Флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән күк төҫ; уртала — Флаг киңлегенең алтынан дүрт өлөшөн тәшкил иткән аҡ төҫ; түбәндә — Флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән ҡыҙыл төҫ[24].

Ҡырым Республикаһының дәүләт гимны — композитор А. С. Карамановтың О. В. Голубева һүҙҙәренә яҙылған музыкаль әҫәре[24] (1992 йылда яҙылған).

Власть органдары

Ҡырым Республикаһының Конституцияһына ярашлы, республикала юғары һәм берҙән-бер вәкиллек һәм закондар сығарыу власть органы булып даими эшләүсе парламент — биш йылға һайланған һәм 75 депутаты булған Ҡырым Республикаһының Дәүләт советы тора[25]. Парламенттың әлеге мәлдә эшләгән составы 2014 йылдың 14 сентябрендә һайлана[26]; 2010 йылдың 17 мартынан Владимир Константинов — Ҡырым парламенты рәйесе, 2014 йылдың 19 сентябрендә һайлана[27].

Конституцияға ярашлы Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырым Республикаһы закондарына ярашлы Дәүләт Советы тарафынан һайланған Ҡырым Республикаһы башлығы Юғары вазифалы кеше булып тора. Республиканың ғәмәлдәге башлығы — Сергей Аксёнов[28].

Республика хөкүмәтенә — Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советына — туранан-тура Республика башлығы (Министрҙар советы рәйесе вазифаһын да башҡарһа), йәки Дәүләт Советы ризалығы менән республика башлығы тәғәйенләгән Министрҙар советы рәйесе етәкселек итә. 2019 йылдың 1 октябренән Юрий Гоцанюк — Министрҙар советы рәйесе[29].

2014 йылдың 26 мартында Ҡырым Респуьликаһының Дәүләт советы Ҡырым парламентының вице-спикеры Сергей Цековҡа һәм Ҡырым Республикаһының вице-премьеры Ольга Ковитидиға Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары полномочиеларын да йөкмәтә[30][31].

Remove ads

Административ-территориаль ҡоролошо

Ҡырым Республикаһының төньяҡ сиге элекке Автономиялы Ҡырым Республикаһының Херсон өлкәһе менән сигенә тап килә һәм ҡоро ер буйынса 22 км һәм Сиваш лимандары буйлап 146 км тәшкил итә (дөйөм оҙонлоғо 168 км)[32]. Кәнбайыштан, көньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан ярымутрауҙы Ҡара һәм Аҙау диңгеҙе урытып алған, көнсығышта Ҡырым Республикаһы Краснодар крайы менән диңгеҙ административ сигенә эйә. Ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайышынан административ сикфедераль әһәмиәттәге ҡала Севастополдән үтә.

2014 йылдың 25 апрелендә Ҡырым һәм Украина араһында Рәсәй дәүләт сиге ҡуйыла[33]. Пределы пограничной зоны на территории Республики Крым установлены 26 ноября 2014 года приказом ФСБ России № 659[34].

Административйәһәттән Ҡырым Республикаһы 25 административ-территориаль берәмектәрҙән тора:

  • 14 район (нигеҙҙә, ауылдарҙа йәшәүселәр),
  • 11 республика әһәмиәтендәге ҡала[35], в границах которых с подчинёнными им населёнными пунктами созданы муниципальные образования — городские округа[36] (нигеҙҙә, ҡалаларҙа йәшәүселәр).

Ҡырым Республикаһында бөтәһе 1019 тораҡ пункты, шул иҫәптән 16 ҡала (16 ҡала) һәм 1003 ауыл тораҡ пункттары (шул иҫәптән 56 ҡала тибындағы ҡасабалар (улар ауыл тораҡ пункттары тип иҫәпкә алына) һәм 947 ауыл һәм ҡасабалар)[37].

2016 йылдың 8 февралендә Ҡырым Республикаһының Минстрҙар Советы эргәһендәге Сәйәси золом ҡорбандары хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса комиссия ултырышында тораҡ пункттарының тарихи атамалары исемлеге раҫлана[38]. На основании этого документа вторые исторические названия получат 1394 населённых пункта Республики Крым. На границах данных населённых пунктов будут установлены таблички со вторыми, историческими, названиями[39][40].

  • 14 район
  • 16 ҡала
  • 56 ҡасаба
  • 950 ауыл
Дөйөм карта

Тораҡ пункттары:

Более 100 000 чел.
от 50 000 до 100 000 чел.
от 20 000 до 50 000 чел.
от 10 000 до 20 000 чел.
от 5000 до 10 000 чел.
от 3000 до 5000 чел.
Thumb
Точка
Алупка
Точка
Алушта
Точка
Армянск
Точка
Бахчисарай
Точка
Белогорск
Точка
Джанкой
Точка
Евпатория
Точка
Керчь
Точка
Красноперекопск
Точка
Саки
Точка
Старый Крым
Точка
Судак
Точка
Щёлкино
Точка
Ялта
Точка
Красногвардейское
Точка
Ленино
Точка
Нижнегорский
Точка
Первомайское
Точка
Раздольное
Точка
Советский
Точка
Черноморское
Точка
Симеиз
Точка
Приморский
Точка
Гвардейское
Точка
Октябрьское
Точка
Грэсовский
Точка
Гаспра
Точка
Гурзуф
Точка
Почтовое
Точка
Багерово
Точка
Приозёрное
Точка
Кировское
Точка
Азовское
Точка
Ишунь
Точка
Новоозёрное
Точка
Мирный
Точка
Заозёрное
Точка
Новофёдоровка
Точка
Массандра
Точка
Партенит
Точка
Комсомольское
Точка
Аграрное
Точка
Кольчугино
Населённые пункты Республики Крым
Remove ads

Иҡтисады

Төп тармаҡтар — сәнәғәт (530-ҙан ашыу эре һәм уртаса предприятиелар), туризм (Көнбайыш Ҡырым, Ҡырымдың Көньяҡ яры, Керчь ярымутрауы), төҙөлөш, һаулыҡ һағы, ауыл хужалығы, сауҙа.

Ҡырым Республикаһы ярымутрау территорияһында 2014 йылда булдырылған ирекле иҡтисади зонаның бер өлөшө булып тора.

Тулайым төбәк продукты

Ҡырым Республикаһының тулайым төбәк продукты 2015 йылда 248 млрд һум тәшкил итә, бер кешегә иҫәпләгәндә — 131 тыс. рублей[41][42]. 2015 йылда Эске төбәк продуктының физик күләм индексы 8,5 процентҡа артҡан[43].

2015 йылда республиканың тулайым төбәк продуктының тармаҡтар буйынса структураһы:[44]

  • Ауыл хужалығы, һунар һәм урман хужалығы — 15,9 %
  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу — 2,8 %
  • Эшкәртеүсе производстволар — 8,9 %
  • Электр энергияһын, газ һәм һыуҙы етештереү һәм бүлеү — 7,5 %
  • Төҙөлөш — 2,1 %
  • Сауҙа — 15,7 %
  • Ҡунаҡханалар һәм ресторандар — 2,4 %
  • Транспорт һәм элемтә — 9,5 %
  • Күсемһеҙ милек менән операциялар, ҡуртымға биреү һәм хеҙмәт күрһәтеү — 9,6 %
  • Дәүләт идараһы һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү; социаль страховка — 8,3 %
  • Мәғариф — 4,7 %
  • Һулыҡ һағы һәм социальных хеҙмәттәр күрһәтеү — 9,5 %
  • Башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү — 2,6 %

Сәнәғәт

Thumb
Ракетный корабль проекта 22800. Строительство кораблей этого проекта ведётся в Крыму на заводе «Море»

Аҙыҡ-түлек, химик, суднолар төҙөү, углеводородтар сығарыу, электроэнергетика сәнәғәттең төп тармаҡтары булып тора.

2016 йылда Ҡырымда сәнәғәт етештереүе күләме 101 млрд һум тәшкил итә, шул иҫәптән:[45]

  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу — 10 %
  • Эшкәртеүсе производстволар — 60 %
    • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте — 26 %
    • Химик производство — 15 %
    • Машиналар эшләү — 10 %
  • Электр энергияһын, газ һәм һыуҙы етештереү һәм бүлеү — 30 %

Түбәндәгеләр Ҡырымдың эре сәнәғәт предприятиелары: «Море» заводы (ракета караптарын төҙөү), «Залив» заводы (суднолар төҙөү), «Черноморнефтегаз» (нефть һәм газ сығарыу), «Массандра» (вино етештереү), Ҡырым сода заводы (сода етештереү), Ҡырым Титаны (титан диоксидын етештереү).

Ауыл хужпалығы

Ҡырымдың ауыл хужалығы игенселек, малсылыҡ, виноград үҫтереү, баҡса үҫтереү, Йәшелсәселек, шулай уҡ эфир майҙарын биреүсе културалар (лаванда, роза, шалфей) үҫтереүгә махсуслашҡан.

Ҡырым территорияһының 63 проценты — ауыл хужалығы ерҙәре. Һөрөнтө ер ауыл хужалығы ерҙәренең 63,3 процентын биләй. Көтөүлектәр — 22,9 %, күп йыллыҡ үҫемлектәр — 8,7 % һәм сабынлыҡтар — 0,1 %[96].

Туризм

Билдәле курорт райондары:

  • Ҡырымдың Көньяҡ яры — Ялта һәм Алушта ҡала округтары территориялары;
  • Көнбайыш яр буйы — Евпатория һәм Саки ҡала округтары территориялары;
  • Юго-Восточное побережье — Феодосия и Судак ҡала округтары территориялары;
  • Керчьярымутрауы.

Рәсәй статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Ҡырымда 6 млн 800 мең турист ял иткән — совет осоронан һуң рекорд һаны[46][47].

Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Кумунжиев Константин Васильевич (8.11.1939—15.05.2019), ғалим-инженер‑электромеханик. 1968—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1972 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы, 1978—1982 йылдарҙа машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан — Ульяновск дәүләт университетында декан һәм кафелра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Ҡышлау ауылынан[48][49].
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads