Amazon (компания)

АҠШ компанияһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Amazon (компания)
Remove ads

Amazon.com, Inc. (э́мазон ком инко́рпоре́йтед тип әйтелә, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә амазон тиелә) — АҠШ-тағы компания, Интернет аша тауар һәм хеҙмәттәр һатыуҙа әйләнеше буйынса донъялағы иң эре компания[38], киң һорау менән файҙаланған тауарҙарҙы һатыусы иң тәүге интернет-сервистарҙың береһе. Штаб-фатиры Сиэтлда (Вашингтон штаты) урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Тармаҡ, Нигеҙләү датаһы ...
Remove ads

Тарихы

Amazon.com  1994 йылда  Америка эшҡыуары Джефф Безос тарафынан ойошторола, ә 1995 йылда  сайты эшләй башлай. Компанияға атама донъялағы иң күп һыулы Амазонка йылғаһы хөрмәтенә бирелә[39]. Тәүҙә сайтта китаптар ғына һатыла. Магазин 1998 йылдың июнендә — музыкаль дисктар,  ноябрҙә видеопродукция һата башлай. Унан һуң ассортиментҡа бер-бер артлы MP3-яҙмалар, программа тәьминәте тауарҙары, видеоуйындар, электроника, кейем, мебель, аҙыҡ-түлек һәм уйынсыҡтар индерелә[40].

Тәүге эш өҫтәлен Amazon.com хужаһы иҫке ишектәрҙән яһап алған, тигән легенда йәшәй. Бөгөн дә компанияла ишектәрҙән эшләнгән өҫтәлдәр бар, әммә аҡсаһыҙлыҡтан түгел, ә хужалыҡсан булыу кәрәклеген иҫкә төшөрөп торһон өсөн ҡуйылғандар[41].

Amazon.com тәү башлап акцияларын 1997 йылдың 15 майында NASDAQ-ҡа урынлашыра.

2006 йылда Аmazon Shopbop компанияһын һатып ала [42].

2010 йылда Amazon 545 миллион долларға  Quidsi (Diapers.com) компанияһын ала[43].

2011 йылда Amazon.com компанияһында 30 мең хеҙмәткәр эшләй[44].

2012 йылда корпорация келәт роботтары етештереүсе Kiva Systems (әлеге ваҡытта — Amazon Robotics) компанияһын ала. Был роботтар тауарҙар менән эште  автоматлаштырыу өсөн кәрәк була.   Уолл-стрит аналитиктары баһалауынса, келәт операцияларын автоматлаштырыу өсөн роботтар  ҡулланыу  Amazon'ға заказдарҙы әҙерләү сығымдарын  40 процентҡа кәметә[45].

2014 йылдың 9 октябрендә Amazon  Манхэттенда (Нью-Йорк) үҙенең тәүге офлайн-магазинын асыуы тураһында хәбәр итә[46]. Бер аҙҙан Сан-Францискола кибет аса[47].

2016 йылдың 7 декабрендә Джефф Безос  Amazon'дың заказды тәүге тапҡыр пилотһыҙ осҡос аппарат менән илтеүе тураһында белдерә[48].

2016 йыл аҙағына компанияла 180 мең кеше эшләй[49][50].

2017 йылда Амазон 14 миллиард долларға  Whole Foods компанияһын һатып ала[51].

Remove ads

Эшмәкәрлеге

Thumb
Сиэтлда Тымыҡ океан Медицина Үҙәге бинаһында  (PacMed) Amazon Global Resources (Amazon.com) компанияһының элекке штаб-фатиры

Әлеге ваҡытта Amazon.com тауарҙарҙың  34 категорияһы менән эшләй, улар араһында электрон китаптар, көнкүреш электроникаһы, балалар уйынсыҡтары, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары,  спорт тауарҙары һәм башҡа күп төрлө әйберҙәр бар. 

Компанияның  АҠШ-тан тыш Бразилияла, Канадала, Бөйөк Британияла, Германияла, Японияла, Францияла, Италияла, Испанияла, Һиндостанда һәм  Ҡытайҙа филиалдары бар.

Amazon.com беренсе булып  Интернеттың ҡәҙимге магазиндан айырмалы бик күп клиенттар менән эшләү, келәттә булған тауарҙарҙан күпкә артыҡ тауар күләме менән эш итеү кеүек мөмкинлектәрен файҙалана.  

Интернет-магазин уңайлыҡтарының береһе — һатып алыусыларҙың һатып алған тауарҙар тураһында фекер яҙыуы, уларҙы баһалауы. Был башҡаларға сифатлы әйберҙәр һайларға ярҙам итә.   

Коммерция уртаҡсылығы

2011 йылдың 18 октябрендә Amazon.com  иң билдәле  комикстар нәшриәте  DC Comics менән уртаҡсылыҡ төҙөүе тураһында белдерә. Килешеүгә ярашлы, Amazon иң популяр комикстарға, шул иҫәптән  «Супермен», «Бэтмен», «Йәшел Фонарь», «Ҡом кеше» һәм «Һаҡлаусылар»ҙың электрон версияларына эксклюзив хоҡуҡ ала.  Яңы уртаҡсылыҡҡа ярашлы,  Amazon'дың төп конкуренты Barnes & Noble был комикстарҙың электрон версияларын үҙенең интернет-магазинынан алып ташларға тейеш була. Ә комикстарҙы был ваҡиғанан өс көн элек Amazon компанияһы тарафынан һатыла башлаған Kindle Fire планшеты ярҙамында ғына  һатып алып була. 

Amazon'да эшләү

Amazon иҫ киткес ҡаты (хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, «фашистарса») эш шарттары менән дан тота[52]. Компания  метрикалар системаһын, хеҙмәткәрҙәр араһында ярыш һәм  негатив һайлау алымдарын ҡуллана,  һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «мөмкинлектәренең сигенән сығырға» йә эштә «янырға» мәжбүр.

Патенттар

2016 йылдың 5 апрелендә Amazon'дың тауар һаҡлау һәм һатыуҙың  дирижаблдәр һәм пилотһыҙ аппараттар файҙаланған системаһын патентлау ғаризаһы теркәлә[53][54].

Remove ads

Етәкселеге

Джефф Безос (1996 йылдан компанияның директоры) — иң күп акция тотоусы. Томас Шкутек  2002—2015 йылдарҙа финанс директоры була, әле был вазифаны  Брайен Олсавацки биләй.

Акционерҙары

2017 йылдың майына ҡарата Джефф Безос акцияларҙың 16 процентына (79,896,638) эйә[55].


Amazon.com акцияларын тотоусылар реестры (2016 йылдың 31 декабренә ҡарата)[56][57]

Ентеклерәк мәғлүмәт Акционер, Акциялар һаны ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads