Кесе Сурай
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кесе Сурай (рус. Малое Чураево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Remove ads
Географик урынлашыуы
Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Ауыл эргәһенән «Ҡуңыр буға» юлы үткән.
Кесе Сурай (Ерекле) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Remove ads
Халҡы
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 98 % тәшкил итә[5].
Билдәле шәхестәре
- Туҡтағолов Артур Бәҙри улы (2.01.1967), йырсы, музыкант-аккомпаниатор. 1990 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 2000 йылдан «Далан» фольклор-эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads