Ломоносов Михаил Васильевич

рус ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia

Ломоносов Михаил Васильевич
Remove ads

Ломоносов Михаил Васильевич (8 [19] ноябрь 1711[13], Мишанин ауылы (хәҙер — Ломоносово ауылы), Архангельск губернаһы, Рус батшалығы — 4 [15] апрель 1765, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы). Донъя кимәлендәге беренсе бөйөк рус ғалимы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

«Универсаль кеше»нең (лат. homo universalis) сағыу миҫалы: энциклопедист, физик һәм химик (ул физик химияға хәҙерге замандағыға яҡын билдәләмә биргән тәүге химик булараҡ тарихҡа ингән, физик-химик тикшеренеүҙәрҙең киң программаһын билдәләгән[14][15][16]; ул эшләгән йылылыҡтың молекуляр-кинетик теорияһы материя төҙөлөшө тураһындағы хәҙерге ҡараштарҙан һәм күп фундаменталь закондарҙан күпкә алда хасил була [17]). Фәнни диңгеҙселеккә һәм физик химияға[18]быяла тураһындағы фәнгә нигеҙ һала.  Астроном (мәҫәлән, Венера планетаһында атмосфера барлығын аса[19][20][21]), приборҙар эшләүсе, географ, металлург, геолог. Шулай уҡ шағир, рәссам, тарихсы, филолог һәм генеалог; ватан мәғарифын, фәнен һәм иҡтисадын үҫтереү өсөн көрәшеүсе (Мәскәү университетының проектын эшләй, уҡыу йортона һуңынан уның исеме бирелә).

Статский советник, химия профессоры (1745), Санкт-Петербург Император Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1745) һәм Швед Король Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы.

Remove ads

Биографияһы

Ҡыҫҡаса йылъяҙма

  • 1711 — 19 ноябрҙә Михаил Васильевич Ломоносов тыуа.
  • 1730 — 7 декабрҙә Холмогоры воевода канцелярияһында паспорт ала.
  • 1730 — 15 декабрҙә Мәскәүгә юллана[22].
  • 1731 — 15 ғинуарҙа Мәскәүҙә Славя-грек-латин академияһына инә.
  • 1731—1734 — Славян-грек-латин академияһында уҡый: 1731 — пиитика класы, 1732 — риторика класы, 1734 — фәлсәфә класы.
  • 17341735 — Киев-Могила академияһында уҡый[23]: бер нисә ай буйы Иероним Миткевичтың фәлсәфә лекцияларын, шулай уҡ математика һәм физика буйынса лекциялар тыңлай.
  • 1735 — Киевтағы лекцияларҙа фәтеүә тапмағанлыҡтан, Мәскәүгә Славян-грек-латин академияһына ҡайтып, уҡыуын дауам итә.
  • 1735 — ноябрҙә 12 уҡыусы иҫәбендә Фәндәр академияһына тәҡдим ителә.
  • 1736 — 2 ғинуарҙа 11 иптәше менән бергә отставкалағы прапорщик Василий Попов тарафынан Мәскәүҙән Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһына килтереп еткерелә. 
  • 1736 — 12 ғинуарҙа Академия университетына студент итеп алына.
  • 1736 — 4 октябрҙә тау эшенә һәм металлургияға уҡыу өсөн Германияға ебәрелә.
  • 1736—1739 — Марбург университетында уҡый.
  • 1737 — ғинуарҙан профессор Х. Вольфтың механика курсын һәм профессор Ю. Г. Дуйзингтың теоретик химия курсын тыңлай.
  • 1739 — февралдә фатир хужабикәһенең ҡыҙы Елизавета-Христина Цильхҡа граждан никахы менән өйләнә[24].
  • 1739 — 8 ноябрҙә ҡыҙы тыуа; 9 ноябрҙә — ҡыҙы реформаттар общинаһы сиркәүендә, Екатерина-Елизавета тигән исем бирелеп, һыуға сумырыу йолаһы үтә.
  • 1739—1740 — И. Ф. Генкель етәкселегендә тау эшенә уҡый.
  • 1740 — 26 майҙа Марбургтың реформаттар общинаһы сиркәүендә Елизавета-Христина Цильх менән никахлаша[25].
  • 1740 — май аҙағында иленә ҡайтып барғанда Дюссельдорф эргәһендә алдап пруссактар тарафынан рекрутлыҡҡа алына, октябрҙә ҡаса, Арнгейм һәм Утрехт аша — Амстердамға, унан һуң Гаагаға килә, ҡабат Амстердамға килгәс кенә унан диңгеҙ юлы менән Рәсәйгә ҡайтып китә ала[26].
  • 1741 — 8 июндә Санкт-Петербургҡа килеп төшә.
  • 1741 — 10 июндә ботаника һәм тәбиғәт тарихы профессоры И. Амманға тәбиғәтте өйрәнеү фәне буйынса уҡыу өсөен йүнәлтелә һәм Кунсткамераның Минералдар кабинетында минералдар һәм ташҡа әйләнгән нәмәләр каталогын төҙөй башлай.
  • 1741 — 22 декабрҙә Марбургта Ломоносовтың улы тыуа, һыуға сумырыу йолаһын үткәндә уға Иван тигән исем ҡушыла[27].
  • 1742 — 8 ғинуарҙа Санкт-Петербург Фән һәм художество академияһының физика класы адъюнкты ителә.
  • 1745 — 25 июлдә химия профессоры итеп тәғәйенләнә[28], был Санкт-Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһының ғәмәли ағзаһы статусына тиң була. Ул тәбиғәт фәндәре өлкәһендә беренсе рус академигы була[29].
  • 1746 — 20 июндә беренсе тапҡыр рус телендә физика буйынса асыҡ лекциялар уҡый.
  • 1748 — Рәсәйҙә химия буйынса беренсе ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу лабораторияһын ойоштора.
  • 1748—1757 — химия лабораторияһында төҫлө быяла һәм буяуҙар табыу менән шөғөлләнә, рудаларға химик анализ эшләй.
  • 1749 — 21 февралдә ҡыҙы Елена тыуа.
  • 17521753 — химия лабораторияһында тарихта беренсе тапҡыр физик химия буйынса лекциялар уҡый.
  • 1753 — Усть-Рудица ауылында быяла фабрикаһы нигеҙләнә. 
  • 1755 — М. В. Ломоносов ҡатнашлығында Мәскәү университеты ойошторла, ул уның тәүге проектын төҙөй.
  • 1756 — Академия гимназияһында һәм Академия университетында түбәнге ҡатламдың белем алыуға хоҡуғын яҡлап сыға.
  • 1757 — 1 ғинуарҙа Санкт-Петербург Император фәндәр һәм художестволар академияһы Канцелярияһының советнигы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылды академияның ҡаҙна фатирынан Мойкаға үҙ йортона күсә.
  • 1757 — Синод «вәғәздәрҙә фәнде үтә әрләмәҫкә» саҡырған Ломоносовтың ғилми эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итә [30]
  • 1758 — Тарихи Йыйылыштың, География департаментының, Академия университетының һәм Академия гимназияһының етәксеһе ителә.
  • 1759 — Академия гимназияһын йыһазландырыу, уставын төҙөү, Академия университетын ҡороу менән шөғөлләнә, бөтә көсөнә түбән ҡатламдарҙың белем алыуға хоҡуғын яҡлай.
  • 1760 — 30 апрелдә Швед Король фәндәр академияһы М. В. Ломоносовты үҙенең почётлы ағзаһы итеп һайлай.
  • 1763 — 10 октябрҙә иң абруйлы өс художество Академияһының ағзаһы итеп һайлана (мозаика эштәре өсөн).
  • 1764 — 17 апрелдә Болонья институты Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы итеп һайлана.
  • 1765 — 4 апрелдә Мойка йылғаһы буйындағы йортонда үпкәһе шешеүҙән вафат була. 
  • 1765 — 8 апрелдә Александр Невский лавраһының Лазарь зыяратында ерләнә[31].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads