Матрай

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Матрай (Мөхәммәтрәхим) (рус. Матраево) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 940 кеше булған[1]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227000001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...


Remove ads

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл279
1920 йыл 26 август512
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар41120820350,649,4
1959 йыл 15 ғинуар73634339346,653,4
1970 йыл 15 ғинуар112954758248,451,6
1979 йыл 17 ғинуар108251656647,752,3
1989 йыл 12 ғинуар110654356349,150,9
2002 йыл 9 октябрь96744152645,654,4
2010 йыл 14 октябрь94045248848,151,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 58 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 105 км

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Быҙаулыҡ урамы (рус. Бузавлыкская (улица))
  • Г.Насыров урамы (рус. Г.Насырова (улица))
  • З. Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
  • З. Ҡаҙнабаев урамы (рус. З.Казнабаева (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
  • 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица))
  • С. Юлаев урам (рус. С.Юлаева (улица))
  • Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))
  • Шайморатов урамы (рус. Шаймуратова (улица))[4]
Remove ads

Ер-һыу атамалары

Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[5].

Тарихы

Боронғоларҙан яҙып алған легендаға ярашлы, ауылға 1755 йылда Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Мөхәмәтрәхим Алғышаев нигеҙ һалған. Әммә архив документтарын тикшереү легенданың теүәл булмауын күрһәтә: XVIII быуат документтарында һәм 1795—1834 йылдарҙағы ревизия материалдарында был ауылдар юҡ. Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы Юлдыбай ауылы буйынса 1816 йылғы ревизия материалдарында бер йортта йәшәгән 47 йәшлек Игелек Алғышаев һәм уның ҡустыһы Мөхәмәтрәхим Алғышаев (уға 24 йәш) ҡатыны Дәүләтбикә (23 йәш) күрһәтелгән. Тимәк, Мөхәмәтрәхим ауылына нигеҙ һалыусы Юлдыбай ауылы кешеһе. Был башҡа документтар менән дә раҫлана. Туңгәүер улусы Мөхәмәтрәхим ауылы 1859 йылғы ревизия материалдарында теркәлгән. Был ваҡытта ул 4-се Башҡорт кантонының 1-се тирмәһенә ҡараған, һәм унда 21 йорт иҫәпләнгән. Ошо документтан күренеүенсә, тәүге тапҡыр Мөхәмәтрәхим ауылы 1850 йылғы IX ревизияла теркәлгән. Унда 20 ихата булған. Әммә 1850 йылғы материалдар беҙгә барып етмәгән. Ошо уҡ документта күрһәтелгәнсә, 1855 йылда 63 йәшлек Мөхәмәтрәхим Алғышаевтың улы Сәйетов вафат була, уның исеме ауылға бирелгән. 1858 йылда Мөхәмәтрәхим ауылы халҡы формалашыуы дауам итә: Юлдыбай аулынан «башлыҡ бойороғо буйынса» бында Әбделмән Балыҡбаевтың ғаиләһе күсерелә. 1859 йылда Мөхәмәтрәхим ауылында 21 йорт һәм 162 кеше иҫәпләнә (81 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ). Тулыһынса һылтанма буйынса рус телендә уҡығыҙ[6].

Remove ads

Топонимикаһы

Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Матбуғатта

  • Йылайырҙа балыҡ тоторға яратыусылар йыйылды[8]
  • Һаумыһығыҙ, ауылдаштар 2021 йыл[9]
  • Мөхәмәтрәхим булған исеме[10]

Видеояҙмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads