Риза Ишморат
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Риза Ишморат (тулы исеме Ризаитдин Фәхретдин улы Ишморатов; рус. Ишмуратов Риза Фахрутдинович; 1 ноябрь 1903 йыл—29 октябрь 1995 йыл) — татар һәм башҡорт драматургы, режиссёр, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1927 йылдан КПСС ағзаһы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1963) ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың (1983) һәм Татар АССР‑ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Remove ads
Биографияһы
Риза Фәхретдин улы Ишморатов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[4]. 1911—1915 йылдарҙа ауыл мәктәбендә, 1917—1918 йылдарҙа Өфө «Ғосмания» мәҙрәсәһендә, 1919—1922 йылдарҙа Өфө педагогия техникумында, 1923—1926 йылдарҙа Татар дәүләт театр техникумында уҡый. Театр техникумын тамамлағандан һуң, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында режиссёр булып эшләй. 1920‑се йылдарҙа эске ғәскәрҙәрҙең Өфө сәйәси бүлеге хеҙмәткәре. 1927 йылдан КПСС ағзаһы була. 1930 йылда Ленинград сәнғәт тарихы институты ҡарамағындағы Юғары сәнғәт белеме курстарын тамамлай. 1931—1940 йылдарҙа Татар академия театрының режиссёрҙар коллегияһы етәксеһе, ҡуйыусы режиссёр һәм әҙәби бүлек мөдире, Татарстан АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары[5].
1942 йылдың майында Риза Ишморат фронтҡа китә. Воронеждан Берлинға тиклем фронт юлы үтә: хәрби хәбәрсе, 1-се Украин фронтында сыҡҡан «Ватан даны өсөн» татар гәзитенең яуаплы мөхәррире була. Берлинда урам алыштары ваҡытында яҙыусы ҡаты яралана. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Фронтта булған саҡта Риза Ишморат ижадын туҡтатмай. Уның «Дошман лагерында», «Ватан ҡыҙҙары», «Ҡайтыу» пьесалары татар театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән бара. Һуғыштан һуң Татарстан Яҙыусылар союзында драматургтар секцияһын етәкләй, ижади йәштәр менән эш алып бара, үҙен драматург булараҡ ҡына түгел, талантлы публицист һәм тәржемәсе булараҡ та күрһәтә[6]. Риза Ишмораттың Башҡортостандағы ғүмер йылдары «Тормош һуҡмаҡтары» (1987; татар телендә) хәтирәләр китабында сағылыш тапҡан. Башҡорт драма театрында драматургтың әҫәрҙәре буйынса «Яҡын дуҫ», «Ҡайтыу», «Дауылға табан» һ.б. спектаклдәре ҡуйыла[4].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
- Беренсе ҡатыны (1923 йылда өйләнгән) ― Сәғәҙәт. Ҡызы Гөлнар (1936)
- Икенсе ҡатыны (1937 йылда өйләнгән) ― Рәшиҙә Йыһаншина (1917―2003)
- Өсөнсө ҡатыны (1946 йылда өйләнгән) ― Фатима. Улдары Фәрит (1946)
- Дүртенсе ҡатыны (1948 йылда өйләнгән) ― Рәйсә Ишморатова (Чабдарова, 1917―1997). Рәйсәнең үҙ улы Геннадий (1939). Уртак улдары Рауил (1949)[7].
Риза Ишмораттың ейәне Айрат Ишморатов, кларнетсы, композитор һәм дирижёр, әлеге ваҡытта Канадала йәшәй.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads