Рычков Николай Петрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рычков Николай Петрович
Remove ads

Николай Петрович Рычков (15 октябрь 1746 йыл1798 йыл) — сәйәхәтсе, географ, этнограф. Коллегия асессоры (1772). Петербург Фәндәр академияһы адъюнкты, Рәсәй Ирекле йыйылышы һәм Император Ирекле иҡтисади йәмғиәте ағзаһы. Рәсәй ебәкселеген ойоштороусыһы.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

1746 йылдың 15 октябрендә Ырымбур ҡалаһында тыуған. Академик П. И. Рычковтың икенсе улы.

1760—1767 йылдарҙа Троицк һәм Ревель драгун, Пенза пехота полктарында хеҙмәт иткән.

1768—1770 йылдарҙа капитан Рычков академик Петер Симон Паллас етәкселегендәге Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан, Вятка, Ҡазан, Пермь, Өфө һәм Ырымбур губерналарын өйрәнгән. Тарихи Башҡортостандың тәбиғәтен, мәмерйәләрҙе (шул иҫәптән Ыҡ мәмерйәләрен); баҡыр рудниктарын һәм иретеү заводтарын, башҡорт, мишәр, татар һәм типтәрҙәрҙең көнкүрешен, йолаларын һүрәтләгәп сәйәхәте буйынса тасуирлама төҙөй. Ул 1770—1772 йылдарҙа Петербург Фәндәр академияһы тарафынан «Журнал или дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства» исеме аҫтында нәшер ителә[1]. Ә 1772 йылда Петербург Фәндәр академияһы Рычковтың «Дневные записки путешествия в Киргиз-Кайсацкую степь в 1771 г.» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара.

1772 йылда коллегия асессоры чинын ала. 1772—1785 йылдарҙа Ахтуба йылғаһы буйында яңы ойошторолған ебәк заводы директор була. 1780 йылда надворный советник, ә 1784 йылда коллегия советнигы чиндарын ала.

1793 йылда академик Паллас Царицын ҡалаһы янында Рычков менән осраша һәм улар бергәләп Ахтуба үҙәнен өйрәнә. 1797 йылда Рычковты йәнә Ахтуба ебәк заводы директоры тип ҡуйырға ниәтләйҙәр, әммә 1797—1798 йылдар араһында ул вафат була.

Remove ads

Хеҙмәттәре

  • Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. — СПб., 1770.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads