Юлдашев Роберт Нәжип улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы. «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Remove ads
Биографияһы
Роберт Нәжип улы Юлдашев 1971 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (Айрат Ҡобағошов класы).
Бала сағынан спорт менән әүҙем шөғөлләнә. «Салауат Юлаев» хоккей клубының балалар командаһы составында уйнай[2].
1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1991 йылдан «Аҡйондоҙ» музыка төркөмөндә сығыш яһай. 1995—1998 һәм 2001—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музыканты була.
2009 йылдан «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.
Remove ads
Ижади һәм концерт эшмәкәрлеге
Роберт башҡарыуында ҡурай моңо Англия («Роял фестиваль холл»), Япония һәм башҡа илдәрҙә яңғыраны. Башҡортостан милли симфоник оркестры менән Испанияла, «Кремлёвский балет» труппаһы менән Бельгия, Люксембург, Голландия гастролдәрҙә булды һәм был илдәр тамашасыларын уйнауы менән әсир итте. Талантлы музыкант шулай уҡ Берлин, Кипр һәм Италияның Милан ҡалаһындағы «Ла Скала» сәхнәләрендә ҙур уңыш ҡаҙанды.
Ҡурайсы Владимир Спиваков етәкселегендәге «Виртуозы Москвы» оркестры менән берлектә «Путь», «Дом солнца» фильмдарына музыка яҙыуҙа ҡатнаша. Гарик Сукачев[3], Николай Носков, «Пелагея» кеүек Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән сығыш яһау Роберт Юлдашев һәм ҡурайға киң танылыу алып килде.
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- «Уфимская волна-2014» конкурсының жюри ағзаһы[4].
- Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторған башҡорт бейеүе бәйгеһе "Байыҡ"тың баһалама ағзаһы (2013)[5]
Ҡаҙаныштары
Уның тураһында
- Валитова Н. Народный артист Башкирии Роберт Юлдашев: «Сукачев сказал, что в курае звучит сама вечность». Средство массовой информации — сетевое издание «Новостной портал ProUfu.ru». 2015, 27 июня[8].
- Ҡотлогилдина З. Моңдоң милләте юҡ, моңдоң көсө бар. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 24 февраль[9]
- Баймөхәмәтов А. Ҡурай менән Йыһан бәйләнеше. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 16 февраль[10].
- Лежень Ю. Роберт Юлдашев мог выступать за «Салават Юлаев», а играет на курае. «Медиакорсеть» сайты, 2012, 15 февраль[2].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2022)[11]
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
- Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар конкурсында Гран-при
- Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсында Гран-при
- «Тюрксой» Халыҡ-ара ойошмаһы үткәргән конкурста беренсе премия
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2003)
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡ
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads