Үрге Ильяс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Үрге Ильяс (рус. Верхнеильясово; икенсе атамаһы Тәңес[1][2]) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл[3]. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.

Remove ads
Географик урынлашыуы
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Үрге Ильяс[4] — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев фекеренсә , XIX быуат аҙағында Ильяс (Урта Ильяс) ауылы кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[5]. Үрге Ильяс рус телендәге исеме Верхнеильясово тигәндән тәржемә ителеп алынған, ә асылда башҡорт халыҡ телендә ул элекке исеме менән йөрөтөлә — Тәңес ауылы. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Ауыл Өс ҡайын йылғаһы буйында ултыра. Уның ауылдан 2 км ситтәрәк булған инешен халыҡ Таиба ҡойоһо тип йөрөтә. Ҡасандыр ауылда йәшәгән Таиба исемле әбей ошо шишмәгә һыуға йөрөргә яратҡан тиҙәр.
Remove ads
Халҡы
1920[5] |
---|
435 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[7].
Билдәле шәхестәре
- Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (1888—1966), драматург, шағир, сәсән, фольклорсы.
- Буранғолов Мәжит Фазлый улы (1904—1943), яҙыусы, фольклорсы, йырсы.
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (9.09.1956), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент.
- Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948—5.02.2021), театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads