Мариехамн

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мариехамнmap

Маарианхамина[10] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[11] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Мариехамн
швед. Mariehamn
ФлагГерб
ThumbThumb
Нигеҙләү датаһы 1861
Thumb
Рәсми атамаһы Mariehamn
Кем хөрмәтенә аталған Мария Александровна[d]
Рәсми тел швед теле[1][2]
Дәүләт  Финляндия
Административ үҙәге Аланд утрауҙары
Административ-территориаль берәмек Аланд утрауҙары
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Мариехамн[d][3]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Åland[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Aland/Mariehamn.map
Закондар сығарыу органы Mariehamn City Council[d]
Ойошма ағзаһы Union of the Baltic Cities[d][4]
Халыҡ һаны 11 812 кеше (31 декабрь 2023)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 21 метр, 6 метр[6] һәм 20 метр
Туғандаш ҡала Копавогур[7], Крагерё[7], Курессааре[d][7], Ломоносов (ҡала)[7], Торсхавн[d][7], Валкеакоски[7] һәм Готланд[d][7]
Милке Виклеф Голдинг Арена[d]
Сиктәш Йомала[d][8] һәм Лемланд[d][8]
Майҙан 11,81 км² (1 ғинуар 2023)[9]
Почта индексы 22100, 22101 һәм 22140
Рәсми сайт mariehamn.ax
Thumb
Thumb
Классификация климата Кёппена влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Mariehamn[d]
Thumb
 Мариехамн Викимилектә
Ябырға

1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[10].

Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.

Географик урыны

Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[12].

Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.

Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).

Thumb
Императрица Мария Александровна төшөрөлгән марка, Рәсәй почтаһы тарафынан ҡаланың 150 йыллығына арнап сығарылған (2011)

Этимология

Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.

Тарих

Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[11]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.

Иҫтәлекле урындары

Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.

Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.

2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[13][14].

Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[15]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[16], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.

Халыҡ

Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ ...
Йыл
Халыҡ
1987
9966
1990
263 10
1997
10 408
2000
488 10
2002
632 10
2004
10 712
2010
146 11
Ябырға

Туғанлашҡан ҡалалары

Ентеклерәк мәғлүмәт Ил, Ҡала ...
Ил Ҡала Йыл Иҫкәрмә
Швеция флагы Швеция Висбю
Исландия Исландия Копавогур
Флаг Норвегии Норвегия Крагер
Дания Дания Слагельс
Флаг Фарерских островов Фарер утрауҙары Торсхавн Принадл. Дания Дания
Эстония флагы Эстония Курессаар
Финляндия Валкеакоски
Рәсәй флагы Россия Ломоносов
Ябырға

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.