From Wikipedia, the free encyclopedia
Берберҙар (грек. βάρβαροι, лат. barbari; исем әмәзәғ, амахаг — «ирекле ир[17]»; кабил. Imaziɣen) — төньяҡ Африканың VII быуатта ислам динен ҡабул иткән ерле халҡы. Улар йәшәгән биләмәләр көнсығышта Египеттың көнбайыш сиктәренән (Сива оазисынан) башланып, көнбайышта Атлантик океанға тиклем һуҙылһа, көньяҡта — Нигер йылғаһына саҡлы, төньяҡта иһәе Урта диңгеҙгә тиклем территорияны алып тора. Афрозия макроғаиләһенең бербер-ливан телдәрендә һөйләшәләр. Дин буйынса — күпселеге сөннәтле мосолмандар.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: яҡынса 24 млн. кеше
| |
Тел | |
Дин | |
Раса тибы | |
Туғандаш халыҡтар |
ғәрәптәр, сонгай, фульбе |
Төньяҡ Африканы мосолмандар баҫып алғандан һуң, Мәғриб халҡына ғәрәп мәҙәниәте ныҡ йоғонто яһай. Халыҡтың күпселеге мигриб — ғәрәп телен белә. Халыҡтың бер өлөшө XIX—XX быуаттарҙағы колониаль осорҙа таралған француз һәм испан телдәрен белә.
Шулай уҡ берберҙарҙың ҙур ғына диаспораһы Францияла бар. Был диаспоранан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Берберҙар этник һәм лингвистик яҡтан бер төрлө түгел, улар ғәрәптәр менән аралашып йәшәйҙәр.
Телдәрен аңламаған өсөн «бербер» тигән исемде европалылар, варвар һүҙенә оҡшатып биргән. Был атама экзоним булып тора, йәғни бербер халҡы үҙе был атаманы ҡулланмай.
Күп һанлы бербер халҡы араһында төп халыҡтар:
Египеттан көнбайышҡараҡ йәшәгән берберҙарҙың ливан ата-бабалары боронғо мысыр яҙмаларында телгә алына[18].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.