Берберҙар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Берберҙар (юнан. βάρβαροι, лат. barbari; исем әмәзәғ, амахаг — «ирекле ир[17]»; кабил. Imaziɣen) — төньяҡ Африканың VII быуатта ислам динен ҡабул иткән ерле халҡы. Улар йәшәгән биләмәләр көнсығышта Египеттың көнбайыш сиктәренән (Сива оазисынан) башланып, көнбайышта Атлантик океанға тиклем һуҙылһа, көньяҡта — Нигер йылғаһына саҡлы, төньяҡта иһәе Урта диңгеҙгә тиклем территорияны алып тора. Афрозия макроғаиләһенең бербер-ливан телдәрендә һөйләшәләр. Дин буйынса — күпселеге сөннәтле мосолмандар.

Ҡыҫҡа факттар Һаны һәм йәшәгән урыны, Тел ...

Төньяҡ Африканы мосолмандар баҫып алғандан һуң, Мәғриб халҡына ғәрәп мәҙәниәте ныҡ йоғонто яһай. Халыҡтың күпселеге мигриб — ғәрәп телен белә. Халыҡтың бер өлөшө XIX—XX быуаттарҙағы колониаль осорҙа таралған француз һәм испан телдәрен белә.

Шулай уҡ берберҙарҙың ҙур ғына диаспораһы Францияла бар. Был диаспоранан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Берберҙар этник һәм лингвистик яҡтан бер төрлө түгел, улар ғәрәптәр менән аралашып йәшәйҙәр.

Телдәрен аңламаған өсөн «бербер» тигән исемде европалылар, варвар һүҙенә оҡшатып биргән. Был атама экзоним булып тора, йәғни бербер халҡы үҙе был атаманы ҡулланмай.

Remove ads

Халыҡтар

Күп һанлы бербер халҡы араһында төп халыҡтар:

  1. Амацирга — материктың төньяҡ-көнсығыш ярынан алып Атлас тауҙарына тиклем Телла провинцияһында йәшәгән Марокко халҡы. Диңгеҙ юлбаҫарҙары булараҡ Риф пираттары исеме менән билдәле халыҡ.
  2. Шилла — Ум-эр-Ребиа һәм Тензифт тигеҙлегендә, Атлас тауҙарынан көньяҡҡа табан Атлантик океанға тиклем ерҙәрҙә йәшәгән Марокко халҡы.
  3. Кабил — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  4. Шауйя — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  5. Сахара берберҙары — сүллектә йәшәгән, бик ҙур территориялар биләгән халыҡ. Иң билдәлеләре: туарегов, бени-мезаб, сокну, аудшилу, сива. Канар утрауҙарының испандар тарафынан өлөшләтә ассимиляцияланған Гуанчи халҡының берберҙарға инеүе асыҡланмаған.
Thumb
улед-наиль[en] халынан бербер
Thumb
Мароккола күскенсе бербер
Thumb
Милли кейемдә бербер, Алжир
Remove ads

Тарихы

Египеттан көнбайышҡараҡ йәшәгән берберҙарҙың ливан ата-бабалары боронғо мысыр яҙмаларында телгә алына[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Бербер телдәре

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads