From Wikipedia, the free encyclopedia
Магний — ер ҡабығында таралышы буйынса алтынсы урында тороусы (кислород, кремний, алюмин, тимер һәм кальцийҙан ҡала) элемент.
XIX быуат башында инглиз ғалимы Һемфри Дэви (1778—1829) магний табыу өсөн бик күп тырышлыҡ һала, ләкин уның күп ынтылыштары емешһеҙ була. Шулай ҙа ул уңышҡа өлгәшә — Дэви еүеш магнезияны (MgSO 4) терегөмөш оксиды менән бутай, ҡатнашманы платина пластинкаға һала һәм уның аша ток үткәрә; амальгаманы йылытып терегөмөштән арындыра һәм яңы металл таба.
Дэви металлды magnium тип атай.
Металлик магнийҙы еңелерәк табыу ысулын 1828 йылда А. Бюсси аса. Ул һыуһыҙ MgCl 2 менән калий ҡатнашмаһын быяла көпшәлә йылытып, магнийҙы таба. Был реакцияла калий ҡушылманан магнийҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм калий хлориды менән магний барлыҡҡа килә. Был алым 19-сы быуат аҙағына тиклем ҡулланыла, шунан һуң электролитик ысул табыла.
Магний — көмөшһыу-аҡ ялтырауыҡ металл. Ул сағыштырмаса йомшаҡ һәм пластик, яҡшы электр һәм йылылыҡ үткәргесе. Һауала оксидтан тороусы яры менән ҡаплана. Магнийҙың тығыҙлығы 1,739 г/см3 (200 С та); иреү һәм ҡайнау температуралары 6510 С һәм 11070 С; электр үткәреүсәнлеге 22 (Hg=1). Магний 600—6500 С та ялҡынлана һәм MgO, өлөшләтә Mg 3 N 2 барлыҡҡа килә. Магний электр тогын насар үткәрә.
Литосферала магний 2,1 % -ты алып тора. Тәбиғәттә магний ҡушылмаларҙа ғына осрай, ул карбонаттар, силикаттар һ.б. төҙөлөшөнә инә. Ерҙәге тереклектә магний 1011 тоннаға тиклем.
Иң күп магний экспортлаусы илдәр (2014, млн $, донъя магний экспортының %-ы): Ҡытай — 1040 (57 %), Израиль — 115 (6.3 %), Германия — 109 (6 %), АҠШ — 103 (5.6 %), Австрия — 72.4 (4 %), Нидерланд — 37.5 (2 %), Чехия — 28.9 (1.6 %), Канада — 26.7 (1.5 %), Венгрия — 18.6 (1 %).
Иң күп магний импортлаусы илдәр (2014, млн $, донъя магний импортының %-ы): АҠШ — 198 (11 %), Канада — 195 (11 %), Германия — 178 (9.7 %), Япония — 112 (6.1 %), Мексика — 72.3 (3.9 %), Көньяҡ Корея — 66.4 (3.6 %), Франция — 59.6 (3.3 %), Нидерланд — 55.4 (3 %), Бразилия — 52.9 (2.9 %), Һиндостан — 49.8 (2.7 %), Италия — 46.9 (2.6 %), Австрия — 45.3 (2.5 %), Норвегия — 41.2 (2.2 %), Румыния — 40.2 (2.2 %), ППольша — 34 (1.9 %), Төркиә — 31.8 (1.7 %), Чехия — 29.7 (1.6 %), Испания — 29.2 (1.6 %), Швейцария — 29.2 (1.6 %).[18]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.