Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы йәки Ҡабарҙы-Балҡария (ҡаб.-черк. Къэбэрдей-Балъкъэр Республикэ; ҡарас.-балҡ. Къабарты-Малкъар Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[5][6], Төньяҡ Кавказ федераль округындағы Рәсәй Федерацияһы субъекты. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының дәүләт телдәре — балҡар, ҡабарҙы, һәм урыҫ телдәре[7].
Төньяҡта — Ставрополь крайы, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Төньяҡ Осетия — Алания, көньяҡта — Грузия, көнбайышта Ҡарасай-Черкесия менән сиктәш.
1922 йылда автономиялы өлкә булараҡ ойошторола. 1936 йылда Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы тип үҙгәртелә. Баш ҡалаһы — Нальчик.
Remove ads
География

Республика башлыса Төньяҡ Кавказ тауҙарында урынлашҡан, тик төньяҡ-көнсығыш өлөшө — тигеҙлекте биләй.
- Иң бейек нөктәһе: Эльбрус тауы (5642 м)
- Төньяҡтан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 167 км;
- Көнсығыштан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 123 км.
Климат
Климаты урта-континенталь. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4 °С-тан алып (тигеҙлектә) −12 °С-ҡа тиклем (тауҙарҙа), шулай уҡ рәүештә июлдең уртаса температураһы +23…+4 °С. Яуым-төшөм йылына 500—2000 мм.
Йылғалар
Күлдәр
- Чирик (Серек) күл
- Шадхурей
- Тамбукан
Шарлауыҡтар
- Абай-Су
- Чегем
Иң бейек түбәләре
- Эльбрус (5642 м)
- Дыхтау (5204 м)
- Коштантау (5152 м)
- Пушкин сусағы (5100 м)
- Шхара (5068 м)
- Джангитау (5058 м)
- Мижирги (5025 м)
Remove ads
Халҡы
Росстат мәғлүмәттәре буйынса республиканың халыҡ иҫәбе 862 254 кеше тәшкил итә. (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 69.15 кеше/км2.
Иҫкәрмә: 2010 йылда һандары 2000 кешенән артҡан халыҡтар күрһәтелгән

- Ҡабарҙылар- Төньяҡ Кавказдағы адыгэ субэтносы.Адыгэ халыҡтары Рәсәйҙә һәм башҡа дәүләттәрҙә (нигеҙҙә Яҡын Көнсығышта) йәшәүсе халыҡтар төркеме (ҡабарҙы, сәркәстәр, адыгэлар). Рәсәйҙә дөйөм һандары яҡынса 800 мең тонна тәшкил итә.
- Балкарҙар – Төньяҡ Кавказда йәшәүсе төрки халыҡ. Төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә кереүсе телендә һөйләшәләр.
Remove ads
Административ-территориаль бүленеше
- Республика ҡарамағындағы ҡалалар:
- Нальчик
- Прохладный
- Баксан
- Райондар:
- Баксан районы
- Зольск районы
- Лескен районы
- Майский районы
- Прохладный районы
- Терск районы
- Урван районы
- Чегем районы
- Черек районы
- Эльбрус районы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads