Канада Олимпия уйындарында
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Канада Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1900 йылда Парижда үткән уйындарҙа сығыш яһай. Канада спортсылары Афиналағы тәүге Олимпия уйындарында һәм 1980 йылғы Олимпия уйындарында (көнбайыш илдәренең Мәскәүҙә үткән уйындарға бойкот иғлан итә) ғына ҡатнашмай. Канада шулай уҡ өс тапҡыр Олимпия уйындарын ҡабул итә: 1976 йылдың йәйендә Монреалдә һәм 1988 йылдың ҡышында Калгариҙа һәм 2010 йылда Ванкуверҙа.
Канада спортсылары иң ҙур уңышҡа еңел атлетикала, шайбалы хоккейҙа һәм саңғы фристайлында өлгәшә. Улар шулай уҡ миҙалдарҙы йөҙөүҙә, академик ишеүҙә, конькиҙа йүгереү спортында, шорт-тректа һәм кёрлингта күп яулай. Һәр Олимпиадала ла Канада спортсылары олимпия миҙалдары яуламай ҡалмай. Иң уңышлы уйындары булып 1984 йылда Лос-Анджелеста үткән Уйындар тора, унда төрлө кимәлдәге 44 миҙал яулана.
Remove ads
Канадала үткән Олимпия уйындары
Канада Олимпия уйындарын өс тапҡыр ҡабул итә.
Миҙалдар таблицаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Олимпия уйындарының дөйөм миҙалдар иҫәбе
Канада шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты танымаған 1906 йылғы Уйындарҙа бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.
Remove ads
Һылтанмалар
- Статистика 2013 йыл 21 сентябрь архивланған. на sports-reference.com (инг.)
- Канада на сайте Международного олимпийского комитета (инг.)
- Олимпийский комитет Канады (инг.) (фр.)
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
