Клуж-Напока
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
|Клуж-Напо́ка}} (румын. Cluj-Napoca [ˈkluʒ naˈpoka]), до 1974 йыл — Клуж, шулай уҡ Коложвар (мадьярса Kolozsvár [ˈkoloʒvaːr]), Клаузенбург (нем. Klausenburg) — Румыния ҡалаһы, илдең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, Румынияның жудец административ үҙәге Клуж ҡалаһынан һуң ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы.
Remove ads
Тарих
Дакияны баҫып алғандан һуң II быуатта Рим империяһы императоры Траян рим легионы базаһына нигеҙ һала, базаны Напока тип атай. Халыҡтарҙың бөйөк күсеше ваҡытында Напока емерелә, әммә унда ниндәйҙер аморф роман телле мәҙәниәт һаҡланып ҡала. VI—X быуаттарҙа роман телле валахтар славян ҡәбиләләре менән йылдам аралаша, ә XII быуаттан һуң роман телле Дакия (Трансильвания) венгрҙар тарафынан баҫып алына. Ҡала Клуж исемен ала, шулай уҡ быға тиклем венгрса — Коложвар тип йөрөтөлгән була. Ҡала тарихи рим исемен Чаушесску ваҡытында 1970 йылда ала.
Урта быуаттар

Төбәк венгрҙартарафынан баҫып алына һәм Венгрия короллеге состьавына инә. Король V Иштван трансильвания сакстарына рим емереклектәре янында Напока колонияһын булдырырға ярҙам итә. 1270 йылда Клуж ҡала статусын ала һәм тиҙ үҫә башлай.
Яңы заман
XIX—XX быуат башында ҡала мадьярлашыуҙың мөһим үҙәгенә әүерелә. 1910 йылда венгрҙар уның 81,6%-ын (51.192 кеше) тәшкил итә. Румыния юғары ҡатламы Урта быуаттарҙа уҡ мадьярлаштырыла, ә ҡала округының румын телле ябай халҡы массаһы социаль баҫҡыста иң түбән торған дәрәжәлә була..
Ҡала Австро-Венгрия составында немецсә Клаузенбург тип атала.
Иң яңы тарих
1918 йылда ҡала Румыния идаралығы аҫтына күсә, румынлаштырыу сәйәсәте башлана, ә Румыния венгрҙары милли аҙсылыҡ була. 1940—1944 йылдарҙа ҡала яңынан Венгрияға, Төньяҡ Трансильванияға, күсә, унда румындарға ҡаршы мөнсәбәттәр яңынан башлана. Ҡалала венгрҙар һаны 85,7 %-ҡа (98.502 кеше) етә (1941 йылда). 1945 йылдан һуң ҡала тулыһынса румын ҡалаһы булып ҡала. Унда венгрҙар ныҡ кәмеһә лә, улар һаман төп аҙсылыҡта ҡалған милләт булып тора.
Remove ads
Халыҡ
Мәғлүмәттәр буйынса 2011 йылда ҡала халҡы 309,1 мең кеше тәшкил итә. Милли составы:
- румындар — 247548 кеше (80,07 %);
- венгрҙар — 49375 кеше (15,97 %);
- сиғандар — 3274 кеше (1,05 %);
- немецтар — 520 кеше (0,16 %);
- йәһүдтәр — 152 кеше (0,05 %);
- украиндар — 130 кеше (0,04 %).
Remove ads
Климат
Remove ads
Иҫтәлекле урын
- Лютеран сиркәүе
Туғанлашҡан ҡалалары
Афины (ингл. Αθήνα, ингл. Athinai), Греция
Беэр-Шева (йәһ. באר שבע), Израиль
Дижон (франц. Dijon), Франция
Загреб (хорв. Zagreb), Хорватия
Ист-Лансинг (инг.)баш. (ингл. East Lansing), шт. Мичиган, США
Кёльн (нем. Köln), Германия
Колумбия (ингл. Columbia), Южная Каролина, США
Корча (алб. Korçë), Албания
Макати (ингл. Makati), Филиппины
Нант (франц. Nantes), Франция
Печ (мадьярса Pécs), Венгрия
Рокфорд (ингл. Rockford), Иллинойс, США
Сан-Паулу (порт. São Paulo), Бразилия
Сувон (кор. 수원시, 水原市), Южная Корея
Каракас исп. Caracas, Венесуэла
Чакао (инг.)баш. (исп. Chacao), Венесуэла
Червия (итал. Cervia), Италия
Чжэнчжоу (ҡыт. трад. 郑州, упр. 鄭州, пиньинь: Zhèngzhōu), Китай
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads