Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡыҙыл Гвардия райо́ны (рус. Красногвардейский район) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге район.
Remove ads
Географияһы
Ҡыҙыл Гвардия районы Ырымбур өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһенең Матвеевка, Пономаревка, Александровка, Новосергиевка, Сорочинск һәм Грачёвка райондары менән сиктәш. Территорияһы майҙаны — 2891 км². Район төньяҡтан көньяҡҡа — 68,3 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 66,1 километрға һуҙылған.
Тарихы

1924 йылда район территорияһы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Бәләбәй кантоны (элекке Туҡ-Соран кантоны) составынан сығарыла. Ҡыҙыл Гвардия районы Ырымбур өлкәһендә иң йәш райондарҙан иҫәпләнә. 1966 йылдың 30 декабрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Сорочинский район составынан сығарылып, ойошторола. Райондың күпселек өлөшө 1917 йылдың ноябренән алып 1924 йылдың октябренә тиклем Кесе Башҡортостандың Туҡ-Соран кантоны составына ингән була.
Был ерҙәрҙә башта башҡорттар хужа була, әммә коммерсант, Беренсе Гильдия сауҙагәре Иван Михайлович Плешанов (Ростовтан) һәм Икенсе Гильдия сауҙагәре Фёдор Фёдорович Красиков (Быҙаулыҡтан) бик бәләкәй хаҡҡа башҡорттарҙан ҡайһы бер биләмәләрҙе һатып алалар. Һатып алған ерҙең дөйөм хаҡы 644417 һумға төшә. Һуңғараҡ Слободчиковтан һәм башҡа ер хужаларынан ерҙәр һатып алына[3].
1890 йылда Таврия губернаһы Бердянка өйәҙенән Гальбштадт һәм Гнаденфельд ауыл общиналарының ер комиссияһы И. И. Плешановтан һәм Ф. Ф. Красиковтан 16 ҡасаба төҙөү өсөн (Яңы Һамар) 20388 дисәтинә ер һатып алалар, бер дисәтинә ер өсөн 30 һәм 32 һум түләнә. Иң һуңғы хаҡы: бер дисәтинә өсөн 34 һум була[4]
2005 йылдың 9 мартында Ырымбур өлкәһенең 1901/343-III-ОЗ-сө законына ярашлы[5] район составында 16 муниципаль берәмек ойошторола һәм уларҙың сиктәре билдәләнә.
Remove ads
Халҡы
- Милли составы
Ырымбур өлкәһендә Ҡыҙыл Гвардия районы (Ҡыуандыҡ һәм Александровка райондары менән) башҡорттарҙың тығыҙ йәшәгән урыны булып тора. Башҡорттар күпләп йәшәгән тораҡ пункттар (2002, %-тарҙа): Бәхтийәр (95), Иҫке Юлдаш (90), Кесе Юлдаш (93), Ҡолман (88), Плешаново (34), Пролетарка (57), Пушкинский (66), Түбәнге Ильяс (99), Урта Ильяс (91), Үрге Ильяс (92), Юлтый (96), Юринский (84), Яйыҡ (94), Яңы Юлдаш (94) һ.б.
Билдәле шәхестәре
- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы — актриса, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы — Башҡортостандың халыҡ сәсәне.
- Буранғолов Мәжит Фазлый улы — халыҡ йырсыһы, музыкант.
- Муллабаев Сөләймән Миңлеғужа улы (1924—2003) — башҡорт балалар шағиры.
- Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы (30.11.1921—11.05.2015), әҙәбиәт белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Үтәй ауылынан.
- Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads