Овьедо (ҡала)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Овьедо (ҡала)map
Remove ads

Овьедо (исп. Oviedo, астура. Uviéu, лат. Ovetus) — Испаниялағы ҡала, Астурия автономиялы берләшмәһенең административ үҙәге, уның муниципалитеты Овьедо (комарки) районы составында тора. Эре сәнәғәт һәм сауҙа ҡалаһы. VIII—IX быуаттың роман стиленә тиклемге ысын архитектура ҡурсаулығы булараҡ билдәле.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Этнохороним ...

Донъяла Овьедо исемендәге бер нисә ҡала бар, һәм улар барыһы ла Америка ҡитғаһында урынлашҡан. Мексиканың, Парагвайҙың, Доминика Республикаһының һәм Флориданың үҙ Овьедо ҡалаһы бар.

Remove ads

Тарих

Thumb
Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүе.

Овьедо ҡалаһына Оветум тауында изге Винсент монастырын төҙөгән монахтар 761 йылда нигеҙ һала, ул тигеҙлек уртаһында торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм емеш-еләк баҡсалары менән уратып алынған.

Маврҙар Испанияны баҫып алғандан һуң Альфонсо II үҙ ғаиләһен Овьедоға күсереп алып килә, һәм Овьедо ҡалаһы Испания христиандарының баш ҡалаһына һәм ғибәҙәт ҡылыу үҙәгенә әйләнә. Овьедо Астурий короллеге һәм Реконкиста үҙәгенең баш ҡалаһы була. 1608 йылдың 21 сентябрендә Овьедола университет асыла.

XХ быуатта Овьедо хәрби үткәнен раҫлай: 1934 йылда бында, таш күмер һәм тимер рудаһы сығарған район сигендә, шахтерҙар забастовкаһә үтә, ә Франконың оҙайлы ваҡыт уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң, ҡала антифашистик хәрәкәт һәм профсоюз терәге булып һанала.

Remove ads

Климат

Ентеклерәк мәғлүмәт Овьедо климаты, Күрһәткестәре ...
Remove ads

Халыҡ

Thumb
Овьедолағы майҙан

Әлеге ваҡытта ҡаланың муниципаль сиктәрендә — 213,7 мең кеше йәшәй (2005).

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Ҡала ...

Географияһы

Овьедо Астурия үҙәгендә, Нор һәм Налон йылғалары араһында, урынлашҡан. Овьедоның төньяғында Лас- Регуэрас, Лланер, көньяғында-Мьерес һәм Рибера-де-Арриба, көнсығышында Сьеро һәм Лангрео, көнбайышында Градо һәм Санто-Адриано тора. Овьедо диңгеҙ кимәленән 80 метрҙан алып 709 метр бейеклектә ята. Монте-Наранко ҡаланы төньяҡтан, ә Сьерра-дель-Арамо көньяҡтан иҫкән көслө һыуыҡ елдәрҙән һаҡлап тора. Ҡала үҙәге бик убалы.

Remove ads

Иҡтисад

Иҡтисад секторы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, ҡала үҙәгендәге төрлө бихисап офис биналары менән бәйле. Овьедо административ үҙәк булараҡ дәүләт идаралығы сфераһындағы күп эш урындарын яҡлай. Испания өсөн мөһим булыусы етештереү секторы Овьедола киң таралмаған, әммә күрше Лланер һәм Сьеро муниципалитеттары өсөн был бик мөһим. 2009 йылда Овьедо муниципалитетының бурысы 135 000,00 евро булған.[9]

Билдәле шәхестәр

  • Фернандо Алонсо — «Формула 1» ярыштарында ике тапҡыр донъя чемпионы.
  • Хосе Томас Бовес— бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш ваҡытында венесуэла каудильоһы.
  • Вальехо-Ботас Нагер, Хуан-Антонио — испания психиатры, яҙыусы.
  • Мичу— футболсы, инглиз «Суонси» командаһы һәм Испания йыйылма командаһы уйынсыһы.

Иҫтәлекле урындар

Thumb
Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы
Thumb
Овьедо соборы
  • Сан-Сальвадор готика соборы, унда изге Винсент мәйете һәм Альфонсо III тарафынан бүләк ителгән ике тәре — Крус-де-лос-Анхелес (Фәрештә тәреһе) һәм Крус-де-ла-Виктория (Еңеү тәреһе) тора.
  • Сан-Тирсо сиркәүе.
  • Хакимиәт бинаһы менән Сан-Исидоро сиркәүе торған Конституция майҙаны.
  • Наранко тауындағы роман осорона тиклемге сиркәүҙәр (барлығы 14, король Рамиро I йәйге резиденцияһы, 848 йылда Санта-Мария-дель-Наранко сиркәүенә әйләндерелгән һәм Сан-Мигель де-Лильо һарай капеллаһы) һәм төньяҡ-көнсығышта (Сан-Хулиан-лос-Прадос сиркәүе), улар барыһы ла бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО объекттары.
  • Сан-Франциско үҙәк паркы.
Remove ads

Музейҙар

  • Сан-Висенте монастырындағы тарихи-археологик музей.
  • Сәнғәт музейы.

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads