Олбани (Нью-Йорк)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Олбани[15][16] (ингл. Albany) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатының баш ҡалаһы һәм Олбани округының баш ҡалаһы. 97,9 мең ҡала халҡы һаны, ҡала агломерацияһында халыҡ һаны 870,7 кеше (2010 й.).
Күрше Трой, Скенектади һәм Саратога-Спрингс ҡалалары менән тығыҙ бәйле, улар менән бергә баш ҡала округын барлыҡҡа килтергән һәм АҠШ тарихи төбәктәренең береһе булып тора. Был округтың төп өлөшөн Олбани — Скенектади — Трой ҡала агломерацияһы тәшкил итә, Нью-Йорк штатында ҡала халҡы иҫәбе буйынса дүртенсе урында һәм АҠШ-та 56 урында тора.
Remove ads

Олбани үҙ тарихы дауамында мөһим транспорт үҙәге булып тора. XVIII быуат аҙағында һәм ХIХ быуат башында Нью-Йорк штатында түләүле юлдар әүҙем төҙөлә һәм 1815 йылда Олбани шул юл селтәренең үҙәгендә була. Янындағы канал менән берлектә эшләүсе тимер юлдар төҙөү ҡаланы мөһим транзит үҙәгенә әйләндерә, Нью-Йорк штатына Буффало һәм шулай уҡ Мичиган биләмәһенән кешеләр ағыла башлай.
1807 йылда Роберт Фултон пароход линияһын эшләтә башлай, Нью-Йорктан Олбаниға беренсе пароходтар йөрөй башлай. 1810 йылда ҡалала 10 763 кеше йәшәй һәм Олбан иҙурлығы буйынса илдә 10-сы урынға сыға..
1908 йылда АҠШ-тың Олбани муниципаль аэропорты асыла.
Remove ads
Географияһы
Олбани ҡалаһы Нью-Йорктан төньяҡҡа табан 240 км алыҫлыҡта , Мохок йылғаһының Гудзон күленә ҡушылған ерҙән аҙ ғына көньяҡтараҡ ята. Ҡала Гудзон күленең көнбайыш ярында урынлашҡан (уға бик яҡын ғына тора). Ҡала территорияһы убалы, бейек нөктәһе (төньяҡ-көнбайышта) — диңгеҙ кимәленән 99 метр түбән тора.
Климат
Олбани территорияһының климаты уртаса континенталь, ҡышы һалҡын, ҡарлы, йәйе дымлы.
- Йыллыҡ уртаса температура — +9,0;°
- Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 3,4 м/с.
- Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 71 %
Remove ads
Халыҡ
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Олбаниҙа 97 856 кеше йәшәгән.

Туғанлашҡан ҡалалары
Канада: Квебек[17]
Нидерланд: Неймеген[17]
Багам Утрауҙары: Нассау[17]
Рәсәй Федерацияһы: Тула[17]
Италия: Верондағы[17]
Ҡала-партнерҙар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads