Олбани (Нью-Йорк)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Олбани (Нью-Йорк)map
Remove ads


Олбани[15][16] (ингл.  Albany) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатының баш ҡалаһы һәм Олбани округының баш ҡалаһы. 97,9 мең ҡала халҡы һаны, ҡала агломерацияһында халыҡ һаны 870,7 кеше (2010 й.).

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Күрше Трой, Скенектади һәм Саратога-Спрингс ҡалалары менән тығыҙ бәйле, улар менән бергә баш ҡала округын барлыҡҡа килтергән һәм АҠШ тарихи төбәктәренең береһе булып тора. Был округтың төп өлөшөн Олбани — Скенектади — Трой ҡала агломерацияһы тәшкил итә, Нью-Йорк штатында ҡала халҡы иҫәбе буйынса дүртенсе урында һәм АҠШ-та 56 урында тора.

Remove ads

XIX һәм ХХ быуаттың беренсе яртыһында ҡала тарихы

Thumb
Олбаниҙан пароход юллана, 1900 йыл

Олбани үҙ тарихы дауамында мөһим транспорт үҙәге булып тора. XVIII быуат аҙағында һәм ХIХ быуат башында Нью-Йорк штатында түләүле юлдар әүҙем төҙөлә һәм 1815 йылда Олбани шул юл селтәренең үҙәгендә була. Янындағы канал менән берлектә эшләүсе тимер юлдар төҙөү ҡаланы мөһим транзит үҙәгенә әйләндерә, Нью-Йорк штатына Буффало һәм шулай уҡ Мичиган биләмәһенән кешеләр ағыла башлай.

1807 йылда Роберт Фултон пароход линияһын эшләтә башлай, Нью-Йорктан Олбаниға беренсе пароходтар йөрөй башлай. 1810 йылда ҡалала 10 763 кеше йәшәй һәм Олбан иҙурлығы буйынса илдә 10-сы урынға сыға..

1908 йылда АҠШ-тың Олбани муниципаль аэропорты асыла.

Thumb
Нью-Йорктың Капитолийы ҡыйығынан ҡарағанда ҡала күренеше, 1906 йыл.
Remove ads

Географияһы

Олбани ҡалаһы Нью-Йорктан төньяҡҡа табан 240 км алыҫлыҡта , Мохок йылғаһының Гудзон күленә ҡушылған ерҙән аҙ ғына көньяҡтараҡ ята. Ҡала Гудзон күленең көнбайыш ярында урынлашҡан (уға бик яҡын ғына тора). Ҡала территорияһы убалы, бейек нөктәһе (төньяҡ-көнбайышта) — диңгеҙ кимәленән 99 метр түбән тора.

Климат

Олбани территорияһының климаты уртаса континенталь, ҡышы һалҡын, ҡарлы, йәйе дымлы.

  • Йыллыҡ уртаса температура — +9,0;°
  • Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 3,4 м/с.
  • Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 71 %
Remove ads

Халыҡ

2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Олбаниҙа 97 856 кеше йәшәгән.

Thumb
Олбаниҙа медицина үҙәге

Туғанлашҡан ҡалалары

Ҡала-партнерҙар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads