Цезий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Цезий (лат. Caesium, Cs) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 1-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 55.
55 | Цезий |
132,906 | |
[Xe]6s1 |
Ябай матдә цезий — йомшаҡ, һелтеле металдар, көмөшһыу-һары төҫтә. Атамаһын эмиссия спектрындағы сағыу күк төҫтәге ике һыҙаты буйынса алған (лат. caesius — күк йөҙөндәй зәңгәр)
Remove ads
Символы
Цезий элементының символы — Cs (Цезий тип уҡыла).
Тарих
1860 йылда немец ғалимдары Р. В. Бунзен һәм Г. Р. Кирхһоф тарафынан Германиялағы Бад-Дюркһайм минераль сығанағы һыуҙарында оптик спектроскопия ысулы менән асыла, шулай итеп, ул спектраль анализ ярҙамында асылған беренсе элемент була. Цезий таҙа килеш беренсе тапҡыр 1882 йылда швед химигы К. Сеттерберг тарафынан электролиз үткәргән ваҡытында цезий цианиды (CsCN) һәм барий ҡатнашмаһын айырып алған.
Remove ads
Тәбиғәттә
Төп цезий минералы булып поллуцит тора . Цезий ҡушылмалар сифатында ҡайһы бер алюмосиликаттарға инә:лепидолит, флогопит, биотит, амазонит,петалит, берилл, циннвальдит, лейцит,карналлит. Шулай уҡ һирәк осрай торған минерал авогадритта бар. Сеймал сифатында сәнәғәттә поллуцит һәм лепидолит файҙаланыла.
Цезийҙың раҫланған донъя запасы 2012 йыл башына 70 000 тонн[10].
Цезий мәғдәне (поллуцит) сығарыу буйынса Канада алдынғы — уның ятҡылыҡтарында донъя цезий миҡдарының яҡынса 70 проценты тупланған. Поллуцит шулай уҡ Намибия һәм Зимбабвела сығарыла. Рәсәйҙә поллуцит ятҡылыҡтары Кольск ярымутрауында, Көнсығыш Саянда һәм Байкал аръяғында.бар. Бындай поллуцит ятҡылыҡтары шулай уҡ Ҡаҙағстан, Монголия һәм Италия дәүләттәрендә (Эльба утр.) бар, әммә запастары әҙ, һәм уларҙың мөһим иҡтисади әһәмиәте юҡ[10].
Донъяла байытылған цезий мәғдәнен сығарыу йылына 20 тонна самаһы тәшкил итә. Металл (таҙа) цезий етештереү күләме — донъяла йылына 9 тонна самаһы [10].
Ҡайһы бер сығанаҡтар[11] раҫлауынса, цезийға ихтыяж сығарылғанына ҡарағанда 8,5 тапҡырға күберәк, цезий металлургияһында борсолорға урын бар.
Ҡулланыу
Цезий бары тик XX быуат башында ғына ҡулланыла башлай, шул ваҡытта уның минералдары табыла һәм саф килеш табыу технологияһы етештерелә. Хәҙерге ваҡытта цезий һәм уның ҡушылмалары электроникала, радио-, электро-, рентгенотехникала, химия сәнәғатендә, оптикала, медицинала, ядро энергетикаһында ҡулланыла. Дөйөм алғанда, тотороҡло тәбиғи цезий-133, сикләнгән рәүештә - уның атом электростанциялары реакторҙарында уран, плутоний, торийҙы ҡушыуҙан бүлеп сығарылған цезий-137 радиоактив изотобы ҡулланыла.
Remove ads
Биологик әһәмиәте
Рубидий хлориды һәм хлорид цезий хлориды газ алмашыуҙа ҡатнаша, окислаусы ферменттарҙың эшсәнлеген активлаштыра, был элементтарҙың тоҙҙары организмдың гипоксияға тотроҡлолоғон арттыра.
Цезий тере организмдарҙа
Цезий-137 — цезийҙың радиоактив изотобы, бета-нурланыш һәм гамма-кванттар сығарып, биосфераның техноген һәм радиоактив бысраныуында төп сәбәптәрҙең береһе. Радиоактив яуым-төшөм, радиоактив ҡалдыҡтар, атом электр станцияһы ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе завод ташландылары тупраҡта һәм һыу төбө ултырмаларында әүҙем туплана; һыуҙа башлыса ион төрҙәре йыйыла. Кеше, хайуан һәм үҫемлектәрҙең организмдарында бар. Хайуандарҙың организмында Cs-137 башлыса бауыр һәм мускулдарында туплана. Төньяҡ боландары төньяҡ американың һыу ҡоштарында күп тупланыуу коэффициенты асыҡланған. Бәшмәктәр радиоцезий «аккумулятор»ҙары тип һанала[12].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads