Өфөнөң административ бүленеше

Өфө ҡалаһының административ ҡоролошо From Wikipedia, the free encyclopedia

Өфөнөң административ бүленеше
Remove ads

Административ-территориаль ҡоролош йәһәтенән Өфө ҡалаһы 7 ҡала районынан тора[1][2].

Ҡыҫҡа факттар
Thumb
Өфөнөң административ бүленеше. Райондары:      01 Дим      02 Калинин      03 Киров      04 Ленин      05 Октябрь      06 Орджоникидзе     07 Совет

Райондарға туранан-тура 2 ауыл тораҡ пункты (Князев ауылы — Калинин районына һәм Ветошников ауылы — Ленин районына), шулай уҡ 5 ауыл советы (уларға 22 тораҡ пункт инә) буйһона: Федоровка ауыл советы — Калинин районына, Иҫке ауыл советы — Киров районына, Нуғай ауыл советы — Октябрь районына, Яңы Черкассы һәм Турбаҫлы ауыл советтары — Орджоникидзе районына[1][2].

Ҡала составына ингән райондар һәм ауыл советтары Өфө ҡалаһы ҡала округы территорияһында урынлашҡан, ләкин үҙҙәре муниципаль  берәмек булып тормай[3].

Remove ads

Ҡала райондары

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Атамаһы ...

Тораҡ пункттары

Өфө ҡалаһы составына 25 тораҡ пункт инә [2].

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Тораҡ пункт ...
Remove ads

Тарихы

1990-сы йылдар уртаһында ҡала эргәһендәге ауыл советтарын ҡушыҡ һөҙөмтәһендә Киров һәм Октябрь райондары ике айырым өлөштән торған тарҡау территориялы булып ҡала. Октябрь районының ике өлөшө араһында ҡаланың башҡа райондарының территориялары ята, ә Киров районының ике өлөшө Өфө ҡалаһы ҡала округына инмәгән территориялар менән бүленгән.

Тораҡ райондары

  • Алмалыҡ
  • Глумилин
  • Дим
  • Затон
  • Затон-Көнсығыш
  • Затон-Төньяҡ-Көнбайыш
  • Инорс
  • Урман-парк
  • Нижегородка
  • Һупайлы
  • Черниковка
  • Шаҡша-Төньяҡ
  • Шаҡша-Көньяҡ

Өфө ҡалаһы ҡала округының ер файҙаланыу һәм ерҙә төҙөлөш алып барыу ҡағиҙәләренә ярашлы, 2008 йылдың 1 авгусына ҡала түбәндәге зоналарға бүленгән:

  • Үҙәк;
  • Иҫке Өфө;
  • Кузнецов Затоны;
  • Нижегородка;
  • Затон;
  • Дим сәнәғәт зонаһы;
  • Дим;
  • Черниковка — Тимашево — Максимовка;
  • Фёдоровка — Нуғай;
  • Кооператив яланы — Цветы Башкирии;
  • Төньяҡ сәнәғәт зонаһы;
  • Лихачёв сәнәғәт зонаһы;
  • Шакша сәнәғәт зонаһы;
  • Шаҡша — Базилевка;
  • Инорс;
  • Октябрь проспекты — Глумилин — Һупайлы районы;
  • Галле ҡалаһы исемендәге урам районы;
  • Соҡалаҡ (Сутолока) йылғаһы үҙәне районы;

Рәсми булмаған рәүештә Өфө түбәндәге тораҡ райондарына һәм микрорайондарына бүленә: Аэропорт, Глумилин, Дим, Затон, Йәшел Сауҡалыҡ, Инорс, Йәштәр, Нижегородка, Новостройка, Октябрь проспекты, Һупайлы, Иҫке Өфө, Үҙәк, Черниковка, Шаҡша.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads