Өфөнөң административ бүленеше
Өфө ҡалаһының административ ҡоролошо From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Административ-территориаль ҡоролош йәһәтенән Өфө ҡалаһы 7 ҡала районынан тора[1][2].

Райондарға туранан-тура 2 ауыл тораҡ пункты (Князев ауылы — Калинин районына һәм Ветошников ауылы — Ленин районына), шулай уҡ 5 ауыл советы (уларға 22 тораҡ пункт инә) буйһона: Федоровка ауыл советы — Калинин районына, Иҫке ауыл советы — Киров районына, Нуғай ауыл советы — Октябрь районына, Яңы Черкассы һәм Турбаҫлы ауыл советтары — Орджоникидзе районына[1][2].
Ҡала составына ингән райондар һәм ауыл советтары Өфө ҡалаһы ҡала округы территорияһында урынлашҡан, ләкин үҙҙәре муниципаль берәмек булып тормай[3].
Remove ads
Ҡала райондары
Тораҡ пункттары
Өфө ҡалаһы составына 25 тораҡ пункт инә [2].
Remove ads
Тарихы
1990-сы йылдар уртаһында ҡала эргәһендәге ауыл советтарын ҡушыҡ һөҙөмтәһендә Киров һәм Октябрь райондары ике айырым өлөштән торған тарҡау территориялы булып ҡала. Октябрь районының ике өлөшө араһында ҡаланың башҡа райондарының территориялары ята, ә Киров районының ике өлөшө Өфө ҡалаһы ҡала округына инмәгән территориялар менән бүленгән.
Тораҡ райондары
- Алмалыҡ
- Глумилин
- Дим
- Затон
- Затон-Көнсығыш
- Затон-Төньяҡ-Көнбайыш
- Инорс
- Урман-парк
- Нижегородка
- Һупайлы
- Черниковка
- Шаҡша-Төньяҡ
- Шаҡша-Көньяҡ
Өфө ҡалаһы ҡала округының ер файҙаланыу һәм ерҙә төҙөлөш алып барыу ҡағиҙәләренә ярашлы, 2008 йылдың 1 авгусына ҡала түбәндәге зоналарға бүленгән:
- Үҙәк;
- Иҫке Өфө;
- Кузнецов Затоны;
- Нижегородка;
- Затон;
- Дим сәнәғәт зонаһы;
- Дим;
- Черниковка — Тимашево — Максимовка;
- Фёдоровка — Нуғай;
- Кооператив яланы — Цветы Башкирии;
- Төньяҡ сәнәғәт зонаһы;
- Лихачёв сәнәғәт зонаһы;
- Шакша сәнәғәт зонаһы;
- Шаҡша — Базилевка;
- Инорс;
- Октябрь проспекты — Глумилин — Һупайлы районы;
- Галле ҡалаһы исемендәге урам районы;
- Соҡалаҡ (Сутолока) йылғаһы үҙәне районы;
Рәсми булмаған рәүештә Өфө түбәндәге тораҡ райондарына һәм микрорайондарына бүленә: Аэропорт, Глумилин, Дим, Затон, Йәшел Сауҡалыҡ, Инорс, Йәштәр, Нижегородка, Новостройка, Октябрь проспекты, Һупайлы, Иҫке Өфө, Үҙәк, Черниковка, Шаҡша.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads