Змей Горыныч

From Wikipedia, the free encyclopedia

Змей Горыныч
Remove ads

Змей Горы́ныч — славян фольклорында ҡатын-ҡыҙҙарҙы урлаусы йылан.

Ҡыҫҡа факттар Мифология, Урыны ...
Thumb
Виктор Васнецов. «Добрыня Никитичтың ете башлы Змей Горыныч менән алышы» 1918 йыл
Thumb
Добрыня Никитич һәм еңелгән Йылан
Thumb
Змей Горыныч Харьковта. 2010 йыл

Славян мифологияһында ошоға оҡшаштар бар: змок (словак. һәм чех. zmok) йәки смок (пол. smok, белор. цмок), змий (луж. zmij, укр. змій), змай (словен. zmaj, хорв. змаj), змей (белор. и болг. змей)[1]. Горыныч тигән ҡушамат «яныу» русса горн[2], серб мифологияһында Змaj Огњени[3] һүҙенән килеп сыҡҡан. Альтернатив версия бар: болгар телендә «тау» һәм «урман» мәғәнәләре айырылмай[4], шуға күрә Горыныч — «тау» һүҙенән «урман» мәғәнәһендә тигән фараз бар[5]. Шулай уҡ Горынич, Горынчат, Горынчище, Горынище тигән атамалары бар[6].

Горыныч, ғәҙәттә, тауҙарҙа[7], йыш ҡына утлы йылға[8] буйында йәшәй һәм «Калин күперен» һаҡлай, уның аша үлеләр батшалығына[9] эләгәләр. Змей Горыныч ҡыпсаҡтарҙың йыйылма образыбулған тигән версия бар[10].

Remove ads

Йыландың үҙенсәлектәре

Йыландың күп башлы булыуы уның алыштырғыһыҙ үҙенсәлеге булып тора. Баштар һаны, ғәҙәттә, өс тапҡырға күберәк, йышыраҡ 3, 6, 9 йәки 12, шулай уҡ 5 йәки 7 була. Ул йышыраҡ өс башлы итеп һүрәтләнә. Башҡа һыҙаттары телгә һирәк алына йәки бөтөнләй телгә алынмай. Күпселек осраҡта Йыландың осоу һәләте билдәләнә, әммә уның ҡанаттары тураһында, ҡағиҙә булараҡ, бер нәмә лә әйтелмәй. Мәҫәлән, урыҫ халыҡ әкиәттәренең Афанасьев йыйынтығында бер тапҡыр ғына "утлы ҡанаттар"ы («Фролка-сидень» әкиәте) тураһында хәбәр ителә. Әкиәттәрҙә йыландың кәүҙәһе тасуирланмай. Ҡабыҡҡа эшләнгән һүрәттәрҙә уның ҡойроғо һәм тырнаҡлы тәпәйҙәре һүрәтләгәнә. Йыландың тағы бер мөһим үҙенсәлеге — уның ут сәсеү һәләте, әммә ул әкиәттәр тасуирламай. Утты үҙендә йөрөтә һәм һөжүм осрағында уны һиптерә. Ут стихияһынан тыш, Йылан һыу стихияһы менән дә бәйле, һәм был ике элемент бер-береһенә ҡаршы тормай. Ҡайһы бер әкиәттәрҙә ул һыуҙа йәшәй, диңгеҙҙәге ташта йоҡлай. Шул уҡ ваҡытта Змей Горыныч та һәм тауҙарҙа йәшәй (атаһының исеме славян телендәге Горыня исеменән килеп сыҡҡан булыуы ла ихтимал). Әммә был урын уға диңгеҙ ғифрите булырға ҡамасауламай. Ҡайһы бер әкиәттәрҙә ул тауҙарҙа йәшәй, ләкин батыр уға яҡынлашҡас, һыуҙан сыға[7].

Даль буйынса, «Горыня — әкиәт батыры һәм тауҙарҙы бәүелтә алған бөйөк зат. Батырҙарға, ҡайһы берҙә Йыланға, йәки тауҙарҙа, вертептәрҙә, мәмерйәләрҙә йәшәүселәргә бирелгән әкиәт атамаһы».

Remove ads

Дошмандары

  • Добрыня Никитич
  • Иван Царевич
  • «Фёдор Тирининдың батырлыҡтары тураһында хикәйәттәр»ҙә Феодор Тирин
  • «Иван — крәҫтиән улы һәм Чудо-Юдо» әкиәтендә крәҫтиән улы Иван

Змей Горыныч хәҙерге мәҙәниәттә

2000 йылда Петрозаводскиҙа Мәҙәниәт һәм ял паркында Аждаһа йылы хөрмәтенә Змей Горынычҡа скульптура ҡуйыла. 2002 йылдарҙа скульптура Вильга ауылына күсерелә.

Харьковта 2000 йылдарҙа Лопань йылғаһы буйында өс башлы Йылан скульптураһы ағастан ҡуйыла.

Новосибирскиҙа Киров паркында 2013 йылда урыҫ әкиәттәре геройҙарына арналған фонтан һәм скульптура композицияһы ҡуйыла, унда төп фигура — Змей Горыныч.

Липецк өлкәһенең Задонский районы Каменка ауылы янында «Кудыкина гора» ғаилә паркында Змей Горынычтың гигант статуяһы ҡуйыла[11].

«Змей Горыныч» — 1977 йылда 2С1 «Гвоздика» гаубицаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең ваҡытта уңышлы ҡулланылған УР-77 «Метеорит» совет миналау системаһының сленг атамаһы. Шулай уҡ «Горыныч» тип йыш ҡына аэродромдың осоу-ултырыу һыҙатын таҙартыусы махсус автомобилдәрҙең төрлө варианттарын тип атайҙар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Чудо-юдо
  • Змей Тугарин
  • Герион
  • Обаясныки
  • Зилант
  • Балаур
  • Добрыня Никитич и Змей Горыныч (мультфильм)
  • Ямата-но ороти
  • Огненный змей
  • Заххак
  • Вавельский дракон

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads