АҠШ Олимпия уйындарында

From Wikipedia, the free encyclopedia

АҠШ Олимпия уйындарында
Remove ads

АҠШ спортсылары Олимпиада тарихында иң күп миҙалдар яулай — бөтәһе 2500-ҙән ашыу, шул иҫәптән 1000-дән ашыуы — алтын. Бөтә йәйге һәм ҡышҡы Уйындар йомғаҡтары буйынса, шулай уҡ йәйге Уйындар йомғаҡтары буйынса, алтын, көмөш һәм бронза наградалар һаны буйынса ла алдынғылар рәтендә. Ҡышҡы уйындар йомғаҡтары буйынса Америка спортсылары дөйөм зачетта Норвегиянан ғына ҡалыша.

Ҡыҫҡа факттар Код МОК, НОК ...

АҠШ беренсе тапҡыр 1896 йылда йәйге Олимпия уйындарында һәм 1924 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Олимпиада тарихында улар бер генә уйында ҡатнашмай: 1980 йылда ил етәкселеге сәйәси сәбәптәр арҡаһында Мәскәүҙә үткән йәйге уйындарға бойкот иғлан итә.

Олимпия уйындарында һәм спорттың күп төрҙәрендә АҠШ XX быуаттың икенсе яртыһында тик СССР (шулай уҡ 1970-се йылдарҙан ГДР менән) ярыша, ә XXI быуатта Йәйге Олимпия уйындарында һәм күп кенә йәйге спорт төрҙәрендә Ҡытай менән лидерлыҡ өсөн көрәшә.

Иң танылған олимпия чемпионы — Американың танылған йөҙөүсеһе Майкл Фелпс — 23 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы һәм 28 тапҡыр призеры.

Remove ads

АҠШ-тағы Олимпия уйындары

АҠШ Олимпиаданы башҡа илдәргә ҡарағанда йышыраҡ ҡабул итә. 1932 йылда был илдә ҡышҡы һәм йәйге уйындар үткәрелә.

АҠШ Йәйге Олимпия уйындарын 4 тапҡыр ҡабул итә:

  • Йәйге Олимпия уйындары 1904 Сент-Луиста;
  • Йәйге Олимпия уйындары 1932 Лос-Анджелеста;
  • Йәйге Олимпия уйындары 1984 Лос-Анджелесе;
  • Йәйге Олимпия уйындары 1996 Атлантала
  • Йәйге Олимпия уйындары 2028 Лос-Анджелеста

АҠШ-та Ҡышҡы Олимпия уйындары 4 тапҡыр үтә:

  • Ҡышҡы Олимпия уйындары 1932 Лейк-Плэсидта;
  • Ҡышҡы Олимпия уйындары 1960 Скво-Вэллиҙа;
  • Ҡышҡы Олимпия уйындары 1980 Лейк-Плэсидта;
  • Ҡышҡы Олимпия уйындары2002 Солт-Лейк-Ситиҙа.
Remove ads

Миҙалдар иҫәбе

Йәйге Олимпия уйындары миҙалдары

Уйындар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
1896 11 7 2 20 1
1900 19 14 14 47 2
1904 78 82 79 239 1
1908 23 12 12 47 2
1912 25 19 19 63 1
1920* 41 27 27 95 1
1924 45 27 27 99 1
1928 22 18 16 56 1
1932 41 32 30 103 1
1936 24 20 12 56 2
1948 38 27 19 84 1
1952 40 19 17 76 1
1956 32 25 17 74 2
1960 34 21 16 71 2
1964 36 26 28 90 1
1968 45 28 34 107 1
1972 33 31 30 94 2
1976 34 35 25 94 3
1984 83 61 30 174 1
1988 36 31 27 94 3
1992 37 34 37 108 2
1996 44 32 25 101 1
2000 37 24 32 93 1
2004 36 39 26 101 1
2008 36 38 36 110 2
2012** 46 28 30 104 1
2016 46 37 38 121 1
2020 39 41 33 113 1
Бөтәһе 1022 794 705 2520

*Шул иҫәптән ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ике миҙал — хоккей буйынса ярыштарҙа көмөш һәм 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса ярыштарҙа бронза.

**Шул иҫәптән 2012 йылда йәйге Олимпия уйындарында Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм Халыҡ-ара көрәш федерацияһы (UWW) тарафынан 2012 йылғы Олимпия уйындары миҙалдарын яңынан бүлеү һөҙөмтәһендә ирекле стиль көрәше буйынса бронза миҙал һәм Тервель Длагнев (АҠШ) 2019 йылдың 26 июлендә уйындарҙың бронза призеры тип таныла[1][2].

Ҡышҡы Олимпия уйындары миҙалдары

Уйындар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
1924 1 2 1 4 5
1928 2 2 2 6 2
1932 6 4 2 12 1
1936 1 0 3 4 8
1948 3 4 2 9 4
1952 4 6 1 11 2
1956 2 3 2 7 6
1960 3 4 3 10 3
1964 1 2 4 7 8
1968 1 5 1 7 9
1972 3 2 3 8 5
1976 3 3 4 10 3
1980 6 4 2 12 3
1984 4 4 0 8 3
1988 2 1 3 6 9
1992 5 4 2 11 5
1994 6 5 2 13 5
1998 6 3 4 13 5
2002 10 13 11 34 3
2006 9 9 7 25 2
2010 9 15 13 37 3
2014 9 7 12 28 4
2018 9 8 6 23 4
2022 8 10 7 25 4
Бөтәһе 113 122 95 330

Йәйге спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

      Был спорт төрөндә алда килә

Ентеклерәк мәғлүмәт Спорт төрө, Барлығы ...
Remove ads

6 һәм унан күберәк олимпия алтын миҙалы яулаған АҠШ спортсылары

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Спортсы ...

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads