Ҡытай Олимпия уйындарында

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡытай Олимпия уйындарында
Remove ads

Ҡытай Халыҡ Республикаһы (КХР) беренсе тапҡыр 1952 йылда Хельсинкиҙа йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Шул уҡ йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты ҠХР-ға ла, Ҡытай Республикаһына ла (Граждандар һуғышында Гоминьдан партияһы еңелгәндән һуң, Тайвань утрауы ғына була) Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт бирә. Тайвандың сәйәси статусы тураһындағы бәхәстәр арҡаһында ҠХР Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы Олимпия уйындарына тиклем (1980 йыл) Олимпия уйындарында ҡатнашмай. Ҡытай йыйылма командаһы 1952 йылдан һуң йәйге Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1984 йылда Лос-Анджелеста сығыш яһай.

Ҡыҫҡа факттар Код МОК, НОК ...

Ҡытай милли олимпия комитеты 1979 йылда ойошторола. Граждандар һуғышына тиклем ҡытай спортсылары Ҡытай Республикаһы йыйылмаһы булараҡ сығыш яһай. Һуғыш тамамланғас, Тайвань йыйылма командаһы 1952 йылдан 1976 йылға тиклем Ҡытай йыйылма командаһы составында уйнауын дауам итә. Үҙенең статусын дәғүә иткәнлектән, ҠХР ошо ваҡыт эсендә Олимпия уйындарын инҡар итә. 1979 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты Ҡытай Республикаһы командаһы тураһында резолюция ҡабул итә: ул ошо ваҡыттан тик Тайвань исеменән генә сығыш яһай башлай һәм был ҠХР, ниһайәт, олимпия хәрәкәтенә ҡушыла.

Гонконгтың айырым Милли олимпия комитеты 1950 йылдан бар һәм Олимпиадала 1952 йылдан ҡатнаша. 1997 йылда Гонконг территорияһы ҠХР-ға кире ҡайтарыла һәм махсус административ төбәк статусы ала, әммә олимпия уйындарында айырым команда булараҡ сығыш яһауын дауам итә.

Йәйге Олимпия уйындарында миҙал зачетында XX быуаттың икенсе яртыһында СССР, ә XXI быуатта АҠШ Ҡытайҙың төп дәғүәселәре була.

Ҡытайҙа 2008 йылғы Йәйге Олимпия уйындары һәм 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары үтә, икеһе лә Пекинда үтә. Пекин тәүҙә йәйге, һуңынан ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡала булып тора.

Ҡытайҙар өҫтәл теннисында (улар 37 алтын награданың 32-һен отто), бадминтонда һәм батутта һикереүҙә Олимпия уйындары тарихында миҙал зачетында лидер булып тора. Улар шулай уҡ ауыр атлетикала, художестволы гимнастикала, атыуҙа уңышлы сығыш яһай. Ҡышҡы уйындарҙа шорт-тректа (Корея Республикаһынан һуң икенсе урын) һәм фристайлда ҙур уңыштарға өлгәшә.

Remove ads

Миҙалдар таблицаһы

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйындар, Ҡатнашыусылар ...

Спорттың йәйге төрҙәре буйынса миҙалдар

Thumb
Өҫтәл теннисы буйынса биш тапҡыр Олимпия чемпионы — Ма Лун
Ентеклерәк мәғлүмәт Вид спорта, Барлығы ...

Спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса миҙалдар

Ентеклерәк мәғлүмәт Спорт төрө, Барлығы ...
Remove ads

4 һәм унан күберәк алтын миҙалға лайыҡ булыусылар

Thumb
Һыуға һикереү буйынса 5 тапҡыр олимпия чемпионы — У Минься
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Спортсы ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads