Марий Эл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мари Иле Республикаһы, Мари Республикаһы — Рәсәй Федерацияһы субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында Волга йылға бассейнының урта өлөшөндә урынлашҡан. Киров өлкәһе, Татарстан һәм Сыуашстан республикалары, Түбәнге Новгород өлкәһе менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Йошкар-Ола. Юғары вазифа — республика башлығы. 1920 йылда РСФСР-ҙың Мари автономия өлкәһе булараҡ ойошторолған, 1936 йылда- — Мари АССР-ы, 1992 йылдан — Мари Иле Республикаһы. Составында 14 район, 4 ҡала. Волга буйы федераль округына инә.
Remove ads
Тарихи
1917 йылда Бөрө ҡалаһында мари халҡының 1‑се Бөтә Рәсәй съезы була, унда делегаттар (улар араһында — Өфө губернаһынан 130 кеше) сәйәси, социологик‑иҡтисад, мәҙәни үҫеш, мәғариф һәм дин мәсьәләләрен ҡарай. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында договорҙар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Мари Иле Республикаһы (1998), республикала Мишкә һәм Морко (1998), Ҡалтасы һәм Сернур (2000), Балтас һәм Волга (2004) райондары хакимиәттәре араһында төҙөлгән. 1999 йылда алып Башҡортостанҙа Марий Эл вәкиллеге эшләй. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай делегацияһы Марий Эл Республикаһы Дәүләт йыйылышы Президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша, унда ике республиканың закондар сығарыу органдары араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла; «Марий Эл Республикаһында башҡорттар ҡоролтайы» ижтимағи ойошмалар ағзалары һәм көнсығыш мариҙарҙың «Ош Виче» яҡташтар берекмәһе менән осраша. 2011 йылда «Чолман» гәзит 20 йыллығы айҡанлы «Мер Канаш» Рәсәй Бөтә мари советы президиумының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы менән Марий Эл сауҙа әйләнеше 2007 йылда 354,9 млн һум тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы предприятиелары Марий Эл «Биомашприбор» һәм «Волжскпродмаш» ААЙ, «Марихолодмаш» һыуытҡыс ҡорамалдар предприятиеһы, «ICN Марбиофарм» АЙ һәм башҡа менән хеҙмәттәшлек итә. Марий Эл «Башҡорттар ҡоролтайы» ижтимағи ойошмаһы эшләй (2004 йылда алып), Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәрелә (2005 йылда алып). 2005 йылда Марий Эл Республикаһының Һынлы сәнғәт музейында Башҡортостан Республикаһы рәссамдары (Г. Г. Калитов һәм башҡа) ҡатнашлығында 2‑се «Көнсығыш мариҙар төбәге» күргәҙмәһе үтә. Марий Эл ижтимағи ойошмалары Башҡортостан Республикаһының «Эрвел Марий» төбәк мари милли‑мәҙәни автономияһы менән хеҙмәттәшлек итә. 2007 йылда мариҙарҙың 1‑се Бөтә Рәсәй съезының 90 йыллығы айҡанлы Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы үтә. «Чолман йук» эстрада йыры конкурстары үткәрелә. 1999 йылда Өфөлә һәм Нефтекама ҡалаһы М.Шкетан исемендәге Мари милли театры көндәре, 2000 йылда «Урал» халыҡ сәнғәте республика галереяһында мари рәссамдары В.Мари (батик, графика), С.Шамаева (һынлы сәнғәт) һәм башҡа күргәҙмәләре була.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Пандиков Геннадий Александрович (12.5.1899—10.06.1961), ғалим-терапевт, юғары мәктәп эшмәкәре. 1940—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты директоры. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1949), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1943)[3].
Географияһы

Майҙаны — 23,4 мең км².
Халҡы
Халҡы — 698,2 мең кеше, шул иҫәптән 317 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,4 кеше/км². Халыҡтың 63,1 % ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мариҙар — 43,9, урыҫтар — 47,4, татарҙар — 5,8. Дәүләт телдәре — мари теле, урыҫ теле.
Милли составы
Remove ads
Административ-территориаль бүленеше
Марий Эл Республикаһы составында 3 ҡала һәм 14 муниципаль район иҫәпләнә.

Remove ads
Әҙәбиәт
- Гаранин Л. А., Казимов А. С. Марий Эл на рубеже веков. — Йошкар-Ола, 2006;
- Башкортостан и Марий Эл: исторический опыт и перспективы сотрудничества: в 2 т. — Бирск; Йошкар-Ола, 2007.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads