УЕФА

From Wikipedia, the free encyclopedia

УЕФА
Remove ads

Европа футбол ассоциациялары союзы (рус. Сою́з европе́йских футбо́льных ассоциа́ций; ингл. Union of European Football Associations, ҡыҫҡаса UEFA, русса транслитерацияла УЕФА) — Европала һәм Азияның ҡайһы бер көнбайыш төбәктәрендә футбол менән идара итеүсе спорт ойошмаһы. Ул Европа илдәренең милли футбол ассоциацияларын берләштерә һәм футбол клубтарының һәм илдәр йыйылма командаларының Европа кимәлендәге барлыҡ ярыштарын ойоштора. УЕФА шулай уҡ реклама һәм трансляцияларҙан алынған килемде үҙ составына ингән клубтар һәм милли футбол ассоциациялары араһында бүлеп-таратыу менән дә шөғөлләнә.

Ҡыҫҡа факттар Ағза, Штаб-квартира ...

УЕФА — Халыҡ-ара футбол федерацияһына (ФИФА-ға) ингән алты континенталь конфедерацияларҙың береһе, һәм ул айырыуса абруйлы һәм бай. Донъяның көслө футболсыларының барыһы ла тиерлек Европала уйнай, сөнки бында эш хаҡы иң юғарыһы, был йәһәттән бигерәк тә Англияның Премьер-лигаһын, Францияның, Италияның һәм Германияның футбол буйынса чемпионаттарын, Испанияның Ла Лигаһын айырым билдәләргә кәрәк[1]. Донъяның күп кенә көслө йыйылма командалары ла шулай уҡ УЕФА исеме менән сығыш яһай, шуға ла планета беренселектәрендә был конфедерацияға ингән илдәр күпселекте тәшкил итеп килә, мәҫәлән, футбол буйынса 2006 йылғы донъя чемпионатында ҡатнашҡан 32 команданың 14-е УЕФА вәкиле була.

УЕФА Швейцарияның Базель ҡалаһында Франция, Италия һәм Бельгияның футбол федерациялары башлаған кәңәшмәнән һуң 1954 йылдың 15 июнендә ойошторола. Башта унда 25 дәүләт ағза булһа, хәҙер уларҙың һаны 55-кә еткән. УЕФА-ның 1959 йылға тиклем Парижда урынлашҡан штаб-квартираһы артабан Бернға күсә. 1995 йылдан ул Швейцарияның баш ҡалаһы Женеваның ошо исемдәге күлдең төньяғындағы биҫтәһе Ньонда эшләй. УЕФА-ның беренсе генераль секретары Анри Делоне (1954—1955 йылдар), уның тәүге президенты Эббе Шварц (1954—1962 йылдар) була.

УЕФА йыш ҡына Европа берлегенең юғары башҡарма органы булған һәм милли футбол ассоциациялары мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Еврокомиссия менән бәхәскә инә. 1990-сы йылдарҙа уны тыуҙырыусы айырымлыҡтар телетрансляция хоҡуҡтары менән бәйле була.

Remove ads

УЕФА президенттары

Ентеклерәк мәғлүмәт Исем-шәрифе, Ил (дәүләт) ...
Remove ads

УЕФА-ның генераль секретарҙары

2007 йылдың ғинуарынан вазифа атамаһы «генераль секретарь»:

Ентеклерәк мәғлүмәт Исем-шәрифе, Ил (дәүләт) ...
Remove ads

УЕФА ағзалары

(ҡалын шрифт менән йыйылма командалары футбол буйынса донъя чемпионатында, курсив менән — футбол буйынса Европа чемпионатында еңгән ассоциациялар күрһәтелгән )

  • Австрия Австрия футбол союзы
  • Азербайжан Әзербайжан футбол федерациялары ассоциацияһы
  • Албания Албания футбол федерацияһы
  • Англия флагы Англия футбол ассоциацияһы
  • Андорра Андорра футбол федерацияһы
  • Армения Әрмәнстан футбол федерацияһы
  • Белоруссия Белоруссия футбол федерацияһы
  • Бельгия флагы Бельгия король футбол ассоциацияһы
  • Болгария футбол союзы
  • Босния һәм Герцеговина: Босния һәм Герцеговина футбол союзы
  • Венгрия Венгрия футбол федерацияһы
  • Германия флагы Германияның Немец футбол союзы
  • Гибралтар Гибралтар футбол ассоциацияһы
  • Греция Греция футбол федерацияһы
  • Грузия Грузия футбол федерацияһы
  • Дания Дания футбол союзы
  • Израиль Израиль футбол ассоциацияһы
  • Ирландия Ирландия футбол ассоциацияһы
  • Исландия Исландия футбол ассоциацияһы
  • Испания Испанияның король футбол федерацияһы
  • Италия флагы Италияның футбол федерацияһы
  • Ҡаҙағстан Ҡаҙағстандың футбол федерацияһы
  • Кипр Кипрҙың футбол федерацияһы
  • Косово Косовоның футбол федерацияһы
  • Латвия флагы Латвияның футбол федерацияһы
  • Литва Литваның футбол федерацияһы
  • Лихтенштейн Лихтенштейндың футбол союзы
  • Люксембург Люксембургтың футбол федерацияһы
  • Мальта Мальтаның футбол ассоциацияһы
  • Молдавия Молдавияның футбол федерацияһы
  • Нидерландтар Нидерландтың король футбол союзы
  • Норвегия флагы Норвегия футбол ассоциацияһы
  • Польша Польша футбол союзы
  • Португалия Португалия футбол федерацияһы
  • Рәсәй флагы Рәсәй футбол союзы[2]
  • Румыния футбол федерацияһы
  • Сан-Марино Сан-Марино футбол федерацияһы
  • Ирландия Ирландия футбол ассоциацияһы
  • Македония Төньяҡ Македония футбол федерацияһы
  • Сербия Сербия футбол союзы
  • Словакия Словакия футбол союзы
  • Словения Словения футбол союзы
  • Төркиә флагы Төркиә футбол федерацияһы
  • Украина Украина футбол федерацияһы
  • Ҡалып:Уэльс Уэльс футбол ассоциацияһы
  • Флаг Фарерских островов Фарер утрауҙарының |Фарерские острова]]
  • Финляндия
  • Франция флагы Францияның футбол федерацияһы
  • Хорватия Хорватия футбол союзы
  • Черногория Черногория футбол союзы
  • Чехия Чехия[3]
  • Швейцария Швейцария футбол союзы
  • Швеция Швеция футбол союзы
  • Ҡалып:Шотландия Шотландия футбол ассоциацияһы
  • Эстония флагы Эстония футбол союзы

Элекке ағзалар

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР-ҙың Футбол федерацияһы

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads