Григориан календары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Григориан календары — иҫкергән Юлиан календары урынына индерелгән календарь. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Григориан календарында йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Яңы календарь тарихҡа Григориан календары булып инә[6].
Григориан стилендә | 2025 MMXXV |
Юлиан стилендә | 2024 — 2025 ( 14 ғинуар) |
Рим нигеҙләнгән көндән | 2777 — 2778 ( 4 майҙан) |
Константинополь эраһы | 7533 — 7534 ( 14 сентябрҙән) |
Йәһүд календары |
5785 — 5786 ה'תשפ"ה — ה'תשפ"ו |
Мосолман календары | 1447 — 1448 |
Боронғо әрмән календары | 1474 ԹՎ ՌՆՀԴ |
Ҡытай календары | 4721 — 4722 甲辰 — 乙巳 синий дракон — синяя змея |
Эфиопа календары | 2017 — 2018 |
Боронғо һинд календары | |
- Викрам самват | 2081 — 2082 |
- Шака самват | 1947 — 1948 |
Иран календары | 1403 — 1404 |
Remove ads
Григориан календарының структураһы
Григориан календары буйынса календарь йылдың уртаса оҙайлығы — 365,2425 көн. Кәбисәһеҙ йыл оҙайлығы — 365 көн, кәбисә йылы — 366.

Шулай итеп, 1600 һәм 2000 йылдар кәбисә йылдары була, ә 1700-се, 1800-се һәм 1900-се йылдар кәбисә йылдары булмай. Шулай уҡ, 2100 йыл да кәбисә йылы булмай.
- һаны 400-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән йыл — кәбисә йылы;;
- һаны 100-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән башҡа йылдар — кәбисә түгел;
- һаны 4-кә ҡалдыҡһыҙ бүленгән башҡа йылдар — кәбисә йылы;
- ҡалған йылдар — кәбисә түгел.
Григориан календарына күсеү түбәндәге үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота:
Григориан календарындағы көн тигеҙләнеш йылы менән сағыштырғанда бер көнлөк хата яҡынса 10 мең йылда (юлианда — яҡынса 128 йыл) туплана[7][8][9].
Григориан календарында аҙнаның теләһә ниндәй ете көнөнән йыл башланырға мөмкин. Дөйөм алғанда, был йылына 2 × 7= 14 календарь варианты бирәҠалып:Шаршамбы башланған кәбисә булмаған йыл
Remove ads
Айҙар
Григориан календары буйынса йыл 12 айға бүленә, ул 28 көндән 31 көнгә тиклем дауам итә:
Бер ай эсендә көндәр һанын хәтерҙә ҡалдырыу ҡағиҙәһе

Бер ай эсендә көндәр һанын хәтерҙә ҡалдырыуҙың ябай ҡағиҙәһе бар — «төйөн ҡағиҙәһе».
Шулай уҡ «Ап-юн-сен-no» мнемоник ҡағиҙәһе бар. Был һүҙҙең ижектәре 30 көндән торған айҙарҙың исемдәрен күрһәтә; февраль, йылына ҡарап, 28 йәки 29 көн тәшкил итә; ҡалған 7 айҙа 31 көн була. Был мнемоник ҡағиҙәнең уңайлылығы шунда: ҡул төйөндәрен «иҫәпләргә» кәрәкмәй.
Шулай уҡ айҙарҙа көндәр һанын иҫләп ҡалыу өсөн мәктәп әйтеме бар. Инглиз телендә:Thirty days have September, April, June and November. Немец телендәге аналогы: Dreißig Tage hat September, April, Juni und November.
Финляндия Православие сиркәүе Пасханы григориан календары буйынса билдәләй.
Remove ads
Юлиан һәм григориан календарҙарының айырмаһы

Григориан календары индерелгән мәлдә уның юлиан календары менән айырмаһы 10 көн тәшкил итә. Әммә был айырма кәбисә йылдарҙың төрлө һаны арҡаһында арта. 1900 йылдың 1 мартынан 2100 йылдың 28 февраленә тиклемге календарҙар араһында айырма 13 көн тәшкил итә.
Юлиан һәм григориан календары даталарының айырмаһы григориан календарының датаһы юлиан календарының ошо уҡ датаһына тиклем нисә көн үтеүен билдәләй:
1582 йылдың 5 (15) октябренә тиклемге юлиан даталарын григориан календары даталарына әйләндерергә мөмкин, әммә ғәҙәттә был эшләнмәй. Ғәҙәттә, яңы календарҙы индереү даталары — юлиан календары, ә унан һуңғылары григориан календары буйынса бирелә. Григориан календарын шунда уҡ ҡабул итмәгән илдәрҙә йыш ҡына 1582 йылдың 5 (15) октябренән алып ике дата күрһәтелә: ваҡиға булған мәлдә — иҫке юлиан стиле буйынса һәм йәйәләр эсендә яңыса григориан стиле күрһәтелә. : Мәҫәлән: «Пушкин Александр Сергеевич (26 май [6] июнь 1799, Мәскәү, 29 ғинуар [10 февраль] 1837, Санкт-Петербург), урыҫ яҙыусыһы, яңы рус әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы»[10].
Тарихы
Григориан календарына күсеү өсөн тәүшарттар
Григориан календары тропик йылға ярайһы уҡ теүәл яҡынлашыу мөмкинлеген бирә. Яңы календарҙы ҡабул итеүҙең сәбәбе булып көн тигеҙләнеше көнөнөң юлиан календарына ҡарата әкренләп үҙгәреүе тора, уға ярашлы Пасханың датаһы һәм пасха тулы һәм астрономик айҙарҙың килешмәүсәнлеге билдәләнә. 325 йылдан көн тигеҙләнеше датаһы 21 марттан 11 мартҡа тиклем шыла, һәм тап ошо яңы календарь индереү өсөн сәбәп була. Был алмашыныу икенсе мең йыллыҡ башында уҡ һиҙелә, һәм календарҙы төҙәтеү кәрәклеге килеп тыуа, сөнки Пасха көнөн дөрөҫ иҫәпләмәү етди гонаһ тип һанала. Тридент Советы (1545—1563) папаға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡуша[11].
Григорий XIII тиклем папалар Павел III һәм Пий IV проектты тормошҡа ашырырға тырышалар, әммә уңышҡа өлгәшмәйҙәр. Реформаны Грегорий XIII ҡушыуы буйынса рим астрономы Алойсий Лилиус, ә уның вафатынан һуң (1576) Христофор Клавий башҡара. Уларҙың эштәренең һөҙөмтәһе Мондрагон виллаһында понтифик ҡултамғаһы ҡуйылған папа буллаһында яҙыла һәм Inter gravissimas («Иң мөһимдәр араһында») беренсе юлы исеме менән атала[12].
1582 йылдағы календарь реформаһы баштан уҡ католик ғалимдар араһында ла күмәк протест һәм ҡаты бәхәстәр тыуҙыра..Көнбайыш Европаның бөтә университеттары ла тиерлек реформаға ҡәтғи ҡаршы була һәм григориан календары бер ниндәй нигеҙһеҙ «юлиан календарының боҙолоуын» кәүҙәләндерә, тип белдерә. Әйткәндәй, айырыуса Париж һәм Вена университеттары ҡәтғи ҡаршы булалар. Ул замандың күп кенә алдынғы ғалимдары ла проектты ҡырҡа тәнҡитләй. Рим Папаһы Григорий XIII реформаға ҡаршы сығыусыларға сиркәүҙән ҡыуыу менән янарға мәжбүр була.[13].
- яңы календарь ҡабул итеү мәлендә ағымдағы датаны 10 көнгә шылдыра һәм тупланған хаталарҙы төҙәтә;
- яңы календарҙа яңы, теүәлерәк, кәбисә йылы барлыҡҡа килә— кәбисә йылы тураһындағы ҡағиҙә эшләй башлай, йәғни 366 көн, әгәр:
- йыл һаны 400-гә бүленә (1600, 2000, 2400);
- ҡалған йылдар — йыл һаны 4-кә бүленә һәм 100-гә бүленмәй (… 1892, 1896, 1904, 1908 …);
- христиан Пасхаһын иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәртелә[14].
Юлиан һәм григориан календарҙары даталары араһындағы айырма һәр 400 йылға өс тәүлеккә арта.
Ҡайһы бер илдәрҙә Григориан стиле менән рәттән милли календарҙар ҡулланыла: Израиль (йәһүд календары), Һиндостан (Берҙәм Һиндостан милли календары), Бангладеш (бенгал календары).
Илдәрҙең григориан календарына күсеү датаһы
Дәүләттәр юлиан һәм башҡа календарҙарҙан Григориан календарына төрлө ваытта күсәләр[15]:
Күсеү тарихы





1582 йылда Григориан календарына Испания, Португалия (Испания провинцияһы булараҡ), Италия, Польша-Литва Содружествоһы (Бөйөк Литва һәм Польша герцоглығы), Франция, Лотарингия.
1583 йыл аҙағына уларға Голландия, Бельгия, Брабант, Фландрия, Льеж, Аугсбург, Трир, Бавария, Зальцбург, Регенсбург, Австрия һәм Тироль өлөштәре ҡушыла. Ҡыҙыҡлы факт та күҙәтелә. Мәҫәлән, Бельгияла һәм Голландияла 1583 йылдың 1 ғинуары 1582 йылдың 21 декабренән һуң килә, һәм бөтә халыҡ шул йылда Раштыуа байрамын үткәрмәй ҡала[16].
1583 йылда Григорий XIII Константинополь патриархы Иремия II-гә яңы календарға күсеү тәҡдиме менән илселек ебәрә. 1583 йыл аҙағында Константинополь советында тәҡдим Пасха байрамының ҡануни ҡағиҙәләренә тап килмәй тип кире ҡағыла, ә яңы календарға эйәреүселәргә анафема иғлан ителә[17].
1584 йылда Австрия григориан календарына күсеүҙе тамамлай, Швейцария күсә башлай (Люцерн, Ури, Швиз, Зуг, Фрайбург, Солотурн кантондары), Силезия, Вестфалия һәм Америкалағы испан колониялары. XVI быуатта Швейцарияның католик өлөшө григориан календарына күсә, протестант кантондары 1753 йылда, ә һуңғыһы — Грисон 1811 йылда.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа григориан календарына күсеү етди сыуалыштар менән оҙатыла. Мәҫәлән, 1584 йылда Польша короле Стефан Батори Ригала яңы календарь индергәндә, урындағы сауҙагәрҙәр, 10 көнлөк шылыу уларҙың поставкалар срогын боҙа һәм ҙур юғалтыуҙарға килтерә, тип баш күтәрә. Баш күтәреүселәр Рига сиркәүен емерә һәм бер нисә муниципаль хеҙмәткәрҙе үлтерә. «Календарь сыуалыштарын» 1589 йылдың йәйендә генә баҫтыралар[18].
Григориан календарына күскән ҡайһы бер илдәрҙә юлиан хронологияһы уларҙың башҡа дәүләттәргә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә тергеҙелә.
1752 йылдың 2 сентябрендә король Георг II ҡарары менән григориан календарына күскән Бөйөк Британияла датаны 10 көнгә түгел, ә 11 көнгә алға күсерергә тура килә, сөнки континенталь Европала яңы календарь көсөнә ингәндән һуң тотош бер быуат үтә, шулай итеп тағы бер өҫтәмә көн йыйыла[16]. 2 сентябрҙән һуң кинәт 14 сентябрь тыуа.
Подданныйҙар уларҙы олоғайтҡан ҡарар менән ҡәнәғәт булмайҙар. Илдә «Ун бер көнөбөҙҙө кире ҡайтарығыҙ!» лозунгыһы аҫтында протест акциялары күҙәтелә. Уильям Хогарттың «Һайлауҙар» серияһының бер гравюраһында тап ошо хәл күрһәтелә. Ҡайһы берҙә кеше ғүмерен өҙгән сыуалыштар булып ала, мәҫәлән, Бристоль ҡалаһында[16].
Яңы календарҙы индереү һалым йыйыусылар өсөн дә етди финанс эҙемтәләргә килтерә. 1753 йылда, григориан календарының беренсе тулы йылында, банкирҙар һалым түләүҙән баш тарта, сөнки улар өсөн элекке дата ғәҙәти була һәм улар 11 көн алдан һалым түләргә ризалашмайҙар. Һөҙөмтәлә финанс йылы Бөйөк Британияла 6 апрелдә генә башлана. Был дата 250 йыл элек булған ҙур үҙгәрештәрҙең символы булараҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған[16].
Швецияла 1700 йылдан алып 1740 йылға тиклем кәбисә көндәрен бөтөрөргә ҡарар итәләр. 1700 йылда беренсе кәбисә көнө бөтөрөлә. Һуңынан һуғыш башлана,һәм күсеү онотола. Шулай итеп, ил үҙенең швед календары буйынса йәшәй. 1711 йылда Карл XII быны урынһыҙ тип таный, һәм иҫке стилгә кире ҡайтырға һәм февраль айында 2 көн өҫтәргә ҡарар итә. Шуға күрә Швецила 1712 йылда февралдә 30 көн булы. 1753 йылда ғына яңы стиль индерелә. Шул уҡ ваҡытта 17 февралдән һуң кинәт 1 март барлыҡҡа килә.
Аляскалағы григориан календарына күсеү ғәҙәти булмаған, сөнки унда датаны үҙгәртеү датаны үҙгәртеү линияһын күсереү менән бергә алып барылған. Шуға күрә, 1867 йылдың 6 октябре йомаһынан һуң тағы ла бер йома барлыҡҡа килә — яңы стиль буйынса 1867 йылдың 18 октябрендә.
1872 йылда традицион лунисоларҙан григориан календарына күсеү тураһында ҡарарҙы Япония ҡабул итә, шуға күрә икенсе көндө,бишенсе Мэйдзи йылы ун икенсе айының 2 көнөнән һуң 1873 йылдың 1 ғинуары тура килә, һөҙөмтәлә Япония календары көнбайыштың эре державалары календарына (Рәсәйҙән тыш) тап килтерелә. Шуға ҡарамаҫтан, рәсми документтар бер үк ваҡытта нэнго системаһын ҡулланыуын дауам итә.
Корея григориан календарын 1896 йылдың 1 ғинуарында ҡабул итә, уны ҡабул итеүҙә Ю Кил-чун әүҙемлек күрһәтә. әүҙем ҡатнашты Ю Кил-чеунг[19]. Ҡабул ителгән календарь буйынса айҙар һаны билдәләнһә лә, 1895—1897 йылдарҙа Чосон династияһының беренсе йылындағы йылдар һанының иҫкесә һаналыуы дауам итә. 1896 йыл буйынса Григориан календары Чосондың 1392 йылына тап килә[20]. 1897 һәм 1910 йылдар араһында һәм 1948 йылдан алып 1962 йылға тиклем корея календаре дәүеренең башы ҡулланыла.1910 һәм 1945 йылдар араһында, Корея япон хакимлығы аҫтында булғанда, япон хронологияһы ҡулланыла. 1945 йылдан 1961 йылға тиклем Көньяҡ Кореяла григориан календары б.б.т. 2333 йылда Кочосон дәүләтенә нигеҙ һалынған хронология менән берләштерелә. Төньяҡ Кореяла 1997 йылдың 8 июленән яңы «Чучхе хронологияһы» ҡабул ителә, уның башы — 1912 йыл — Ким Ир Сендың тыуған йылы.
Ҡытай Республикаһы григориан календарын рәсми рәүештә 1912 йылдың 1 ғинуарында ҡабул итә, әммә континенталь Ҡытай хәрби диктатура осоронда төрлө календарҙар ҡулланыла. 1928 йылдың октябрендә Гоминьдан хакимлығы осоронда Милли хөкүмәт григориан календарын 1929 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланырға ҡарар итә. Шуға ҡарамаҫтан, айҙарҙы нумерациялауҙа ҡытай традицияһы һаҡланып ҡалған, ә хронологияның башланыуы Ҡытай Республикаһын иғлан итеүҙең беренсе йылы — 1912 йыл тип билдәләнгән. Был система үҙен Ҡытай Республикаһының вариҫы тип һанаған Тайваньда әле лә ҡулланыла.1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң ҡытай материгы григориан календарын ҡулланыуын дауам итә, әммә элекке хөкүмәт индергән нумерация һәм йылдар хисабы бөтөрөлә һәм, СССР-ҙа һәм көнбайыш илдәрендәге кеүек, Христос раштыуаһынан йылдар хисабы ҡабул ителә.
Рәсәйҙә совет власы контроле аҫтында булған территорияла григориан календары Халыҡ Комиссарҙары Советының 1918 йылдың 26 ғинуарындағы указы менән индерелә, уның буйынса 1918 йылдың 31 ғинуарынан һуң 14 февраль барлыҡҡа килә. Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғандан һуң барлыҡҡа килгән башҡа дәүләт берекмәләре контроле аҫтында булған элекке Рәсәй империяһы территорияларында яңы стиль рәсми рәүештә индерелгән даталар төрлөсә була. Мәҫәлән, Ваҡытлыса Себер хөкүмәте яңы стилде 1918 йылдың 31 авгусында үҙенең декретына ярашлы индерә һәм 1 октябрь көнөн 14 октябрь тип иғлан итә[21]. Ә Рәсәй Көньяҡҡа большевиктар власы иғлан ителгәнгә тиклем иҫке стиль буйынса йәшәйҙәр
Шулай итеп, бер нисә илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, 1900 йылғы календарҙа 29 февраль була.
Григориан календарға һуңғыларҙан булып Греция 1923 йылда[22], Төркиә 1926 йылда һәм Мысыр 1928 йылда күсәләр[16]. Башҡа ғәрәп илдәре граждандар тормошонда григориан календарына күсә, иң аҙаҡҡыһы булып Сәғүд Ғәрәбстаны күсә (2016)[23].
Григориан календарында әлегә тиклем Эфиопия (был илдә эфиоп календары ҡулланыла)[16], Иран һәм Афғанстан (иран календары), Непал (непал календары) күсмәгән.
1923 йылдан алып урындағы православие сиркәүҙәренең күпселеге, Рус, Иерусалим, Грузин, Серб һәм Афон сиркәүҙәренән тыш, григориан календарына оҡшаш һәм уның менән 2800 йылға тиклем тап килгән яңы юлиан календарын ҡабул итә. Шулай уҡ формаль рәүештә был яңылыҡ Мәскәү мәхәлләләренең барыһы тарафынан да тиерлек ҡабул ителһә лә, дөйөм алғанда Сиркәүҙә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә 8 ноябрҙә үк Патриарх Тихон «сиркәү ҡулланыуына яңы стиль индереүҙе ваҡытлыса кисектереп торорға» бойора. Шулай итеп, Рәс православие сиркәүендә яңы стиль барыһы 24 көн ғәмәлдә була.
Таиландта тай ҡояш календары ҡабул ителгән, ул григориан календары булып тора, әммә башҡа хронология менән. Беҙҙең дәүер хронологияһы һәм милли хронология Ҡытай Республикаһында (Тайвань) (Минго календары), КХДР (Юче календары), Японияла (идаралыҡ девиздары буйынса хронология) параллель рәүештә ҡулланыла..
1948 йылда Мәскәү православие сиркәүҙәре конференцияһында Пасханы, күскән байрамдар кеүек үк, Александр пасхалияһы буйынса (юлиан календары буйынса) иҫәпләргә, ә күсмәй торғандар — урындағы сиркәү календары буйынса хисаплана.
Remove ads
Пролептик календарь
Григориан календар ингәнгә тиклем даталарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған календарь пролептик тип исемләнә. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклемге даталарҙы билдәләү өсөн беҙҙең эраға тиклем 45 йылдың 1 ғинуарында индерелгән юлиан календары ҡулланыла[24] — тимәк, унан алдағы даталар пролептик юлиан календары буйынса билдәләнә. Юлиан календары ҡулланылмаған төбәктәрҙә ваҡиғаларҙың датаһын билдәләү өсөн 1582 йылдың 15 октябрендә григориан календары индерелгәнгә тиклем пролептик григориан календары ҡулланыла, ваҡиғалар даталары григориан календары ҡағиҙәләре буйынса билдәләнә.
Remove ads
Аустерлиц янындағы алыш
Григориан һәм юлиан календарҙары араһындағы айырма Австрия һәм Рәсәй армияһының 1805 йылдағы берлектәге ғәмәлдәрендәге хатаға сәбәпсе булған тип иҫәпләнә, был Аустерлицта союздаштарҙы тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай[25][26].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads