Байназар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше[1].

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...

Почта индексы — 453591, ОКТМО коды — 80619425.

Remove ads

Географик урыны

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан.

Thumb
Ағиҙел йылғаһы аша аҫылма күпер

Тарихы

Байназар ауылы — Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.

1955 йылғы картала Байназар ауылы урынында Әбдрахман ауылы тора.

Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында Байназар ауылы утар булараҡ күрһәтелгән. Оло быуын кешеләре ауылдың атамаһы Байназар түгел, Байҙанар ине тип раҫлай.

1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 йылда — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә.

Байназар ауылына 1-се Асҡарҙан күсеп килгән Түңгәүер ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Бында шулай уҡ Әбделмәмбәттән, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҙа күсенгән.

Байназар ауылы 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә. Һуңынан уның урынына бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов килгән. Байназарҙың улдары күп булған. VII рәүиз мәғлүмәтенән: өлкән улы Иҫәнғолға 39 йәш, Ҡарағолға — 21 йәш, Сәйфелмөлөккә — 5.

Ауылда старшина Байназарҙан 33 йәшкә кесе булған 1785 йылғы Байназар Татлыбаев та (уның улы Ғәйнетдин) йәшәгән. Был исемдәрҙең күпселеге Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуында билдәләнгән.

Ауылдағы халыҡ һаны арта барған: 1816 йылда 39 хужалыҡта — 273, 1859 йылда 81 хужалыҡта — 528, 1920 йылда 274 хужалыҡта — 1152 кеше йәшәгән.

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан.

1850 йылда халыҡтың бер өлөшө Ҡағы йылғаһы буйына күсенеп киткән һәм 6 хужалыҡта 36 кеше йәшәгән утар барлыҡҡа килгән. Был утар үҙәге Әхмәт ауылында булған (Әбйәлил районы) Түңгәүер улусына ҡараған.

Ә төп ауыл — Байназар — үҙәге Билал ауылында (Баймаҡ районы) урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингән.

Байназарҙар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. 556 кеше йәшәгән 87 хужалыҡта 433 ат, 280 һыйыр, 232 һарыҡ, 39 кәзә булған. Әммә был мул тормош күрһәткесе түгел.

Малсылыҡ үҫеше түбәнгә тәгәрәгән, шуның өсөн халыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. XIX быуаттың 50-се йй. халыҡта 14 солоҡ һәм 9 умарта булған).

Ер эшкәртеүгә яңы ғына тотонғандар. 1842 й. бөтөн халыҡҡа ҡарата 16 бот ужым һәм 450 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Remove ads

Байназарҙарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы

1805—1807 йылдарҙа Рәсәй батшалығының создаштары Франция менән һуғышҡанда башҡорт полктары составында Байназарҙан Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов ҡатнашҡан.

1812 йылда Ватан һуғышында байназарҙарҙың ҡатнашыуы тураһында түбәндәге факттар һөйләй. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се башҡорт полкы составында үҙен аямай, батырҙарса зауряд-хорунжий Килдеғол Игелек улы Ибраһимов, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән рядоойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлейәров, Рәхмәтулла Мерәҫов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Наурыҙбаев һуғышҡан. Сирбай Байрамғол улы Әмиров яу ҡырында башын һалған.

Байназарҙан күсеп сыҡҡан халыҡ Лубаҙа-Тамаҡ йылғаһы буйында һәм Арастауҙа үҙҙәренең айырым утарҙарын үҙаллы ауыл дәрәжәһенә еткергән. Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары 1843—1847 йылдарҙа бына шулай барлыҡҡа килгән[2].

Байназар ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

Биләмә берәмектәренә инеүе

Ентеклерәк мәғлүмәт Теркәү йылы, Улус, ауыл советы ...
Remove ads

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

Байназарҙан Беренсе донъя һуғышында түбәндәге ир-егет ҡатнашҡан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шахнияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Маликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байназаров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Айытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б[3]

Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөрйән-Түңгәүер кантоны биләмәләренә инә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәте үҙәктәренең береһе (1920—1921 йй. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) булған. Байназар ауылы янында 1 мең кешенән торған баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт иткән. Ҡыҙылармеецтар ауылдың 18 кешеһен атып үлтергән[4].

1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай.

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөрйән районы 35 ауыл араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше) Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002)|мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар һаны 99 % тәшкил иткән[5]

Remove ads

Урамдары

Урам исемдәре [7]

  • Ағиҙел (урамы) (рус.  Агидель (улица))
  • Бельская урамы (рус. Бельская (улица))
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы ( улица))
  • Кәлтәгәү урамы (рус.  Калтагау (улица))
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира ( улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октября (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица))
  • Тирмән урамы (рус. Тирман (улица))
  • Туғай урамы (рус.  Тугай (улица))
  • Урал урамы (рус.  Уральская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))
Remove ads

Билдәле шәхестәре

Әлибәкова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы (19 июль 1959 йыл) — Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Remove ads

Байназар ауылында уҡығандар

  • Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәһәҙей ауылында тыуа, ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан баласаҡ хыялы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғона ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу ғүмерен мәғәриф өлкәһенә арнай. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

Remove ads

Ер-һыу атамалары

Thumb
Бөрйән районы. Ҡурыуҙы тауы

Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhына түбәндәгесә аңлатма бирелә:

Мәсем хандың ғаиләһен арыҫлан һәләк итә. Ҡайғынан башын юғалтҡан хан үҙенең һылыу ҡыҙын арыҫлан ҡолағын киҫеп алып килгән батырға кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бабсаҡ бей арыҫландың уң ҡолағын киҫеп алған. Әммә Ҡараҡөлөмбәт арыҫландың икенсе ҡолағын алдараҡ килтереп еткергән. Көнсөл Ҡараҡөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм дошманлашҡан ырыуҙың бөтөн кешеһен ҡырып бөтөрә. Тик «бер йән» (шунан: бөрйән һүҙе килеп сыҡҡан, тиҙәр), бер имсәк бала ғына тере ҡалған була. Ул бала, үҫеп ир-егет ҡорона ингәс, Күҫәк батыр булып таныла һәм үҙенең Бабсаҡ батырҙың улы икәнен белә. Ҡараҡөлөмбәттән ул бик ҡаты үс алған: Байназар ауылы янындағы тауҙа, дошманын ҙур ҡаҙанға һалып, тереләй ҡурырға бойорған. Шунан бирле был тау Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтөлә икән.

Remove ads

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

«Ил саҡырғас, яуға киттек…» Байназар ауыл Советы буйынса бөтәһе 241 кеше фронтҡа китә, 139 яуҙа һәләк булалар, 102 еңеү менән ҡайталар (хәҙер улар ҙа мәрхүмдәр).

Байназар ауылынан булған яугирҙар исемлеге:

№ тәртип буйынса Байназар ауылынан.

Фамилияһы, исеме атаһының исеме

Тыуған йылы һуғышҡа киткән йылы Вафат булған йылы
1Аҙанғолов Мөхәмәтйән Дәүләткужа улы192319421942
2Аҙанғолов Мөхәррәм Дәүләтҡужа улы192119432006
3Алтынбаев (Вәлиев) Ғарифулла Хәлфетдин улы191819411942
4Алтынбаев Зекрийә Ҡәнифулла улы190419411942
5Алтынбаев Мәхмутдин Ҡәнифулла улы190719411942
6Алтынбаев Сабирйән Әбделвәхит улы190019411944
7Алтынбаев Фәтҡулла Ғибәт улы192419421943
8Айытҡолов Сәлмән Хәбир улы192419421973
9Айытҡолов Ғәфур Ширғәле улы190319421973
10Айытбаев Зекрийә Сафа улы192419431965
11Архипов Иван Осипович192519431965
12Байназаров Абдрахман Абдулла улы190519421943
13Байназаров Зайнулла Султангәрәй улы1907194-1943
14Байназаров Ильяс Хөсәйен улы191319411943
15Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы191919411945?
16Байназаров Мөхәмәтйән Сәғит улы190619421994
17Байназаров Мансур Сәғит улы192119411942
18Байназаров Мирсаяф Ғәлиастан улы19091941
19Байназаров Сахиулла Мөхәмәҙиә улы191819411945
20Байназаров Сәйетғәле Зөлфәр улы192219411945
21Байназаров Ағзам Мөхәмәт улы192119412003
22Байназаров Абдразаҡ Ғиниәт улы192319422003
23Байназаров Айытбай Ғиниәт улы192519441999
24Вәлиев Хәлфетдин Ғиләжетдин улы189819421944
25Вәлиев Хөснөтдин Хәлфетдин улы192319411944
26Вәлиев Ғилфан Ғиләжетдин улы191019411943
27Вәлиев Ханнан һаҙый улы19151941194?
28Ғайсин Юныс Яхия улы191119411974
29Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы190119411942
30Ғәлин Нуриәхмәт Хажиәхмәт улы190019411942
31Ғәйнуллин Басир Султан улы191919411942
32Ғәлимов Мөхәмәтғәле Ишмөхәмәт улы189619421968
33Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы190519411943
34Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы190219411943
35Зарипов Әбделхәй Зәкир улы191119411942
36Зарипов Рәхимйән Зәкир улы191619411982
37Зарипов Мансур Фәтих улы192519431944
38Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы190619421991
39Зәйнуллин Әхмәтулла Рәхмәтулла улы192519422009
40Зәйнуллин Әхмәҙиә Рәхмәтулла улы192619431994
41Зәйнуллин Шәрифулла Лотфулла улы190419421973
42Иманғолов Әбүзәр Мәхмүтдин улы190219421997
43Иманғолов Нәсибулла Хисаметдин улы190219421997
44Иманғолов Фазлетдин Ямалетдин улы190119421951
45Ибәтуллин Хәкимйән Сәхиулла улы192319421959
46Иҙәлин Мостафа Ширғәле улы189419421944
47Исламғолов Ғөбәйтулла Хөбитдин улы190619421942
48Исламғолов Ғәйнитдин Хәлфетдин улы191719411944
49Исламғолов Ғәлиән Хөснийән улы191719411944
50 Исламғолов Әбүзәр Ғәлиәхмәт улы 1925 1943 2000
51 Исмаков Ғөбәйтулла Собханғол улы. 1897 1942 1944
52 Исмаков Фазулла Ғөбәйтулла улы 1923 1942 1943
53 Исмаков Ғәйзулла Ғөбәйтулла улы 1926 1944 1994
54 Иҫәнғәлин Әшрәф Шәкир улы 1903 1942 1944
55 Ишбулатов Сабитулла Хәйрулла улы 1896 1942 1942
56 Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы 1924 1942 1990
57 Ишемғолов Ғәлләметдин Сиражетдин улы 1910 1941 1943
58 Ишҡыуатов Солтангәрәй Илһам улы 1902 1942 1943
59 Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы 1914 1941 1941
60 Ишназаров Хәйетдин Хисаметдин улы 1899 1942 1942
61 Ҡарабулатов Зекрия Султан улы 1913 1941 1942
62 Ҡарабулатов Нурғәле Солтан улы 1917 1941 2001
63 Ҡарағолов Әбделхаҡ Даян улы 1911 1941 1943
64 Ҡарағолов Ғәлиулла Хәкимйән улы 1911 1941 1943
65 Ҡарағолов Зөбәйҙулла Хәкимйән улы 1911 1941 1943
66 Ҡарағолов Әшрәф Ғумәр улы 1942 1980
67 Ҡарағолов һаҙый Ғумәр улы 1904 1941 1942
68 Ҡарағолов Мансур Ғумәр улы 1907 1942 1971
69 Ҡарағолов Халимулла Хәкимйән улы 1900 1943 1975
70 Ҡарағолов Халиҡ Даян улы 1921 1941 1984
71 Ҡарағолов Фәхрәзе Нотрахман улы 1926 1943 2001
72 Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы 1915 1941 2011
73 Ҡасҡынов Сөнәғәт Мифтах улы 1906 1941 1943
74 Ҡасҡынов Абдулла Салауат улы 1923 1942 1943
75 Ҡасҡынов Фәсхетдин Хәйретдин улы 1923 1942 1943
76 Маликов Муса Мәхиән улы 1907 1941 1943
77 Маликов Зәки Рамаҙан улы 1923 1942 2011
78 Мәликова (Сөләймәнова) Факиһа Суфиян ҡыҙы 1921 1942 2005
79 Маликов Мөжәүир Суфиян улы 1926 1944 2004
80 Маликов Хәмзә Ғәлиәхмәт улы 1918 1942 2007
81 Маликов Ағзам Ғәйзулла улы 1909 1942 1944
82 Миндеғолов Хәйривара Шахнияз улы 1903 1942 1990
83 Мансуров Шәмсетдин Фәхретдин улы 1926 1942 1944
84 Мостафин Атаулла Ғөбәйҙулла улы 1906 1941 1942

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Байназар ауылы уҡытыусылары

1.Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы (Байназаров Исмәғзам Мәхәмәт улы). Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1946 йылда демобилизациялана.

2. Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы. Байназар ауылынан. 1901 йылда тыуған. Рядовой. Һуғышта һәләк булған.

3.Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы. Байназар ауылынан . 1927 йылда тыуған. Гвардия сержанты. 1950 йылда демобилизациялана.

4.Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. Байназар ауылынан. 1924 йылда тыуған. Сержант. 1942 йылда демобилизациялана.

5.Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы. Байназар ауылынан. 1914 йылда тыуған.1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала.

6. Маликов Мөжәүир Суфиян улы — Байназар ауылынан.1926 йылдың тыуған йылы. Сержант. 1950 йылда демобилизациялана.

7.Маликова Факиһа Суфиян ҡыҙы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1945 йылда демобилизациялана.

8.Ҡарағолов Хәлик Даян улы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Беренсе лейтенант. 1942 йылда демобилизациялана.

9.Ҡарамышев Фаяз Шангәрәй улы. 1919 йылда тыуған. Лейтенант. 1946 йылда демобилизациялана.

Викидәреслектә мәҡәләләр

Байназар ауылы тураһында ваҡытлы матбуғат

Фотогалерия

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads