From Wikipedia, the free encyclopedia
Орхус (дат. Aarhus йәки Århus) — ҙурлығы буйынса Данияның икенсе ҡалаһы. Ютландия ярымутрауының көнсығышында, Орхус-Бугт ҡултығында урынлашҡан. Орхус коммунаһының административ үҙәге . Әһәмиәте буйынса Данияла икенсе порт.
Орхус | |
дан. Aarhus | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | VIII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Aarhus |
Ҡушамат | Smilets by |
Этнохороним | århusianer |
Дәүләт | Дания[1] |
Административ үҙәге | Орхус[d] һәм Орхус[d] |
Административ-территориаль берәмек | Орхус[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Каттегат |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | East Jutland metropolitan area[d] |
Халыҡ һаны | 290 598 кеше (1 ғинуар 2023) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 6 ± 1 метр һәм 105 метр |
Туғандаш ҡала | Берген[d], Гётеборг[d][2], Турку, Нови-Сад, Харбин[d], Росток[3], Какорток[d] һәм Киль (ҡала)[4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 91 км² |
Почта индексы | 8000, 8100, 8200, 8210, 8220, 8229, 8230, 8240, 8245, 8250, 8260 һәм 8270 |
Рәсми сайт | aarhus.dk |
Вики-проект | WikiProject Aarhus[d] |
Портал открытых данных | city of AArhus Open Data[d] |
Урындағы телефон коды | 8 |
Орхус Викимилектә |
Халыҡ һаны — 310 956 кеше[5] (2011).
Беренсе тапҡыр 948 йылда телгә алына. X—XII быуаттарҙа католик үҙәк булараҡ тиҙ үҫешә, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа бөлгөнлөккә төшә. XIV быуатта чума тарафынан бушап ҡала.
1849 йылдың 31 майында дания-пруссия һуғышы ваҡытында бында генерал Адольф фон Гиршфельдтың немец ғәскәрҙәре менән Риеның дат дивизияһы араһында алыштар була[6].
XIX быуатта Орхуста тимер юлы үткәндән һуң иҡтисади күтәрелеше башлана.
Ҡала сауҙа-сәнәғәт, тимер юл үҙәге булып тора. Машиналар төҙөү (Danfoss компанияһы фабрикаһы), химик, текстиль, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән. Шулай уҡ ҡалала һөт продукттары етештереүсе— дания-швед Arla Foods компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Ҡалала Орхус университеты (1928 йылда барлыҡҡа килгән), опера театры, ботаника баҡсаһы урынлашҡан, милли масштабтағы Орхус симфоник оркестры эшләй.
Концерт залында (дат. Musikhuset) даими музыкаль фестивалдәр уҙғарыла, шул иҫәптән Орхус фестивале сентябрҙең беренсе аҙнаһында уҙғарыла һәм европа билдәлелегенә эйә.
Иҫтәлекле урындары — Иҫке ҡалала: XIII—XV быуаттарҙың кафедраль готика соборы (илдең иң ҙур сиркәүе), Фрукирхе сиркәүе (XI—XV быуаттар), иҫке ратуша (1857). Яңы ратуша (1938—1942, арх. Арне Якобсен), университет биналары комплексы иғтибарға лайыҡ. «Боронғо ҡала» музейында Данияның төрлө ҡалаларынан XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлгән 50-нән ашыу йорт йыйылған. Художество музейында — XIX—XX быуаттың дат һынлы сәнғәте. Боронғо тарих музейында бер нисә уникаль боронғо артефакттар бар. Шулай уҡ тәбиғәт, тарих фәне, медицина, янғын һәм уларҙан һаҡланыу, Ҡатын-ҡыҙҙар музейы, Орхус ҡала музейы, викингтар музейы, обсерватория һәм башҡа иҫтәлекле урындар бар. Ҡала үҙәгендә бер нисә матур фонтан урынлашҡан (уларҙың иң билдәлеһе — «Сусҡалар фонтаны» ратуша алдында 1941 йылда төҙөлгән).
Түбәндә Орхустың туғандаш ҡалалары исемлеге бирелгән:
Улар араһында:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.