Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 444 кеше[1]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855001.
Ауыл | |
Яңы Байрамғол Яңы Байрамғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Байрамғол ауылы Миндәк йылғаһының һул яҡ ярында Бүкәндәр һәм Ушанғол (Ишанғол) тауҙары араһында һыйынған. Миндәк йылғаһы саҡрымдағы ғына Урал йылғаһына ҡушыла. Урындағы халыҡ ауылды Байрамғол, ә Урал йылғаһын Яйыҡ тип боронғо исемдәре менән атай.
Яңы Байрамғол ауылына 18 быуаттаң 60-сы йылдарында нигеҙ һалына. XVIII быуатта 22 ихата булған, һәр береһендә 13-шәр кеше йәшәгән. X ревизия 427 кеше менән 91 ихата асыҡлай. Йәйләүгә 388 кеше менән 35 йорт сыға. Бөтәһенә лә ла 302 ат, 210 һыйыр, 20 кәзә тура килгән[2]. Миндәк тамағында Яйыҡтың уң яҡ ярында бынан ун — биш мең йылдар элек йәшәгән кешеләрҙең ҡәберлеге табылды. Ундағы таш ҡоралдар, бысаҡтар, балсыҡтан яһалған көршәктәр таш быуаттың неолит дәүерен һәм унан һуң еҙ быуат кешеләренең торлағы булыуын күрһәтә.
Яңы Байрамғол ауылы янында шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән халыҡтарҙың боронғо ҡаласыҡтары «Яңы Байрамғол—1», «Яңы Байрамғол—2» табылған. Ул ҡаласыҡтарҙа ҡаҙып алынған материалдар Учалы ҡалаһының төбәкте өйрәнеү музейында һаҡлана.
Ауылдың көнбайышындағы тауҙың башында яңғыҙ ҡәбер бар. Ошо тирәлә ырыуҙаштарының баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшен Ушанғол батыр етәкләгән. Яуҙа һәләк булһам, ошо тау башында ерләгеҙ, тигән ул. Баҫҡынсылар менән бер һуғышта батыр яугир һәләк була. Уны ерләп, ҡәберен таш менән уратып кәртәләйҙәр. Тауҙы шунан башлап «Ушанғол» тип атайҙар. Халыҡ телендә хәҙер ул тау атамаһы Ишанғол булып яңғырай.
Бүкәндәр тауы атамаһы бында бүкәнгә оҡшаған таштар булыуы менән бәйләйҙәр.[3]
Ауылда бер нисә аймаҡ бар: ҡуяндар, таҙҙар, онтаҡтар, айыуҙар, башҡаптар, ыҫты кейеҙҙәр, ҡалпаҡтар, бүҫкәләр, өс мөйөштәр, алтаяҡтар, ҡуҡыйҙар.
1812 йылғы Ватан һуғышында Яңы Байрамғол ауылынан Сәйфетдин Ҡәҙерғәлин (ҡаһы бер сығанаҡтар буйынса Кидрялин) 2 көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
1906 йылда Рәсәй Империяһы Дәүләт думаһына беренсе һайлау була. Ул күп баҫҡыслы булыуы менән хәҙерге һайлауҙан айырылып торған. Тәүҙә һәр ауылда 25 йортҡа 1 кеше иҫәбенән «выборныйҙар» һайланған. Был 1906 йылдың февралендә—март башында була. Шунан, 6 март көнө Учалы ауылында (Типтәр-Учалы волосы) һәм Ҡаҙаҡҡол ауылында (Күбәләк-Тиләү волосы) волость сходтары булып үтә. Ҡаҙаҡҡол ауылындағы волость сходында ауыл сходтарында һайланған 181 «выборный»ҙың 127-һе ҡатнаша, документта әйтелгәнсә, аҫаба башҡорттар һәм вазифа биләүселәр. Күбәләк-Тиләү волосынан:
1906 йылдың 11 апрелендә Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһында волостарҙан «уполномоченныйҙарҙың» өйәҙ съезы була (17 «уполномоченный» ҡатнашлығында). Ырымбур губернаһы һайлау йыйылышына (20 апрел, 1906 йыл) крәҫтиәндәрҙән һайланыусылар («выборщиктар») булып 4 кеше һайлана. Шуларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ: Шаһибал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов,60 йәштә, «потомственный почетный гражданин из башкир», белеме — өйҙә һәм Байрамғол ауылы мәҙрәсәһендә алынған булырға тейеш, Муса ауылында йәшәгән, игенселек менән шөғөлләнгән.
II Дәүләт Думаһында өс башҡорт депутатының береһе беҙҙең яҡташыбыҙ Шаһибал Сәйфетдинов булған. Ул Думала Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаған. Үҙенең телмәрендә ул батша администрацияһын тәнҡитләгән һәм дөйөм демократик позицияларҙан сығып, ябай халыҡ массаларының мәнфәғәтен яҡлаған".[4]
Ауылда мәсет 1905 йылда ҡарағастан яңыртып һалына. Ул мәсетте һалдырыуҙа Мөжәһетдин Маликов, Шаһыбал Сәйфетдинов, Лоҡман байҙар, Троицк ҡалаһынан Әхмәт бай, Латиф Байғаҙы улы Ғәйсин (Латыф хәҙрәт) булышлыҡ итәләр. Мәсетте Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһынан яллап килтерелгән балта оҫталары һала. Мәсет янында ике биналы мәҙрәсә лә була. Береһендә шәкерттәр йәшәй һәм белем ала, икенсеһе — ашхана. Шәкерттәр төрлө яҡтан килә: Ҡатай, Күбәләк ырыуынан. Заманына күрә бик данлыҡлы мөғәлимдәр белем бирә был мәҙрәсәлә Минһажетдинов (Ҡобағош ауылынан), Әхмәҙиә Мамилин (Сораман ауылынан), Ғабдуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин (Байрамғол ауылынан, уның бик бай китапханаһы ла була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул китапхана, 1930 йылда, мәсеттең манараһын алап ташлаған ваҡытта, яндырыла) шәкерттәргә төплө белем бирәләр. Шәкерттәр араһында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре лә бар: Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (Ҡотой ауылынан), Муса Мортазин уҡый[5].
Мотаһар Мортаза улы Мортазинда Байрамғол ауылынына нигеҙ һалыусы Байрамғол олатайҙың шәжәрәһе һаҡланған. Байрамғол менән Ҡәйепҡол — бер туғандар. Байрамғолдоң улы Йәноҙаҡ (уның 7 улы булған), уның улы Салих, Салихтың улы Йыһанша (Волость старшинаһы булған), уның улы Вәлиулла, Вәлиулланың улы Мортаза, Мортазаның улы Мотаһар, Мотаһарҙың улдары; Мозафар, Радик (Мәғәфүр), Нил һәм Әхәт[5].
Ауылда урта мәктәп, клуб, медпункт, китапхана бар.
республиканың билдәле композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановтың тормош иптәше.
Ауыл янында, Яйыҡ йылғаһы буйында арехологик ҡомартҡы — боронғо неолит дәүере ғибәҙәтханаһы - Баҡшай ҡаласығы урынлашҡан.
|
---|
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 444 | 224 | 220 | 50,5 | 49,5 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.