Тунис (ҡала)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Туни́с[1][2] (ғәр. تونس, франц. Tunis) — Тунис Республикаһының һәм Тунис провинцияһының баш ҡалаһы. Халҡы 1 200 000 кеше (2008), ҡала яны халҡы менән бергә — 3 980 500.


Remove ads
Географияһы
Ҡала Урта диңгеҙҙең Тунис ҡултығы ярында, Тунис күле аръяғында урынлашҡан. Радес һәм Хальк-эль-Уэд (Ла-Гулет) порттары менән канал һәм тимер юлы аша тоташҡан. Ҡала яр буйы тигеҙлеге һәм уны уратып торған түбәләр буйлап һуҙылған. Замансараҡ ҡаралтылар (колониаль һәм унан һуңғы замандағы) уртаһында иҫке ҡала — Әл-Мәҙинә урынлашҡан. Ҡала янындағы Карфаген (Картаж) да Тунисҡа инә. Туристар күпләп Боронғо Рим заманы ҡалаһы Карфаген емеректәрен ҡарарға, шулай уҡ Сиди-Бу-Саид, Эль-Марса, Ля-Гуллет ҡаласыҡтарына килә.
Remove ads
Климаты
Туниста башлыса йәй, Урта диңгеҙҙәгесә, эҫе һәм ҡоро, ә ҡыш — йылы һәм ямғырлы тора.
Remove ads
Тарихы
Ҡала тураһында б. э. т. 814 йылда тәүгә телгә алына, ә һаҡланып ҡалған ҡаралтыларҙың иң иҫкеһе XIII—XV быуаттарға ҡарай[3].
2011 йылдағы ғәрәп яҙында ҡалала комендант сәғәте индерелә[4].
Иҡтисади торошо
Ҡала илдең иҡтисади үҙәге булып һанала. Ҡалала һәм ҡала янында химия, төҙөлөш, текстиль һәм аҙыҡ-түлек етештереү промышленносе үҫешкән.
Транспорты


Ҡаланы Тунис-Карфаген халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә. Баш ҡала илдең башҡа ҡалалары менән Тунис тимер юлы һәм автотрасса аша тоташҡан. Ҡалала диңгеҙ порты, тимер юлы вокзалы, бер нисә автовокзал бар. Ҡала араһында йөрөгән ҡыҙыл-буйлы маршрут таксиҙары (луаждар) өсөн вокзалдар ҙа бар.
1985 йылдан заманса тиҙ йөрөшлө Тунис трамвайы ла йөрөй. Француз телендә ҡаланың трамвай селтәре «Métro» тип атала. Трамвайҙарҙан тыш ҡала һәм ҡала яны маршруты буйынса ҡала яны поездары бар. Шулай уҡ ҡала буйлап автобустар, күк-буйлы маршрут таксиҙары (луаждар) йөрөп тора.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Антонио Корпора (1909—2004) — италиялы рәссам.
Туғандаш ҡалалар
Тунис һәм түбәндәге ҡалалар араһында туғандашлыҡ булдырылған[5]:
Амман, Иордания
Джидда, Сауд Ғәрәбстаны
Доха, Катар
Кёльн, Германия
Әл-Күвәйт, Күвәйт
Лиссабон, Португалия
Марсель, Франция
Маскат, Оман
Монреаль, Канада
Мәскәү, Рәсәй
Париж, Франция
Прага, Чехия
Рабат, Марокко
Рим, Италия
Истанбул, Төркиә
Рио-де-Жанейро, Бразилия
Сантьяго, Чили
Стокгольм, Швеция
Ташкент, Үзбәкстан
Триполи, Ливия
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads