Олимпия уйындарында ауыр атлетика

From Wikipedia, the free encyclopedia

Олимпия уйындарында ауыр атлетика
Remove ads

Йәйге Олимпия уйындарында ауыр атлетика буйынса ярыштар тәүге тапҡыр Афинала 1896 йылғы йәйге Олимпия уйындарында үткәрелә һәм шунан алып 1900, 1908 һәм 1912 йылғы уйындарҙан тыш, артабанғы һәр уйындар программаһына индерелә. Тәүге осорҙа ауыр атлетика буйынса ярыштар ирҙәр араһында үтә, ә ҡатын-ҡыҙҙар дисциплиналары 2000 йылда Сиднейҙа үткән Йәйге Олимпия уйындарында индерелә. Был спорт төрөндә 15 комплект миҙал уйнатыла.

Ҡыҫҡа факттар Спорт төрө, Ойоштороусы ...
Remove ads

Ярыштар

1896 һәм 1904 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ауырлыҡ категорияларына бүленеү булмай, миҙалдар айырым күнегеүҙәрҙә тапшырыла:

  • 1896 йыл — ике ҡул менән этәреп күтәреү (рывок), бер ҡул менән этәреп күтәреү (толчок);
  • 1904 — ике ҡул менән кинәт күтәреү, гантелдәр менән күпбәйге.

1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарынан спортсылар ауырлыҡ категориялары буйынса бүленә, һәм һәр категория күнекмәләр суммаһы буйынса наградаларҙың бер комплекты өсөн ярыша:

  • 1920 — өсбәйге (бер ҡул менән кинәт күтәреү, бер ҡул менән этәреү, ике ҡул менән этәреү);
  • 1924 — бишбәйге (бер ҡул менән кинәт күтәреү, бер ҡул менән этәреү, ике ҡул менән ҡыҫыу (жим), ике ҡул менән кинәт күтәреү, ике ҡул менән этәреү);
  • 1928—1972 — өсбәйге (ҡыҫыу, кинәт күтәреү, этәреү);
  • 1976 йылдан алып — икебәйге (кинәт күтәреү, этәреү).
Remove ads

Рекордтар

2000 йылда яңы ауырлыҡ категориялары индерелгәндән һуң, олимпия рекордтарын ҡуйыу өсөн бөтә категориялар өсөн дә «олимпия стандарттары» булдырыла. Был ауырлыҡ категориялары үҙгәргәндән һуң рекордтарҙы яңынан яҙмау һәм спортсыларҙың элекке сығыштары һөҙөмтәләрен иҫәпкә алыу маҡсатында эшләнә.

Ирҙәр

Ентеклерәк мәғлүмәт Ярыш, Һөҙөмтә ...

Ҡатын-ҡыҙҙар

Ентеклерәк мәғлүмәт Ярыш, Һөҙөмтә ...
Remove ads

Миҙалдар иҫәбе (2016 йылдан һуң)

Ентеклерәк мәғлүмәт Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе, Урын ...

Илдәр

Ентеклерәк мәғлүмәт Ил, Бөтәһе ...
Remove ads

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads