From Wikipedia, the free encyclopedia
Алтын (Aurum ,Au) — химик элементтарҙың периодик таблицаһында атом һаны буйынса 79-сы элемент.
| ||||
---|---|---|---|---|
Атом номеры | 79 | |||
Матдәнең тышҡы күренеше | Йомшаҡ, сүкелеүсән һары металл | |||
Атом үҙенсәлеге | ||||
Атом массаһы (моляр масса) | 196,96654 а. м. б. (г/моль) | |||
Атом радиусы | 146 пм | |||
Ионизация энергияһы (беренсе электрон) | 889,3 (9,22) кДж/моль (эВ) | |||
Электрон конфигурацияһы | [Xe] 4f14 5d10 6s1 | |||
Химик үҙенсәлеге | ||||
Ковалент радиусы | 134 пм | |||
Ион радиусы | (-3e) 185 (+1e) 137 пм | |||
Электр тиҫкәрелеге (Полинг буйынса) | 2,64 | |||
Электрод потенциалы | Au←Au-3 1,50 В Au←Au+ 1,70В | |||
Оксидлашыу дәрәжәһе | -3,1,3 | |||
Матдәнең термодинамик үҙенсәлеге | ||||
Тығыҙлыҡ | 19,3 г/см³ | |||
Моляр йылы һыйҙырыусанлығы | 25,39 Дж/(K•моль) | |||
Йылы үткәреүсәнлек | 318 Вт/(м•K) | |||
Эреү температураһы | 1337,58 K | |||
Эреү йылылығы | 12,68 кДж/моль | |||
Ҡайнау температураһы | 3080 K | |||
Парға әйләнеү йылылығы | ~340 кДж/моль | |||
Моляр күләм | 10,2 см³/моль | |||
Матдәнең кристаллик рәшәткәһе | ||||
Рәшәткә төҙөлөшө | кубик | |||
Рәшәткә параметрҙары | 4,080 Å | |||
Дебай температураһы | 170,00 K |
Au | 79 |
196,96654 | |
[Xe]4f145d106s1 | |
Алтын |
1) химик элемент (Au); 2) алтын һәм ҡушылмаларҙан — көмөш, баҡыр һ.б. торған минерал. 40-лап минерал билдәле. Алтын асыҡ һары, тоноҡ һары, ҡыҙғылт-һары, йәшкелт төҫтә. Бөртөктәр, тәңкә, тоташ массалар һ.б. хасил итә. Ҡатылығы 2-3, тығыҙлыгы 15,6-18,3 г/см³. Азот һәм тоҙ кислотаһы ҡатнашмаһында, шулай уҡ цианид кислотаһында эрей. Туҙан һамаҡ (5-50 мкм), ваҡ (0,05-2 мм) һәм эре (2 миллиметрҙан артығырак, шул иҫәптән самородок) төрҙәре бар. Төп сығанаҡтарҙа (кварцлы, полиметаллы, комплекслы һ.б.) һәм сәселмәләрҙә осрай.
Төп рудаларҙа алтындың күләме 1-50 г/т һәм артығыраҡ, сәселмәләрҙә 0,05-2 г/м³ һәм артығыраҡ. 2006 йылда донъя күләмендәге запасы 87,1 мең т самаһы, табыш (т/йыл) — 2500, шул иҫәптән ЮАР-ҙа — 279, АҠШ-та — 257, Рәсәй Федерацияһында — 173).
Таҙа алтын — һары төҫтәге йомшаҡ металл. Ҡайһы бер алтын изделиеларына, мәҫәлән, тәңкәләргә, ҡыҙыл төҫтө баҡыр ҡушылмаһы бирә. Йоҡа пленкаларҙа алтын йәшел төҫтә ялтырап тора. Алтын термик үткәреүсәнлеге юғары һәм электр ҡаршылығы түбән.
Алтын — бик ауыр металл: таҙа алтын тығыҙлығы 19,32 г/см² (диаметры 46,237 мм булған таҙа алтын шарҙың массаһы 1 кг). Тығыҙлығы буйынса металдар араһында осмий, иридий, платина, рений, нептуний һәм плутонийҙан һуң етенсе урынды биләй. Вольфрам тығыҙлығы алтын менән сағыштырырлыҡ (бер куб см 19,25 грамм). Алтындың юғары тығыҙлығы уны сығарыуҙы еңеләйтә, шуға ла хатта ябай технологик процестар ҙа — мәҫәлән, шлюздарҙа йыуыу — тау тоҡомонан алтын сығарыуҙы юғары дәрәжәлә тәьмин итә ала.
Алтын — бик йомшвҡ металл: Моос шкалаһы буйынса ҡатылығы ~2,5, Бринелле шкалаһы буйынса 220—250 МПа (тырнаҡ менән сағыштырырлыҡ).
Алтын юғарыпластик металл: ҡалынлығы -0,1 мм (100 нм) табаҡҡа сүкеп була(алтын япрағы); был ҡалынлыҡтаға алтын яҡтылыҡта һары төҫтә була, үтә ҡарағанда йәшкелт-зәңгәр төҫтә бала. Алтынды тығыҙлығы 2 мг/м тиклем булған сымға һуҙып була.
2019 йылдың апрелендә Физик-математика фәндәре кандидаты Алексей Владимирович Арсенин етәкселегендәге Рәсәй физиктары төркөмө[1] (Ике үлсәмле материалдар һәм фотоника буйынса МИПТ үҙәге), донъяла беренсе тапҡыр «ике үлсәмле» алтын табыҡ — ҡалынлығы 10 нм-ҙан кәм булмаған алтын плёнка ала[2]. Мәскәү физика-техник университеты ғалимдары асыҡлауынса, ябай алтынды ҡалынлығы 3-4 нм булған бөтөнләй тиерлек «яҫы» ике үлсәмле ҡоролмаға әйләндерергә мөмкин[3] уның атомдарын молибден сульфидының (MoS2) махсус субстратына беркетеп була. Рәсәй физиктары һәм нанотехнологтары фекеренсә, бындай плёнкалар киләсәктең үтә күренмәле электроника эшләгәндә ҡулланылыш табырға тейеш. Рәсәй ғалимдарының тикшеренеү һөҙөмтәләре «Advanced Material Interfaces» журналында баҫылып сыға[1]. Алтындың яңы формаһын тикшереү күрһәтеүенсә, ул металдың үҙенсәлеген хатта үтә бәләкәй ҡалынлыҡтарҙа ла һаҡлай, ә сульфид-молибден субстраты «ике үлсәмле алтын» пленкаһы теләһә ниндәй субстратҡа күсерергә мөмкинлек бирә. [3][4][5][6]
Алтын иреү температураһы — 1064,18 °C (1337,33 К)[7], 2856 °C (3129 К)[7]. Шыйыҡ алтындың тығыҙлығы ҡаты алтынға ҡарағанда кәмерәк һәм иреү температураһы 17 г/см3. Шыйыҡ алтын ярайһы уҡ осыусае, ҡайнар температуранан күпкә алдараҡ әүҙем парға әйләнә.
Йылылыҡ киңәйеү коэффициенты — Ҡалып:Val ( 25 °C). Йылылыҡ үткәреүсәнлеге — 320 Вт/м·К, йылы һыйҙырышлылығы — 129 Дж/(кг·К), электр ҡаршылығы — 0,023 Ом·мм2/м.
Алтын — электр тиҫкәрәләге таблицаһында башҡа металдарҙың уң яҡында торған иң инерт металдарҙың береһе. Ғәҙәти шарттарҙа күпселек кислоталар менән үҙ-ара тәьҫир итешмәй һәм оксидтар барлыҡҡа килтермәй, кислоталар һәм нигеҙҙәр тәьҫирендә юҡҡа сыға торған ябай металдарҙан айырмалы рәүештә, уны аҫыл металға ҡарай. XIV быуатта царская водканың алтынды иретеү һәләте асыла, был уның химик инертлығы тураһындағы фекерҙе кире ҡаға.
2017 йылда алтын сауҙа иткән халыҡ-ара тауарҙар буйынса 8-се урында тора[8], дөйөм сауҙа күләме 331 миллиард доллар тип баһалана.
Иң эре алтын экспортлаусылар (донъя әйләнешенә ҡарата күрһәтелгән %)
Иң эре алтын импортлаусылар (донъя әйләнешенә ҡарата күрһәтелгән %)
Рәсәйҙең өлөшө — донъя экспортында 1 % (яҡынса 3,3 миллиард АҠШ доллары), импортта 0,01 % кәмерәк (4,3 млн АҠШ доллары тирәһе).
Әлеге ваҡытта донъяла булған алтын, 2020 йылға ҡарата, түбәндәгесә бүленә: яҡынса 10 % сәнәғәт продукцияһында, ҡалғандары яҡынса үҙәкләштерелгән запастар араһында тигеҙ бүленә (башлыса химик яҡтан таҙа алтындың стандарт ҡойолмалар рәүешендә), шәхси милек бар һәм биҙәүестәр рәүешендә.
Алтынды традицион һәм иң эре ҡулланыусы булып ювелир сәнәғәте тора. Ювелир изделиеларҙы таҙа алтындан түгел, ә уның башҡа металдар менән иретмәһенән яһайҙар, улар механик ныҡлыҡ һәм сыҙамлылыҡ буйынса алтындан күпкә өҫтөнөрәк. Әлеге ваҡытта Au-Ag-Cu иретмәләре ҡулланыла, уларҙа цинк, никель, кобальт, палладий өҫтәмәләре булыуы мөмкин. Бындай иретмәләрҙең коррозияға бирешмәүе башлыса уларҙа алтындың миҡдары, ә төҫтәре һәм механик үҙенсәлектәре көмөш менән баҡырҙың нисбәте менән билдәләнә.
2008 йылдың декабрендә Рәсәйҙең дәүләт резервындағы алтын запастары 495,9 тонна (бөтә донъя дәүләттәренән 2,2 процент) тәшкил иткән[11]. 2006 йылдың мартында Алтын Рәсәйҙең дөйөм валюта резервтарының 3,8 процентын тәшкил итә. 2011 йыл башына ҡарата Рәсәй дәүләт резервындағы алтын күләме буйынса донъяла 8-се урынды биләй[12].
2013 йылдың авгусында Рәсәй алтын запасын 1015 тоннаға тиклем арттыра. Һуңынан Рәсәй 2017 йылдың 1 сентябрендә 1744,3 тонна тәшкил иткән ҡиммәтле металл запасын арттырыуын дауам итә.
Түбәндә күрһәтелгән таблицала дәүләт алтын запастары ғына күрһәтелгән (һәм МВФ-тың алтын запасы). Шуны иҫтә тоторға кәрәк: күп илдәрҙә шәхси шәхестәр үҙенең дәүләте алтын запастарына ҡарағанда күберәк алтынға эйә. Мәҫәлән, 2011 йылдың декабренә Һиндостан граждандарының 18 мең тонна алтыны була[13], ә дәүләт алтын запасы 2013 йылда 557,7 тонна тәшкил итә[14].
Донъялағы иң ҙур алтын резервтары (2018 йылдың сентябренә)[15].
№ | Ил/ойошма | Алтын (тонна) | Дәүләттең дөйөм валюта резервтарында алтын өлөшө (%) |
---|---|---|---|
1 | АҠШ | 8133,5 | 74,5 % |
2 | Германия | 3369,9 | 69,6 % |
3 | Халыҡ-ара валюта фонды | 2814,0 | — |
4 | Италия | 2451,8 | 66,6 % |
5 | Франция | 2436,0 | 62,4 % |
6 | Рәсәй | 2170,0 | 18 % |
7 | Ҡытай | 1842,6 | 2,3 % |
8 | Швейцария | 1040,0 | 5,2 % |
9 | Япония | 765,2 | 2,5 % |
10 | Нидерланд | 612,5 | 67,3 % |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.