Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы
Remove ads

Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы — халыҡ-ара хоккей ярыштарында СССР исеменән сығыш яһаған милли хоккей йыйылма командаһы. Йыйылма команданың идара итеүсе ойошмаһы — СССР-ҙың Хоккей федерацияһы. Рәсми рәүештә Халыҡ-ара хоккей федерацияһы составында 1952 йылдан 1991 йылға тиклем була һәм 39 йыл буйына донъяла иң көслөһө булып иҫәпләнә. Йыйылма команда активында ҡышҡы Олимпия уйындарының 9 хоккей турнирында 7 тапҡыр еңә һәм 34 донъя чемпионатында ҡатнашҡан ваҡытта 22 донъя чемпионы титулын яулай[1]. СССР йыйылма командаһы — донъяла бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатынан һәм Олимпия уйындарынан наградаларһыҙ әйләнеп ҡайтмаған берҙән-бер йыйылма команда.

Thumb
Ҡыҫҡа факттар Спортивные награды ...

Ошо ваҡыт эсендә хоккей буйынса СССР йыйылмаһы 130 награда яулай.

2008 йылда үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан халыҡ ара шайбалы хоккей федерацияһы һуңғы 100 йылда хоккей буйынса донъяның символик йыйылма командаһын билдәләү маҡсатында донъяның 16 иленән 56 белгес араһында һорау алыу үткәрә. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса донъя йыйылмаһында алты урындың дүртәүһе СССР хоккейсыларына — ҡапҡасы Владислав Третьякка, һаҡсы Вячеслав Фетисовҡа һәм һөжүмсе Валерий Харламовҡа һәм Сергей Макаровҡа эләгә[2].

Remove ads

Тарихы

Thumb
Всеволод Бобров, донъя чемпионы һәм 1956 йылғы олимпия чемпионы
Thumb
1987 йылдағы СССР йыйылма командаһы уйынсыларының автографтары ҡуйылған сувернир сәкән Орск тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияһында

1946 йылда Бөтә Союз физик культура һәм спорт комитеты шайбалы хоккей буйынса беренсе СССР чемпионатын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм был ҡарар бөтә ил буйлап хоккей үҫешенә этәргес бирә. Мәскәү йыйылма командаһы флагы аҫтында сығыш яһаған совет хоккейсылары тәүге халыҡ-ара матчтарын 1948 йылда Чехословакияның Лтц (Прага) командаһы менән үткәрә. Башта йыйылма команданың икенсе составы 7:11, 1: 10 иҫәбе менән отола, ә һуңынан төп состав өс уйын үткәрә, уйындар 6:3, 3:5, 2:2 иҫәбе менән тамамлана[3]. 1952 йылда илдең юғары спорт етәкселеге Бөтә Союз хоккей секцияһын Халыҡ-ара боҙҙа хоккей лигаһына индереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был аҙым совет спортсыларына донъя чемпионаттарында сығыш яһау хоҡуғы бирә. Ә быға тиклем 1951 йылда СССР Олимпия комитетының Халыҡ-ара олимпия комитетына инеүе тураһындағы ҡарары нигеҙендә Олимпия хоккей турнирҙарында ҡатнаша ала[4].

1954 йылда СССР йыйылмаһы донъя чемпионаттарында тәүге тапҡыр сығыш яһай һәм фаворит булған Канаданы еңеп, донъя чемпионы титулын яулай[5]. 1950-се йылдар дауамында СССР һәм Канада араһында үҙенсәлекле хоккей үҙ-ара уҙышы (дерби) барлыҡҡа килә. 1962 йылда СССР донъя чемпионатында сәйәси сәбәптәр буйынса ҡатнашмай: Германия Демократик Республикаһы йыйылмаһы донъя чемпионатына индерелмәй, сөнки Америка Ҡушма Штаттарының Дәүләт департаменты уйынсыларға Берлин стенаһы төҙөлөү сәбәпле виза биреүҙән баш тарта, һәм СССР, Чехословакия һәм Румыния командалары ла протестҡа ҡушыла[6]. 1963 йылда Советтар Союзы йыйылмаһы донъя чемпионатында алтын миҙал яулағас, тарих үҙгәрә.

1963 йылдан 1971 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы 9 тапҡыр рәттән донъя чемпионатында еңеү яулай, был абсолют рекорд булып тора[7].

1972 йылда Канада йыйылма командаһы менән Суперсерия уҙғарыла. Канада командаһы НХЛ уйынсыларынан тора. 8 уйын үтә, шуларҙың 4-һендә Канада йыйылма командаһы еңә (һуңғы матчта канадалылар 34 секунд ҡалғас еңеүҙе тартып ала), 3 уйында СССР йыйылма командаһы еңеү яулай һәм тағы бер уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана[8].

Ике йылдан һуң осрашыу ҡабатлана. Канада йыйылма командаһы Бөтә донъя хоккей ассоциацияһы уйынсыларынан тора. Унда төп «йондоҙҙар» булып Бобби Халл һәм ҡартаймаҫ Горди Хоу[9] тора. Алдағы ике йыл һымаҡ, Канадала һәм Мәскәүҙә 4-шәр матч үтә. СССР йыйылма командаһы 4 матчта еңеү яулай, 3 матч тигеҙ иҫәп менән тамамлана, канадалылар бер еңеү яулай.

1980 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһындағы Олимпия уйындарында СССР йыйылмаһы Америка йыйылмаһынан сенсацион еңелә. Бынан һуң Америка командаһын «Боҙҙағы мөғжизә» тип атайҙар[10].

Бер йылдан һуң совет йыйылма командаһы Канада Кубогында еңеү яулай, финалда НХЛ-дың иң яҡшы хоккейсыларынан торған хужалар командаһын (8-1) тар-мар итә[11].

1976—1977 йылдарҙағы донъя чемпионаттарындағы уңышһыҙлыҡтан һуң йыйылма команда менән Виктор Тихонов етәкселек итә. 1978—1991 йылдарҙа ул баш тренер сифатында ике тапҡыр СССР йыйылмаһын олимпия чемпионы (1984, 1988), һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы титулына, шулай уҡ Саҡырыу кубогында (1979) һәм Канада кубогында (1981) еңеүгә алып килә.

1991 йылдың майында Советтар Союзы йыйылма командаһы шайбалы хоккей буйынса Европаның һуңғы чемпионы була. 1991 йылдан һуң Европа чемпионаты үткәрелмәй.

СССР йыйылма командаһы өсөн һуңғы турнир 1991 йылдың ноябрендә үткәрелгән Германия Кубогы була. Был турнирҙа Советтар Союзы йыйылма командаһы еңеү яулай.

СССР йыйылма командаһының хоҡуҡи вариҫы булып Рәсәй йыйылма командаһы тора, ул 1992 йылда донъя хоккейының юғары дивизионында Советтар Союзы йыйылма командаһы урынын ала[12].

Remove ads

Матчтары

  • 1953—1955
  • 1956—1959
  • 1960—1964
  • 1965—1969
  • 1970—1974
  • 1975—1979
  • 1980—1984
  • 1985—1989
  • 1990—1991

Йыйылма команда капитандары

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Турнир ...
Remove ads

Йыйылма команданың рекорд ҡуйыусылары

Йыйылма команда өсөн матчтар һаны буйынса

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйынсы, Матчтар иҫәбе ...

|

Йыйылма команда өсөн голдар һаны буйынса

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйынсы, Голдар иҫәбе ...

Йыйылма команда өсөн матчтар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйынсы, Матчтар иҫәбе ...

|

Йыйылма команда өсөн голдар иҫәбе буйынса (Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары)

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйынсы, Гол иҫәбе ...
Remove ads

Йыйылма команданы комплектлау

Һәр миҙгелдә йыйылма команданың нигеҙендә ЦСКА клубы тора. Донъя чемпионаттарында һәм олимпиадаларҙа, 39 турнирҙың 28-ендә ЦСКА уйынсылары составтың 50 һәм унан да күберәк процентын тәшкил итә. 1960 йылғы Олимпия уйындары һәм 1974 йылғы донъя чкмпионатында СССР йыйылмаһы «Крылья Советов» уйынсыларынан тора. Бынан тыш, 1962 йылғы донъя чемпионатына ойошторолған йыйылма командала иң күп уйынсылар Мәскәүҙең Динамо командаһында була. Ҡалған турнирҙарҙа ЦСКА вәкиллеге иң ҙур була.

Ентеклерәк мәғлүмәт Клуб, Донъя чемпионаты 54 ...

1962 йылғы донъя чемпионатына команда составы белешмә өсөн бирелә, һәм дөйөм иҫәпкә алынмай, сөнки СССР йыйылма командаһы ҡатнашыуҙан баш тарта.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads