мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары From Wikipedia, the free encyclopedia
Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.
Яҙылышы Рус орфография һүҙлегендә «параолимпийский», «параолимпия» тип яҙылған. [2] шулай уҡ башҡа һүҙлектәрҙә лә шулай теркәлгән.
Иң тәүҙә «Параолимпия уйындары» рәсми рәүештә ҡулланылмаған. 1960 йылда уҙғарылған «Туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевиль уйындары» тип атала. 1984 йылда ғына Параолимпия уйындары тип атала башлай. Шулай ҙа 1964 йылға уйындар ваҡытында параолтмпия уйындары тип әйтеп кителә. 1980 йылғаса «Ғәриптәр өсөн олимпия уйындары» тип йөрөтөлә. 1984 йылдан Халыҡ -ара инвалидтар уйындары тип аталған. 1988 йылдан башлап ҡына тулыһынса «параолимпия уйындар» тигән исем тулыһынса рәсмиләштерелә.
Паралимпия спорты быуаттан ашыу тарихҡа бәйле. Спорттың кеше организымына ыңғай тәьҫире тураһында XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Шул ваҡыттарҙан бирле ғәриптәр спортын үҫтереүгә йүнәлеш алған ойшмалар тергеҙелә башлай. 1988 йылда Берлин ҡалаһынжа суҡраҡтар өсөн спорт клубы ойошторола.
Беренсе һәм икенсе донъя һуғышлары миллионлап кешене ғәрип яһай.
ХХ быуатта был спорт төрөн ғәриптәрҙе дауалау сараһы булараҡ ҡабул итәләр. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн ял итеү, буш ваҡыттарын уҙғарыу сараһы булараҡ та ҡабул ителә. Спорт менән шөғөлләнеүһәм ярышыу теләге әүҙемләшә.
1948 йылда Бөйөк Британияның Лондон ҡалаһында уҙғарылған Олимпия уйындары барышында олимпияға бағышланып Сток-Мандевиль уйындары (ингл. Stoke Mandeville Games) уҙғарыла. Был сарала инвалид арбаларында йөрөүсе спортсылар ҙа ҡатнаша. Был сараны Сток-Мандевиль дауаханаһы эшсеһе Гутман ойоштора. 1952 йылда Стоук уйындары тағы ла уҙғарылыуында британиялыларҙан башҡа Нидерландиянан да ғәрип спортсылар саҡырыла. Был инде халыҡ -ара спорт ярышына әүерелеүе тураһында һөйләй.
Уйындарның рәсми атамаһы — Халыҡ-ара инвалид арбаларҙа йөрөүсе спортсылар уйындары (World Wheelchair Games). Әлеге уйындар Паралимпия уйындарын прообразы ролен башҡара.
1989 йылда Халыҡ-ара Паралимпия комитеты (ингл. International Paralympic Committee (IPC)) төҙөлә.
Беренсе Паралимпия уйындары 1960 йылда Римдә уҙа. Ул сарала 23 илдән килгән 400 спортсы ҡатнаша. Сағыштырыу өсөн: Сидней 2000: 123 илдән 4 меңгә яҡын спортсы.
1976 йылда Швецияла беренсе ҡышҡы Паралимпия уйындары уҙғарыла.
Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсыларҙың төрлөсә ғәриплектәренә бәйле ярыштар алты төп категорияға бүленгән:
Спорт төрөнә ҡарап был категориялар өҫтәмә рәүештә тағы ла бер рисә төргә бүленә. Был бүленеү спортсыларҙың допинг ҡулланыуға сик ҡуйыу маҡсаты менән дә ҡулланылына.
Ел | Йәйге Паралимпия уйындары | Ҡышҡы Паралимпия уйындары | ||
---|---|---|---|---|
Һандар | Урындар | Һандар | Урындар | |
1960 | I Йәйге Паралимпия уйындары | Рим, Италия | ||
1964 | II Йәйге Паралимпия уйындары | Токио, Япония | ||
1968 | III Йәйге Паралимпия уйындары | Тель-Авив, Израиль | ||
1972 | IV Йәйге Паралимпия уйындары | Гейдельберг, Германия | ||
1976 | V Йәйге Паралимпия уйындары | Toronto, Канада | I Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Орнсколдсвик, Швеция |
1980 | VI Йәйге Паралимпия уйындары | Арнем, Нидерландлар | II Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Гейло, Норвегия |
1984 | VI Йәйге Паралимпия уйындары | Сток-Мандевиль, Бөек Британия Нью-Йорк, АҠШ | III Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Инсбрук, Австрия |
1988 | VIII Йәйге Паралимпия уйындары | Сеул, Корея Республикаһы | IV Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Инсбрук, Австрия |
1992 | IX Йәйге Паралимпия уйындары | Барселона, Испания | V Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Альбервиле, Франция |
1994 | VI Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Лиллехаммер, Норвегия | ||
1996 | X Йәйге Паралимпия уйындары | Атланта, АҠШ | ||
1998 | VII Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Нагано, Япония | ||
2000 | XI Йәйге Паралимпия уйындары | Сидней, Австралия | ||
2002 | VIII Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Солт-Лейк-Сити, АҠШ | ||
2004 | XII Йәйге Паралимпия уйындары | Афина, Греция | ||
2006 | IX Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Турин, Италия | ||
2008 | XIII Йәйге Паралимпия уйындары | Пекин, Ҡытай | ||
2010 | X Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Ванкувер, Канада | ||
2012 | XIV Йәйге Паралимпия уйындары | Лондон, Бөйөк Британия | ||
2014 | XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Сочи, Рәсәй | ||
2016 | XV Йәйге Паралимпия уйындары | Рио-де-Жанейро, Бразилия | ||
2018 | XII Ҡышҡы Паралимпия уйындары | Пхёнчхан | ||
2020 | XVI Йәйге Паралимпия уйындары | Әлегә билдәһеҙ |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.