Тбилиси

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тбилисиmap
Remove ads

Тбили́си (груз. თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg [27][28] — «йылы сығанаҡ», урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы[29]. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км²[30], халҡы &&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016 йыл)[31].

Remove ads

Атамаһы

«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла[32]. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына[32].

Символика

Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.

Флаг

Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.

Герб

Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған[33].

Мисәт

Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на[34]. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.

Remove ads

Билдәле шәхестәре

Физик-географик характеристика

Thumb
Тбилиси ботаника баҡсаһындағы шарлауыҡ

Ҡаланың географик урыны

Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш[35].

Климат

Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.

  • Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
  • Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
  • Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Туғанлашҡан ҡалалар

Thumb
Ҡалалар дуҫлығын иҫкә төшөрөп торған юл күрһәткесе (Саарбрюккен, Германия)

Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Топографик карталар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads