Европа олимпия комитеттары

From Wikipedia, the free encyclopedia

Европа олимпия комитеттары
Remove ads

Европа олимпия комитеттары (ингл. European Olympic CommitteesEuropean Olympic Committees) — Европаның 50 милли олимпия комитетын берләштергән халыҡ-ара олимпия ойошмаһы. Штаб-фатиры — Лозаннала (Швейцария), башҡарма офисы Римда (Италия) урынлашҡан.   ЕОК эгидаһы аҫтында 2015 йылдан башлап булдырылған Европа уйындары үтә. 

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Remove ads

Ҡатнашыусы илдәр

Түбәндәге таблицала милли олимпия комитеты булған һәм Европа олимпия комитеттарына ингән илдәр бирелә.  Дүртенсе бағаналағы беренсе дата — Милли олимпия комитеты ойшторолған  йыл, икенсеһе — уның Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылыуы (әгәр даталар тап килмәһә). 

Ентеклерәк мәғлүмәт Ил, Код ...

Европа олимпия комитеттарына Европала урынлашҡан һәм дөйөм танылған суверен дәүләттәрҙең (Ватикандан башҡа), шулай уҡ Европа өлөшө бәләкәйерәк булған Рәсәй һәм Төркиәнең, Европа өлөшө бик бәләкәй булған Әзербайжан һәм Грузияның, тулыһынса Азияла урынлашҡан Әрмәнстан, Кипр һәм Израилдең Милли олимпия комитеттары инә,  Европа өлөшө бик бәләкәй булған Ҡаҙағстандың Милли олимпия комитеты инмәй.

Европа уйындарында һәм Олимпиадаларҙа ҡатнашыу өсөн илдәрҙең суверен булмаған өлөштәре йә дөйөм танылмаған дәүләт булған  Фарер утрауҙарының, Каталонияның, Гибралтарҙың, Төньяҡ Кипрҙың, Абхазияның, Көньяҡ Осетияның Милли олимпия комитеттары Европа олимпия комитеттарының һәм Халыҡ-ара олимпия комитетының таныуын эҙләй.

Элек СССР, Германия Демократик Республикаһы,  Югославия, Чехословакия Милли олимпия комитеттары  Европа  олимпия комитеттары составында булған. 

Remove ads

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads