- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың 15—17 майында Ҡостанай ҡалаһында башҡорт (Башҡортостан автономияһы) һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) милли-азатлыҡ хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе үтә, бында берҙәм контрреволюцион көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.
- Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән башҡорт снайперына Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған.
- Икенсе донъя һуғышы осоронда партизан отрядын ойошторған македон ҡыҙына милли герой исеме бирелә.
- Ҡөрьәндә һөҙһөт ҡоштар батшаһы булараҡ телгә алына, уға ҡурайҙа башҡарылған башҡорт халыҡ көйө арналған.
- Әлеге ваҡытта Википедияла Башҡортостан Республикаһы тураһында 110 телдә мәҡәлә бар. 2017 йылда уларҙы 950 913 мәртәбә уҡығандар (шул иҫәптән рус телендә — 554 498, инглиз телендә — 143 641, немец телендә — 39 899, төрөк телендә — 17 826, поляк телендә — 13 995, япон телендә — 12 671, итальян телендә — 10 383, ғәрәп телендә — 7 080, фарсы телендә — 6 458, мадьяр телендә — 6 116, башҡорт телендә — 3 734, татар телендә — 1 407)
- 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үтә, унда йөҙгә яҡын делегат ҡатнаша. Ҡоролтай Рәсәйҙең федератив-демократик ҡоролошло булырға тейешлелеген билдәләй һәм Башҡорт мәркәз шураһы составын ҡабаттан һайлай.
- Иран-Ираҡ һуғышы дауамлығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була.
- 1960 йылдарҙан Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының һыуын баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола башлағас, ул осорҙа ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урында биләгән Арал диңгеҙенең кимәле ҙур тиҙлектә кәмей башлай. Һөҙөмтәлә элекке күлдең ҙур өлөшөндә Аҡҡом сүле барлыҡҡа килә һәм төбәктә климат ҡырҡа үҙгәрә.