From Wikipedia, the free encyclopedia
Барон Фридрих Вильгельм Генрих Алекса́ндр фон Гу́мбольдт (нем. Friedrich Wilhelm Heinrich Alexander Freiherr von Humboldt, 14 сентябрь 1769 йыл — 6 май 1859 йыл) — Германия географы, натуралист һәм сәйәхәтсе, үҙ аллы фән булараҡ географияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; ғалим Вильгельм фон Гумбольдтың ҡустыһы.
Гумбольдттың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған. Ул «тәбиғәтте тотош тип аңлау һәм тәбиғи көстәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе тураһында йыйыу»ҙы үҙенең төп бурысы тип һанаған; фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарҙың киңлеге өсөн замандаштары уны XIX быуат Аристотеле тип атаған. Дөйөм принциптарҙан сығып һәм сағыштырыу ысулын ҡулланып, ул физик география, ландшафты өйрәнеү ғилеме, үҫемлектәрҙең экологик географияһы кеүек фәндәр булдырған. Гумбольдт тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә геомагнетизмдың ғилми нигеҙҙәре һалына.
Климатты өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә, изотермалар ысулын эшләй, уларҙы бүлеү картаһын төҙөй һәм фән булараҡ климатологияға нигеҙ бирә. Континенталь һәм диңгеҙ буйы климатын ентекле һүрәтләй, уларҙың айырылыу тәбиғәтен билдәләй.
Берлин (1800), Пруссия һәм Бавария фәндәр академиялары ағзаһы. Петербург фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (1818).
Атаһы яғынан ағалы-ҡустылы Гумбольдттар Померания буржуазияһынан булған. Уларҙың ҡартатаһы Пруссия армияһында офицер булып хеҙмәт иткән һәм 1738 йылда шәхси ҡаҙаныштары һәм үтенесе арҡаһында дворян дәрәжәһенә күтәрелгән. Уның улы Александр Георг шулай уҡ прус офицеры була, Ете йыллыҡ һуғышта билдәлелек яулап өлгөрә. 1766 йылда отставкаға киткәс, Александр Георг Берлинға күсә, бында принтың камергеры була һәм бай тол ҡатын — баронесса Мария Елизаета фон Гольведе (ҡыҙ фамилияһы Коломб) менән никахлаша. Мария Елизавета сығышы менән король Людовик XIV йәберләүҙәренән һәм ҡыҫырыҡлауҙарынан Пруссияға ҡасҡан француз гугеноттарынан булған. Өйләнеүе арҡаһында Александр Георг фон Гумбольдт ҡала янындағы Тегель һарайының һәм эргә-тирәләге ерҙәрҙең хужаһы була. Александр Георг менән Мария Елизаветаның ике улы тыуған: Вильгельм (1767 йылдың 22 июне) һәм Александр (1769). Аҡылға зәғиф Фердинанд фон Гольведе (1763—1817) Александр менән Вильгельмдың (әсәләренең тәүге никахынан) бер туған ҡустыһы була.
Александр фон Гумбольдт үҙе бер ҡасан да өйләнмәгән.
Буласаҡ ғалим Берлиндың кафедраль соборында суҡындырылған. Пруссияның буласаҡ короле Фридрих Вильгельм II, герцог Фердинанд фон Брауншвейгҡа һәм министр Барон фон Финкенштайн исем аталары булған[24].
Александр һәм Вильгельм үҙ йорттарында яҡшы белем алғандар. Уларҙың тәүге гувернёры — Иоахим Генрих Кампе[* 1], аҙаҡ билдәле педагог һәм лингвист була[25]. 1777 йылда малайҙарҙы Кристиан Кунт тәрбиәләй башлай, ул Руссо нигеҙҙәре яҡлы һәм энциклопедик белемгә эйә булған[25].
Ағалы-ҡустылы Гумбольдттарҙың белеме Мәғрифәтселек дәүере, Кант һәм Руссо идеялары йоғонтоһонда була. Уларҙың уҡытыусылары — философ һәм әҙип И. Энгель, тарихсы Х. В. Дом, дин белгесе һәм боронғо телдәрҙе яҡшы белгән Лёффлер. Александрҙы ауыр, уҡыуҙы яратмаған бала тип иҫәпләнеләр, ләкин ул тәбиғәт менән ҡыҙыҡһына һәм художестволы һәләтенә эйә булған[25][24][26].
1785 йылда К. Ф. Николаи һәм М. Мендельсон менән таныша[27].
1787 йылда ул Одерҙағы Франкфурт университетына уҡырға инә, унда иҡтисадты һәм финанстарҙы өйрәнә. Ул шулай уҡ боронғо донъя тураһында фән, медицина, физика, математика буйынса лекциялар тыңлаған.
1788 йылда Александр Берлинға килә, унда грек телен һәм технологиялар өйрәнә. Гумбольдттың яҡшы танышы К. Л. Вильденов, киләсәктә — Берлин ботаника баҡсаһы директоры һәм үҫемлектәр таксономияһы буйынса билдәле белгес, уға ботаниканы үҙләштерергә ярҙам иткән[25].
1789 йылдың яҙында ағалы-ҡустылы Гумбольдттар Гёттинген университетына килә, унда К. Гейне (классик әҙәбиәт), И. Блуменбах (анатомия), А. Кестнер (математика һәм физика), Г. Лихтенберг (физика һәм астрономия), И. Эйхгорн (көнсығыш телдәре һәм тарих) кеүек билдәле ғалимдар уҡыта. К. Гейне ярҙамында ул археология менән ҡыҙыҡһына һәм үҙенең «Гректарҙың туҡымалары тураһында» тигән беренсе, баҫтырылмаған, ғилми эшен әҙерләй[25]. Шул уҡ йылда ул Германия буйлап сәйәхәт иткән[24]. Гёттинген университетында Александр үҙенең «Рейн базальттары тураһында» тигән тәүге геологик хеҙмәтен (Mineralogische Beobachtungen über einige Basalte am Rhein. — Brunswick, 1790) яҙған. Шунда ул тәбиғәтте өйрәнеүсе һәм этнограф Георг Форстер, донъя буйлап икенсе экспедицияла ҡатнашыусы Джеймс Кук менән дуҫлашҡан[25].
Г. Форстер менән икәүләп немец ерҙәренән ситкә сәйәхәт ҡылалар: 1790 йылдың мартында Майнцтан (Рейн буйлап) юлға сығалар, Нидерландта, Англияла булалар, Франция ярҙарына етеп һәм июндә Парижға баралар. Гумбольдт әйтеүенсә, сәйәхәт итеүгә һәм алыҫ тропик илдәргә барыуға ынтылыш тыуҙырыусы көслө тойғо ошо экспедицияның һөҙөмтәһе булған. Тиҙҙән ул Гамбургка килә, унда минералогия һәм ботаника менән шөғөлләнә, шулай уҡ, сауҙа академияһы студенты булараҡ, телдәрҙе өйрәнә. Уның ботаник дәрестәре Берлинда дауам итә һәм һөҙөмтлә бер нисә фәнни мәҡәлә әҙерләй, уларҙың береһе орлоҡтарҙың хлор тәьҫире аҫтында тиҙ шытып сығыу феноменына арнала[25].
1791 йылдың йәйендә Тау академияһында геологияны өйрәнеү маҡсатында Фрайберг ҡалаһына килә. 1791 йылдың авгусында академия буйынса дуҫтарының береһе И. К. Фрайеслебен менән бергә ул Богемияға барған[28]. 1792 йылдың ҡышында уҡыуҙы тамамлағас Гумбольдт Берлинға ҡайта:
Александрҙың һәләттәре асыҡ сағылған ине. Ул тәбиғәт белемендә генә түгел, ә тарихта, юридик фәндәрҙә, классик әҙәбиәттә лә киң һәм төрлө-төрлө мәғлүмәттәргә эйә булған… бер нисә тел белгән, үҙ аллы тикшеренеүҙәр баҫтырып сығарған һәм буласаҡ сәйәхәттәрҙең планын уйлаған… Быға тулыһынса матди тәьмин ителеште өҫтәргә кәрәк.— Энгельгардт М. А. Александр Гумбольдт, его жизнь, путешествия и научная деятельность. — СПб., 1891[25]
1792 йылда Гумбольдт Ансбахта һәм Байройтта обер-бергмейстер вазифаһын ала. Был вазифаға бәйле эштәр Гумбольдттың теләктәренә тулыһынса яуап биргән, һәм ул ҙур ашҡыныу менән уларға тотона. Тау сәнәғәтен үҫтерергә һәм дәртләндерергә тырышып, ул уның тарихын архив документтары буйынса өйрәнә, Гольдкронахта ташландыҡ мәғдән һөңгөләрен яңырта, Штебендә тау эше мәктәбен ойоштора, шахталарҙа газдарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә һәм хәүефһеҙ лампа һәм тын алыу аппараты уйлап табырға тырыша. 1792—1794 йылдарҙа ул Германия ерҙәре буйлап күп һанлы инспекция сәфәрҙәрен тормошҡа ашыра[29].
Был ғәмәли эш менән бер үк ваҡытта фәнни тикшеренеүҙәр ҙә алып барыла: геология һәм ботаника буйынса мәҡәләләр һәм хеҙмәттәр, шул иҫәптән «Йәшерен никахлы Фрейберг флораһы» (лат. Florae Fribergensis Specimen, 1793) һәм «Үҫемлектәрҙең химик физиологияһынан афоризмдар» (Гумбольдттың туҡымаларҙың туҡланыусанлығы һәм үҫемлектәрҙең үрсеүе буйынса эксперимент һөҙөмтәләре) тигән мәҡәләләр һәм яҙмалар баҫыла. Етмәһә, һуңыраҡ «Боҙолған мускул һәм нервы сүстәре өҫтөндә тәжрибә» (нем. Versuche über die gereizte Muskel- und Nervenfaser. Berlin, 1797) исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан «хайуан электры» тикшеренеүҙәре лә ошо осорға ҡарай. Доктор Шалдерн булышлығында тәжрибәләренең бер өлөшөн үҙендә ҡуйған: Гумбольдттың арҡаһы тикшеренеү объекты булып хеҙмәт иткән.
Был эштәрҙә Гумбольдтың ғалим булараҡ үҙенсәлектәре күренә: тәү ҡарашҡа төрлө күренештәрҙең дөйөм нигеҙен эҙләп табырға ынтылыу, метафизик принциптарға ышанмау. «Афоризмдар…» китабында ул әле физика закондарына ҡаршы килгән йәшәү көсө өсөн тора; әммә хайуандар электры тураһындағы тикшеренеүҙәрҙә үк фәндә 1830—1840 йылдарҙа ғына хасил булған тормошҡа рациональ ҡараш сағылдыра. Даһиҙың хайуандар туҡымаһындағы электр күренештәренә ҡарашы 50 йылдан Дюбуа-Реймондың хеҙмәттәрендә раҫлана. Соссюр менән Либихтың эштәренән һуң ғына фәндә үҫемлектәрҙе туҡландырыуҙың кәрәкле компоненты булараҡ минераль тоҙҙарҙың роле тураһында фекер раҫланды. Шул уҡ ваҡытта уның тормошоноң төп бурысы билдәләнә — «донъяны физик һүрәтләү».
«Донъя физикаһы» — бер төркөм фәндәр йыйылмаһы, уларҙың бер өлөшө Гумбольдт тарафынан нигеҙләнгән. Ниһайәт, «Родос даһийы тураһында» (нем. Die Lebenskraft, oder der rhodische Genius) — «тормош көсөн» һүрәтләү тураһындағы мәҡәләлә фәнни һығымталарҙы нәфис, образлы итеп еткерергә теләк сағыла.
Ул күп кенә юғары дәрәжәле чиновниктар һәм король һарайына яҡын кешеләр менән таныш була; тәхеткә ултырырға тейешле принц ике ағалы-ҡустылы Гумбольдттарҙы шәхсән белә һәм уларҙың ҡәҙерләй. Былар барыһы ла Александрҙы йыш ҡына дәүләт эштәрендә ҡатнашырға мәжбүр иткән. Мәҫәлән, 1794 йылда Майндағы Франкфуртҡа Голландия һәм Англия вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барырға килгән Карл Август фон Гарденбергты оҙатып йөрөгән. Базель солох килешеүе төҙөлгәндән һуң, Гумбольдт Гогенлоэ биләмәләре тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн француз баш командуйющийы Жан Виктор Мороға ебәрелә (Пруссия хөкүмәте француздарҙың уларҙы талауҙан ҡурҡа), һәм уға тапшырылған йөкләмәне уңышлы үтәй.
Оҙаҡ йылдар Александр алыҫ юлға йөрөмәгән, сөнки был уның әсәһенең теләгенә ҡаршы килгән — ул улының бындай ынтылыштарын хупламаған. Әммә 1796 йылда Мария Елизавета фон Гумбольдт вафат булғас, ул етди ғилми экспедицияла ҡатнашырға ниәтләп, отставкаға сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта ул үҙ мираҫына иҫәп тота алған (яҡынса 85 000 талер).
Әммә был пландарҙы тормошҡа ашырыуы донъялағы тотороҡһоҙ сәйәси шарттар арҡаһында еңелдән булмаған. Хәрби хәрәкәттәр ағалы-ҡустылы Гумбольдттарҙың Италияға барыуына ҡамасаулай, унда Александр ғәмәлдәге вулкандарҙы ҡарарға ниәтләй. Нил йылғаһы буйлап Асуанға тиклем сәйәхәт тә бойомға ашырылмай, сөнки Гумбольдттың бай компаньоны, инглиз лорды Бристоль сәйәси мотивтар буйынса ҡулға алынған[30]. Хәрби сығымдар Францияның дәүләт ҡаҙнаһын бөлгөнлөккә төшөрә, шуға күрә Башҡарма директория ағзалары капитан Бодендың донъя буйлап сәйәхәтен икенсе ваҡытҡа күсерергә ҡарар итә, уның командаһы менән бергә Александр һәм уның яңы дуҫы, йәш ботаник Эме Бонплан сәйәхәткә сығырға өмөтләнгән. Мысырға француз фәнни экспедицияһына ҡушылыу уңышһыҙ килеп сыҡҡан: Әбүкир эргәһендә инглиздәр француз флотын ҡыйратҡан, был иһә республиканың Александрия менән диңгеҙ юлын өҙгән[30].
Алыҫ сәфәргә әҙерләнгәндә, Гумбольдт Европаның төрлө ҡалаларында: Йенала, Берлинда, Венала, Зальцбургта, Парижда, Марселдә йәшәй. Йенала ул Ф. фон Цах етәкселегендә астрономия нигеҙҙәрен өйрәнә[31]; шунда уҡ Иоганн Вольфганг фон Гёте һәм Фридрих Шиллерҙы осрата. Зальцбургта Александр геология һәм метеорология буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә[30].
Александрға башҡаларҙан бигерәк тә «донъяның баш ҡалаһы» оҡшаған, ул бында танылыу алған һәм шул осорҙа йәшәгән бик күп арҙаҡлы ғалимдар менән осрашҡан. Ошонда уҡ ул алыҫ илдәргә ғилми экспедициялар хаҡында хыялланған Эме Бонплан менән таныша. Улар Тунисҡа йөҙөр өсөн, бергәләп Марсель ҡалаһына киләләр. Сәйәси шарттарҙың Африкаға сәйәхәт итеү өсөн ҙур ҡаршылыҡ булып тороуы ап-асыҡ күренгәс, Александр менән Эме Испанияға юл тотҡан, унда күпмелер ваҡыт топографик, метеорологик һәм ботаник эҙләнеүҙәр үткәргән[30].
Чарльз Дарвин уны «иң бөйөк ғалим-сәйәхәтсе» тип атай.
Мадридта Александр король Карл IV менән осраша һәм Америкала һәм Тымыҡ океанда испан биләмәләрендә фәнни тикшеренеүҙәр алып барырға юғары рөхсәт алған. Гумбольдт һәм Бонплан 1799 йылдың 5 июненә ҡарай төндә, Ла-Корунья портынан Яңы Испанияға «Писарро» корветында йөҙөп китә[30].
Александр ғилми үлсәүҙәр һәм күҙәтеүҙәр үткәреү өсөн 50-ләп яңы инструмент һәм прибор, шул иҫәптән телескоп, күҙәтеү торбалары, секстанттар, квадранттар, судно хронометры, инклинатор, деклинатор, цианометр, эвдиометр, ареометр, улускомер, гигрометр, барометр, электрометр, электрометрҙы корвет бортына алып, экспедицияға ныҡлы әҙерләнә. Тәүҙә «Писсаро» Канар утрауҙарына йүнәлеп, Тенерифела алты көнлөк туҡталыш яһай. Бында дуҫтар, бейеклек бүлкәттәренең алмашыныуын күреп, Тейдеға (3718 м) күтәрелгән, һәм Гумбольдтың «үҫемлектәрҙең ботаник география нигеҙенә һалынған климат менән бәйләнеше тураһында фекере» барлыҡҡа килгән[32]. Улар Тейде вулканы түбәһе янында урынлашҡан мәмерйәлә йоҡлаған һәм иртәнсәк уның кратерын ҡараған.
Артабан корветта йөҙөү 22 көн дауам иткән. Был арала судно Атлантик океан аша сыҡҡан һәм 1799 йылдың 16 июлендә Куманала (Венесуэла) якорь ташлаған. Бында тикшеренеүселәр борттағы эпидемия арҡаһында корветтан сығырға мәжбүр булған[32].
Сентябрҙә Гумбольдт Карипела католик миссияһында була һәм Гуачаро мәмерйәһен тикшерә, бында фәнгә яңы ҡоштар төрөн гуахаро (Steatornis caripensis Humb.)[* 2] осрата. Куманаға ҡайтҡас, Александр Леонидтарҙың метеор ағымын күҙәткән (1799 йылдың 11 ноябренән 12-һенә ҡарай төндә). Һуңыраҡ ул ошо астрономик феномендың тасуирламаһын баҫтырып сығарған, был быға оҡшаш ваҡиғаларҙың ваҡытлы характерын төшөнөүгә булышлыҡ иткән.
Гумбольдт менән Бонплан ике ай буйы Каракаста була, һуңынан ҡоро ерҙән Апуреға юллана. Юл ҡоро ер буйлап льяностар аша үткән, унда сәйәхәтселәр һаҙлыҡта индеецтар тарафынан ойоштоорлған аттар менән электр йыланбалыҡтарҙың аяуһыҙ һуғышыуына шаһит була[34]. Апуренан биш индеец менән ошо уҡ исемдәге йылға буйлап пирогала юлға сығалар. Улар Оринокоға барып етеп, әлеге йылғаның бассейны Амазонка системаһы менән тоташамы-юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн уның үрге ағымына күтәрелергә уйлаған. Ике йылға системаһының Касикьяре ағымы менән бәйле булыуын асыҡлағас, тикшеренеүселәр, Ориноко ағымы буйлап түбәнгә, Испанияның Гуайана провинцияһы баш ҡалаһы Ангостурға (хәҙерге Венесуэла составындағы Сьюдад-Боливар) барып етә[32].
1800 йылдың 24 ноябрендә дуҫтар Гаванаға юл тота. Кубала улар билдәле үҫемлектәр коллекционеры Джон Фрейзер менән осраша[35]. Фрейзерҙың улы йыйылған гербарийҙың бер өлөшөн Европаға алып барырға ярҙам иткән. Антиль утрауҙарының тәбиғәтен һәм сәйәси географияһын тикшереүгә бер нисә ай ваҡыт киткән[32], шул ваҡыт эсендә Essai politique sur l′île de Cuba өсөн бай материал йыйылған.
Артабан Александр менән Эме яңынан Көньяҡ Америка материгына юл ала, һәм 1801 йылдың 30 мартында Картахенала, Колумбияның Кариб диңгеҙе яры буйында, экспедицияның икенсе этабы башлана. Оҙайлы ваҡыт Сабана-де-Богота яйлаһын тикшереүгә арналған. Артабанғы маршрут Квиндиу (Кордильер тауҙары) аша Китоға үткән. Был ҡатмарлы һәм хәүефле үткәүел була: йәйәү, тар тарлауыҡтар буйлап, ҡойма ямғыр аҫтында, аяҡ кейемһеҙ (сөнки ул тиҙ туҙған) үтергә тура килгән.
Нисек кенә булмаһын, 1802 йылдың ғинуарында сәйәхәтселәр Китоға тиклем барып еткән. Американың был өлөшөндә улар, төрлө яҡтарҙан уның бай тәбиғәтен өйрәнеп, бер йыл самаһы ҡала. Гумбольдт Пичинча, Котопахи, Антизана, Тунгурауа янартауҙарына күтәрелә, уға тиклем бер кемгә лә буйһонмаған Чимборсоға (юлға ҙур йырын кәртә ҡуя, Гумбольдт күтәрелгән бейеклек 5350-5878 метр тип баһалана[36]) һәм башҡаларға күтәрелергә тырыша. 1802 йылдың 9 ноябрендә Кальяола булғанда Гумбольдт Меркурийҙың Ҡояш дискы буйынса үтеүен күҙәткән[37]. Юлда ул инктарҙың мәҙәниәтен һәм телен, шулай уҡ ҡасандыр Китола таралған телдә — пуругвайҙа яҙылған Инк осорона тиклемге ҡулъяҙмаларҙы өйрәнә[38]. Китоға сәйәхәткә өсөнсө ҡатнашыусы — бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүсе Карлос Монтуфар ҡушылған[39].
Көньяҡ Американан тикшеренеүселәр Мексикаға юлланған, унда йыл самаһы эшләгән. Гумбольдт төрлө пункттарҙың географик урынын билдәләне, вулкандарҙың, шул иҫәптән 1759 йылда барлыҡҡа килгән Хорульо янартауҙың эшмәкәрлеген өйрәнә, бик күп барометрик үлсәүҙәр үткәрә, Мексикала йәшәгән боронғо халыҡтарҙың — ацтектарҙың һәм толтектарҙың пирамидаларын һәм ҡорамдарын тикшерә, илдең тарихын һәм сәйәси хәлен өйрәнә. Ул тәүгеләрҙән булып 1810 йылда ацтек ҡулъяҙмаһын — Теллериан-Ременсис кодексын нәшер итә[40].
Ниһайәт, 1804 йылдың 9 июлендә, Америкала биш йылға яҡын йәшәгәндән һуң, Гумбольдт һәм Бонплан Европаға юллана һәм шул уҡ йылдың 3 авгусында Бордоға килеп етә.
Уларҙың сәйәхәтенең һөҙөмтәләре иҫ киткес була. Гумбольдтҡа тиклем Көньяҡ Америка пункттарының береһе генә — Кито астрономик яҡтан аныҡ билдәләнә; материктың геологик төҙөлөшө бығаса өйрәнелмәгән. Гумбольдт күп кенә пункттарҙың киңлеген һәм оҙонлоғон билдәләй, төбәктең орографияһын тикшерә, яҡынса 700 гипсометрик үлсәүҙәр башҡара, төбәктең климаты тураһында киң мәғлүмәт туплай һәм уның айырмалыҡлы һыҙаттарын күрһәтә.
Ғалимдар ҙур ботаник һәм зоологик коллекциялар йыйған — 4000-гә яҡын төр үҫемлек, шул иҫәптән фән өсөн 1800 яңы төр.
Амазонка һәм Ориноко системаларының тоташыуы иҫбатлана; ҡайһы бер тау сылбырҙарының йүнәлеше билдәләнә һәм яңылары асыла (мәҫәлән, Анд тауҙары, Сьерра-Парима); тауҙарҙың һәм уйпатлыҡтарҙың дөйөм һыҙаттары асыҡлана; Американың көнбайыш ярҙары буйлап «Гумбольдт» тип аталған диңгеҙ ағымы картаға төшөрөлә.
Барған илдәрҙең этнографияһы, тарихы, телдәре, сәйәси хәле лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған: һуңынан Гумбольд йәки уның хеҙмәткәрҙәре анализлаған ҙур материал йыйылған.
Гумбольдт менән Бонпландың сәйәхәтен ғәҙел рәүештә Американы икенсегә фәнни асыу тип атайҙар.
Бер нисә йыл дауамында Гумбольдт Рәсәй империяһының финанс министры граф Е. Ф. Канкрин менән хат алышҡан, ул билдәле ғалимдан илдең аҡса әйләнешенә платина тәңкәһен индереүҙең маҡсатҡа ярашлы булыуы тураһында фекерен белдереүҙе һораған[41]. Һөҙөмтәлә Гумбольдтҡа «фән һәм ил мәнфәғәтендә» Урал руда ятҡылыҡтарын ҡарарға рәсми саҡырыу килә[* 3][42][41].
1829 йылдың 12 апрелендә Гумбольдт юлдаштары Густав Розе һәм Христиан Готфрид Эренберг менән Берлиндан сыға, ә 1 майҙа улар Санкт-Петербургта була (Рәсәйҙең баш ҡалаһына тиклем маршрут Кёнигсберг, Курш дуғаһы һәм Дерпт аша үтә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытҡа Дерпт университетында була[43][44]). Сәфәр «рус хөкүмәте иҫәбенә» бойомға ашырылған[42]:
Берлинда уҡ Гумбольдт 1200 червонецҡа вексель ала, ә Петербургта — 20 мең һум. Бар ерҙә лә экипаждар, фатирҙар, аттар алдан әҙерләнгән була; Гумбольдты оҙатып йөрөүселәргә немец һәм француз телдәрен белгән тау департаменты чиновнигы Д. С. Меншенин тәғәйенләнә; Азия сигендәге хәүефле урындарҙа сәйәхәтселәрҙе конвой менән оҙатып йөрөргә тейеш була…[42]
Башта улар түбәндәге маршрут буйынса сәфәргә сыға: Санкт-Петербург — Мәскәү — Владимир — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Екатеринбург — Пермь. Ҡазанға тиклем Волга буйлап килә[42].
Урта Уралда геологик эҙләнеүҙәргә һәм тимер, алтынлы мәғдән, саф платина (ағалтын), малахит ятҡылыҡтарын тикшереүгә ваҡыт бүлеп, тикшеренеүселәр бер нисә аҙна ваҡыт үткәргән. Улар билдәле Урал заводтарында, шул иҫәптән Невьянск һәм Үрге Тура заводтарында булған:
Гумбольдт крепостнойҙарҙың ҡыҙғаныс хәлдә булыуына һәм сәнәғәттең мөмкин булмаған хәленә иғтибар итмәйенсә булдыра алмай, әммә был хаҡта һөйләү уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, һәм ул Канкрин менән асыҡтан-асыҡ хатлашҡанда сүп-сарҙы өйҙән сығармаҫҡа вәғәҙә бирә…[42]
Урал буйлап сәйәхәте ваҡытында Гумбольдт Екатеринбург эргәһендә Шарташ күлен киптереү юлы менән алтынлы шахталарҙы һыу менән баҫыуҙы кәметергә тәҡдим итә. Гумбольдттың абруйы ҙур булғанлыҡтан, урындағы тау белгестәре ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, уның тәҡдиме ҡабул ителгән. Күлдә һыу кимәле ярайһы кәмегән, күл бөткән тиерлек, әммә шахталарҙағы һыу элекке кимәлдә ҡалған.
Артабанғы юл Тубыл, Барнаул, Семипалатинск, Омск һәм Мейәс аша үтә. Бараба далаһында ғалимдар үҙ зоология һәм ботаника йыйылмаларын ярайһы уҡ тулыландырған. Мейәскә килеп еткәс, Гумбольдттың 60 йәшлек юбилейына арналған тантаналар уҙғарылған. Экспедиция Көньяҡ Урал буйлап Златоуст, Кичимск, Орск һәм Ырымбур ҡалаларын ҡарап, артабан дауам иткән. Илек таш тоҙ ятҡылығын ҡарап сыҡҡас, сәйәхәтселәр Әстерханға барып ҡайтҡан, ә һуңынан «Каспий диңгеҙе буйлап ҙур булмаған сәфәргә сыҡҡан». Кире юлда Гумбольдт Мәскәү университетында була, унда уға тантаналы осрашыу ойошторолған[45]. 1829 йылдың 13 ноябрендә экспедицияла ҡатнашыусылар Санкт-Петербургка ҡайта.
Сәфәр тиҙ үтеүенә ҡарамаҫтан, ул бик һөҙөмтәле була: уның һөҙөмтәләре «Үҙәк Азия» (франц. Asie Centrale, 1843) өс томлыҡ хеҙмәтендә сағылыш тапҡан. Дерпт университетында Гумбольдт Рәсәй империяһының күренекле ғалимдары: университет обсерваторияһы директоры В.Я. Струве, минералог О.М.фон Энгельгардт, үҫемлектәр систематикагы К.Х. Ледебур, тәбиғәтте өйрәнеүсе И. Паррот менән, уларҙың уҡыусылары менән таныша[43][44].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.